Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра

Эш буйынса даими рәүештә бик күп кешеләр менән осрашырға һәм танышырға тура килә. Йәшәйешебеҙҙе йәмләүсе матур күңелле, һәр яҡлап уңған кешеләр менән аралашыу, уларҙың был донъялағы изге ғәмәлдәре менән танышыу беҙҙең күңелдәребеҙгә лә йәм, ижади дәрт өҫтәй. Сираттағы эш сәфәре менән Прибельский ауылы мәҙәниәт йортонда булдыҡ. Был мәҙәни усаҡты биҙәүсе, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәрен күргәс, шунда уҡ был мөғжизәне тыуҙырыусы хужаны күреү теләге тыуҙы.

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра

Эш буйынса даими рәүештә бик күп кешеләр менән осрашырға һәм танышырға тура килә. Йәшәйешебеҙҙе йәмләүсе матур күңелле, һәр яҡлап уңған кешеләр менән аралашыу, уларҙың был донъялағы изге ғәмәлдәре менән танышыу беҙҙең күңелдәребеҙгә лә йәм, ижади дәрт өҫтәй. Сираттағы эш сәфәре менән Прибельский ауылы мәҙәниәт йортонда булдыҡ. Был мәҙәни усаҡты биҙәүсе, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәрен күргәс, шунда уҡ был мөғжизәне тыуҙырыусы хужаны күреү теләге тыуҙы.

Күңелдәрҙе арбап торған ҡул эштәренең эйәһе, 77 йәшлек Нәсимә инәй Фәйзуллина беҙ килгәндә лә яратҡан шөғөлө менән булышып, ойоҡбаш бәйләп ултыра ине. Ул Һарт-Науруз ауылында тыуып үҫкән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуған кеше булараҡ, уға тормош михнәттәрен дә арыу ғына татырға тура килә.

- Ул йылдарҙа беҙ күргәндәрҙе һөйләһәң, һөйләп бөтөрлөк тә түгел. Беҙ бит йүкәнән ҡап һуғып йәшәнек. Һеҙ уның нимә икәнен дә белмәйһегеҙҙер әле. Русса әйткәндә, “мочальная лента” була инде ул. Хеҙмәт армияһынан ҡайтҡан әткәйебеҙ колхозда өс тәңкә аҡса ала. Һуғыш йылдарында ауыр эштәр башҡарыу сәбәпле, әңкәйҙең һаулығы ҡаҡшаған. Ул сирләгәс, ҡап һуғырға беҙ йөрөнөк. Бер көн телевизорҙан боронғо ошо кәсепте күрһәткәйнеләр, үҙебеҙҙе хәтерләп, илап ебәрҙем хатта. Ике һеңлемде эйәртеп, урманда еләк, ҡарағат һәм башҡа емеш-еләк йыйып көн иттек, - тип хәтергә ала Нәсимә инәй.

Ғафури районы Бурлы ауылында тыуып үҫеп, ауыл хужалығы институтынан һуң был яҡтарға ветеринар табип итеп эшкә ебәрелгән Фәнис Фәйзуллин менән ғаилә ҡоралар. Килен булып төшкәс, ул хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, 29 йыл буйына Прибельский ауыл дауаханаһында санитарка булып эшләй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа, Фәйзуллиндар ғаиләһенә бала ҡайғыһы кисерергә тура килә.

- Оло ҡыҙым 14 йәшендә генә яман сирҙән мәрхүм булып ҡуйҙы, - ти инәй стеналағы йылмайып ҡарап торған ҡыҙҙың фотоһүрәтенә моңһоу ҡарашын төбәп.

Аварияға эләгеп, аяҡтары йөрөмәҫ булған тормош иптәшен 11 йыл буйына тәрбиәләй Нәсимә инәй. 54 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп татыу ғүмер иткән хәләле өс йыл элек яҡты донъяларҙан китеп барған. Нәҡ шул осорҙа Нәсимә инәй ҙә ауыр сир кисерә һәм уның аяҡтары насар йөрөй башлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ул бер үҙе матур итеп донъя көтә.

- Аллаға шөкөр, балалар баҡсаһында логопед булып эшләгән берҙән-бер ҡыҙым Әлфирә менән ейәнсәрем Диана гел ярҙам итеп торалар. Иҙән йыуыусы ғына булып эшләһәм дә, дауаханала ятҡандарға һәр саҡ ярҙам итеп торҙом. Әле булһа, күптәр рәхмәт һүҙҙәрен әйтәләр. Бала саҡтан бәйләргә, ҡайырға яратам. Был эштәрҙең барыһына ла үҙем өйрәндем. Ҡул эштәремдең иҫәбе-һаны юҡ. Күбеһен бүләккә биреп бөткәнмен. Ҡыҙ сағымда эшләгән ҡул эштәремдең күбеһе – мендәр тыштары, таҫтамалдар мәҙәниәт йортонда эленеп тора. Әле лә бармаҡтарымды эшләтергә тырышам, ошондай ойоҡбаштар бәйләйем. Шулай уҡ бешеренергә яратам. Әңкәй ныҡ оҫта булды, бик тәмле бешерә ине. Ғүмере буйы яҡташтарына мәжлестәргә бауырһаҡ бешереп бирҙе. Беҙ ҙә унан өйрәнеп үҫтек. Бер нимәне лә тиерлек магазиндан һатып алмайым, үҙем бешерәм, - ти оҫта ҡуллы хужабикә.

Нәсимә Фәйзуллина сирләп киткәнгә тиклем мәҙәниәт усағында ойошторолған “Йыуаса” ансамблендә ҡатнаша, йәшерәк саҡта сәхнәләрҙә айырым да йырлаған.

- Фәнзиә Өмәтҡоловаға рәхмәт, беҙҙе әллә ҡайҙарға йөрөттө. Хатта, телевизорға төшкәнебеҙ булды. Ҡулымдан килгәнсе мәсетте лә төҙөштөм. Мәсетебеҙ бик матур, тик мин хәҙер унда йөрөй генә алмайым, - ти.

Беҙҙең килерҙе 1-2 сәғәт алдан ғына белһә лә, инәй бауырһағын да бешереп, ҡоймағын да ҡойоп өлгөргән.

- Фәнзиә ҡыҙым, һеҙгә ҡунаҡтар килергә йыйына тигәс, тиҙ генә бешереп алдым. Йортома килгән бер кемде лә сәй эсермәй сығармайым, уға күп ваҡыт кәрәкмәй. Кеше бит минең хәлемде белергә килә. Ҡунаҡ килһә, ныҡ һөйөнәм. Бигерәк кешеләрҙе яратам, - тип беҙҙең ваҡыт юҡ тигән ай-вайға ҡарамай өҫтәл артына саҡырҙы.

Инәйҙең ауыҙҙа иреп торған, телеңде йоторлоҡ ҡоймағының рецебын һорап алмайынса булдыра алманыҡ. Уны һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ.   

- Рәхмәт, балаҡайҙарым, килгәнегеҙ өсөн. Үткән-һүткән саҡта гел инеп йөрөгөҙ, - тип оҙатып ҡалды беҙҙе изге күңелле әңгәмәсебеҙ.

Тик шундай матур күңелле кешеләр генә матурлыҡты тыуҙыра беләлер, тигән уйҙар менән ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. 

 

Нәсимә Фәйзуллинана бешергән тәмле ҡоймаҡ рецебы:

Иң тәүҙә 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә менән ярты балғалаҡ шәкәрҙе бер стакан йылымыс һыуға һалып болғайбыҙ. Шунан 2 йомортҡаны 2 ҡалаҡ көнбағыш майына ҡушып яҡшы итеп туҡыйбыҙ ҙа, ҡабарған сүпрәне шуға ҡушып тағы болғатабыҙ. Артабан был массаның өҫтөнә бер үк күләмле сынаяҡ йәки стакан менән манный ярмаһы һәм он өҫтәйбеҙ. Мәҫәлән, 2 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он. Ҡамыр 2 сәғәттән ҡабара. Ҡайнаған һөт, бер сәй ҡалағы сода һалып болғатабыҙ ҙа, әҙ генә көтөп торғас, ҡоро табала бшерәбеҙ.

Мин үҙем 4 стакан манный ярмаһы, 2 стакан он менән эшләйем. Ҡуйыраҡ итһәң, ҡоймаҡтың күләме күберәк сыға. Минең пропорция менән эшләһәң, 1,5 литр һөт кәрәк буласаҡ. Йылы килеш ҡоймаҡ бигерәк тәмле була. Бешереп майлай тораһың, ҡунаҡтарың ашай тора. Хәләл ризыҡтарыбыҙ мул, ә табындарыбыҙ тулы булһын!

Розалия БИКТИМЕРОВА.

Автор фотолары.

Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Оҫта ҡулдары мөғжизә тыуҙыра
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: