Даирә
+21 °С
Болотло

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

1418 көнгә һәм төнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы күпме ҡатын-ҡыҙҙарҙы тол ҡалдырған, күпме һуғыш балаларын етем иткән. Был осорҙа яу яланында ғына түгел, тылда ла еңелдән булмаған. Бөйөк Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыр өсөн тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм быуындары ҡатып та өлгөрмәгән бала-саға, үҫмерҙәр ыҙа сигә, аслыҡтан интегә. Малай ауылында йәшәгән Миңлегөл һәм Рәхимйән Ҡоҙаҡаевтарҙың да ғүмерҙәренең иң матур мәлдәре – бала һәм үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килә, уларға ла ул замандың михнәттәрен үҙ иңендә татырға тура килә.

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләрБәхетле ҡартлыҡ кисерәләр
Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

Бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр

1418 көнгә һәм төнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы күпме ҡатын-ҡыҙҙарҙы тол ҡалдырған, күпме һуғыш балаларын етем иткән. Был осорҙа яу яланында ғына түгел, тылда ла еңелдән булмаған. Бөйөк Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыр өсөн тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм быуындары ҡатып та өлгөрмәгән бала-саға, үҫмерҙәр ыҙа сигә, аслыҡтан интегә. Малай ауылында йәшәгән Миңлегөл һәм Рәхимйән Ҡоҙаҡаевтарҙың да ғүмерҙәренең иң матур мәлдәре – бала һәм үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы ауыр осорға тура килә, уларға ла ул замандың михнәттәрен үҙ иңендә татырға тура килә.

Рәхимйән Фәсхетдин улы 1936 йылда Малай ауылын­да тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлап, хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан йәш егет кол­хозда мал ҡараусы булып эшкә егелә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙенең ошо эшенә тоғро ҡала.

21 йәшлек егет 19 йәшлек Үтәгән ауылы һылыуы Миң­легөлгә бер күреүҙән ғашиҡ була һәм бик ҡыйыу аҙымға барырға ҡарар итә.

- Ҡайҙа күреп ҡалған­дыр инде, урлап алды мине. Ул саҡта үҙемдең тыуған ауылымда фермала һарыҡ ҡарай инем. Ҡарауылсынан һораныҡ та, иптәш ҡыҙым менән клубҡа барып килергә булдыҡ. Һуңынан әхирәтем үҙҙәренә сәйгә саҡырҙы. Рә­химйән ағалары менән бергә шунда булған икән. Ҡайты­рға сығыуым булды, артым­дан сығып, урлап та алып киттеләр. Ағайҙарымдан ҡурҡһам да, ҡайҙа барайым, ҡалырға тура килде. Бер ҙә күрмәгән-белмәгән кеше менән йәшәп китеүе тәүҙә ҡыйыныраҡ булды, әлбиттә. Һуңынан өйрәнеп киттем, бер-бер артлы биш бала­быҙ донъяға килде. Аллаға шөкөр, донъя көтөргә арыу булды, - тип хәтерләй үҙе­нең йыраҡта ҡалған йәшлек саҡтарын Миңлегөл Сә­фиулла ҡыҙы һәм наҙлы ҡа­раштарын бабайына төбәй.

Сикһеҙ һөйөү тулы күҙҙәрен әбейенән алмаған, ҡаты сирҙән һуң аяҡтан яҙған, һөйләшеүе наса­райған Рәхимйән бабай ҙа әбейенең был һүҙҙәренән ҡояштай йылмайып ебәрҙе. Был саҡта улар икеһе лә уй­ҙарында булһа ла бер аҙға ғына йәшлектәренә ҡайтып әйләнгәндер, күрәһең, тип уйлап ҡуйҙым.

- Эйе, ысынлап та, әтәйем менән әңкәйем һа­ман да бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Уларҙың һөйөү хистәре ошо көндәр­гәсә һаҡланған, - тип һүҙгә ҡушыла Ҡоҙаҡаевтарҙың уртансы ҡыҙҙары Миңзәлә апай, минең уйҙарымды уҡығандай.

Миңлегөл инәйҙең был ауылға килен булып төшөүенә 65 йыл ғүмер үт­кән. Ошо йылдар эсендә ул колхоздың барлыҡ эштәрен­дә тырышып хеҙмәт итә, сөгөлдөр баҫыуында ла бил бөгә.

- Бабайым ҡаты сирҙән йөрөй, яҡшылап һөйләшә алмай шул. Үҙем дә ауыр сир үткәрҙем, тыным ҡыҫы­ла. Хәҙерге етеш тормошҡа ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Тырышҡан кешегә эше лә, ашы ла бар. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы хәтер­ләге лә килмәй. Беҙҙең бы­уын вәкилдәренә аслығын да, яланғаслығын да күрер­гә тура килде. Минең атай­ым һуғыштан ҡайтты, ә ба­байҙың атаһынан хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡағыҙы ғына килә, - ти Миңлегөл инәй.

Һуғыштан һуңғы йыл­дарҙың аслыҡ-яланғаслығын үҙ иңдәрендә татыған Рә­химйән һәм Миңлегөл Ҡоҙаҡаевтарҙың балала­рының һәр береһе яратҡан һөнәрҙәрен алып, ғаилә ҡороп, хәҙер инде күптәре үҙҙәре олатай-өләсәй булып, матур донъя көтәләр. Оло йәштәге ата-әсәләрен улар алмашлап ҡайтып ҡарайҙар. Беҙ барғанда, Миңзәлә апай уларҙың эргәһендә ине.

- Һуғыш йылдарында беҙҙең йортта Ленинград­тан эвакуацияланғандар ки­леп йәшәгән. Апаһы менән бергә килгән Толик исемле малай менән әтәйем бер­гә уйнағандар. Һуғыштан һуң улар тыуған яҡтарына кире ҡайтып киткән. “Шу­ларҙы табырға ине, иҫән­дәрме икән”, - тип әтәйем гел уларҙы хәтергә ала, - ти Миңзәлә апай.

Әлеге көндә Миңле­гөл һәм Рәхимйән Ҡоҙаҡа­евтар ун ейән-ейәнсәргә, һигеҙ бүлә-бүләсәргә ола­тай-өләсәй булыу ҡыуаны­сын кисерәләр. Уларҙың дүрт балаһы ла Өфөлә төпләнгән. Иң оло ҡыҙҙары Тәскирә ғаиләһендә ике бала тәр­биәләп үҫтергән, өс ейәндәре бар. Ҡыҙғанысҡа, икенсе ул­дары Ғәлимйән 29 йәшендә генә мәрхүм булып ҡуя. Уның бер ҡыҙы ҡала. Миңзәлә ҡыҙҙарының ғаиләһе өс бала һәм дүрт ейән-ейәнсәргә ғүмер бүләк иткәндәр. Рушан­дың ғаиләһендә ике ул һәм бер ейән тәрбиәләнә. Иң кесе улдары Исмәғилдең дә ике улы бар.

- Аллаға шөкөр, балала­рым бар, тип һөйөнәм. Бала саҡта ла мал ҡарарға һәм башҡа ауыл тормошоноң бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрен­дә ярҙам иттеләр. Әле лә ярҙамдарынан ташламай­ҙар, бер-береһенә терәк-та­яныс булып йәшәйҙәр. Бар кешегә лә беҙҙең кеүек ҡарт көндәрендә балалар бәхете татырға яҙһын, - тигән изге теләктәр менән оҙатып ҡал­ды беҙҙе Ҡоҙаҡаевтар.

Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер, ти бит халыҡ мәҡәле лә. Амин, барыбыҙға ла бындай бәхет­те кисерергә яҙһын.

Р.S. Мәҡәлә гәзиткә әҙер­ләнгән саҡта, ҡыҙғанысҡа, Рәхимйән бабайҙың гүр эйәһе булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр килде. Ҡоҙаҡаевтарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша­быҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас