Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уңышҡа ирешеү серҙәре

Ҡайһы бер кешеләр мал арттырыу һәм донъяны төҙәтеү өмөтө менән алдау юлына керәләр һәм үҙҙәре өсөн шул юлды файҙалы тип беләләр. Был ҡараш дөрөҫ түгел. Шулай уҡ «Хәләл юл менән байлыҡ табып булмай, пак һәм ышаныслы кешеләр был донъяла фәҡир булып йәшәргә мәжбүр, байыусыларҙың һәр береһе хыянат һәм алдау юлдары менән байыған», тигән хөкөм дә ...

Уңышҡа ирешеү серҙәре
Уңышҡа ирешеү серҙәре

Ҡайһы бер кешеләр мал арттырыу һәм донъяны төҙәтеү өмөтө менән алдау юлына керәләр һәм үҙҙәре өсөн шул юлды файҙалы тип беләләр. Был ҡараш дөрөҫ түгел, бәлки, эштәрҙең тышҡы яҡтарын күреү менән генә ҡәнәғәтләнеүҙән килгән бер алданыу. Халыҡтарҙың байыуҙарына, эштәре төҙәлеп, бәхеттәре асылыуына алдауҙың сәбәпсе булыуы мөмкин түгел. Алдау – бөтөнләй бәхетһеҙлеккә һәм эштән сығыуға сәбәп булған нәмәләрҙән.Шулай уҡ «Хәләл юл менән байлыҡ табып булмай, пак һәм ышаныслы кешеләр был донъяла фәҡир булып йәшәргә мәжбүр, байыусыларҙың һәр береһе хыянат һәм алдау юлдары менән байыған», тигән хөкөм дә яңылыш. Бындай һүҙҙәрҙе байыр өсөн тырышып та бер ни сығара алмаған яҡшы күңелле һәм аманатлы, ләкин булдыҡһыҙ кешеләр сығара. Улар үҙҙәренең эштәре алға китмәүен үҙҙәренең аманатлы һәм ғиффәтле булыуҙарында күрәләр. Ысынында иһә уларҙың эштәре уңмауына сәбәп былар түгел, бәлки, башҡа яҡтан етешмәүҙәре була. Сөнки уңышҡа ирешеү һәм эштәрҙе төҙәтеү өсөн ғиффәт һәм аманат ҡына етмәй, бәлки, улар менән бергә бына был нәмәләр ҙә булырға тейеш:

✅ Үҙ көсөңә ышаныуБөгөн мәҙәниәт, ғилем һәм байлыҡ, һөнәр һәм сәнәғәт йәһәттәрендә юғары күтәрелгән милләттәрҙең һәр береһе был дәрәжәләрҙе үҙ көстәренә ышаныуҙары сәбәпле таптылар. Шулай уҡ түбәнселектә, хурлыҡта һәм кешеләрҙең аяҡ аҫтарында иҙелеп ятыусы халыҡтар ҙа был түбәнлек һәм хурлыҡты үҙ көстәренә ышанаһы урынға ата-бабаларға, ағай-энеләргә, хәйер-доға һәм фатихаларға, үлектәр һәм тереләрҙең мәғәнәүи рәүештә ярҙам ҡылыуҙарына ышанып тороуҙары сәбәпле йөкләнеләр . Былар, ғөмүми йәки хосуси бәлә килә башлаһа, шуларға ҡаршы торор өсөн тышҡы сәбәптәргә керешерҙән элек тәкиәләргә, ҡәберҙәргә йүгерәләр, фәлән һәм фәлән шәйехтәрҙән, фәлән һәм фәлән сәйеттәрҙән һәм хужаларҙан ярҙам һорайҙар. Был аҡиданың боҙоҡ тәьҫире йәштәргә була, улар үҙ ҡулдарынан эш килеүгә ышана алмайҙар, һәр эште ололарҙан көтөп торорға ғәҙәтләнәләр. Хәлбуки, үҙ көсөнә ышаныусы һәм үҙе ҡәҙәр яҡшылыҡта булыусы әҙәм булмаҫлығына инаныусы әҙәм һис бер ваҡытта өмөтһөҙ булмаҫ, юлында тимер ишектәр булһа ла, үҙ маҡсатынан туҡтамаҫ.

✅ Зирәклек һәм күңел күтәренкелеге

Был быуатта дауам итә торған хаят майҙанында уңышҡа ирешеү өсөн бик күп ҡоралдарға һәм шул ҡоралдарҙы эшләтә торған хәйләләрҙе белеүгә хәжәт бар. Был эштәр өсөн зирәклек менән күңел күтәренкелеге булыуы лазым. Йыуаш һәм күңелдәре төшөнкө әҙәмдәр өсөн хаят майҙанында урын юҡ. Дөрөҫ, ҡайһы бер йыуаш һәм күңелдәре һүнек әҙәмдәр алтын табып йәки көтөлмәгән урындан мираҫ алып та байлыҡҡа ирешә. Ләкин, бындай хәлдәргә ҡарап, бында һөйләнә торған ҡағиҙә боҙолмай.

✅ Тәдбир һәм сабит

Керешә торған эштең ахырын фекерләү һәм буласаҡ һөҙөмтәгә мыуафиҡ (тейешле) хәрәкәт итеү, үҙ хәлеңә һәм үҙ тәбиғәтеңә лайыҡ хеҙмәттәр һәм кәсептәр һайлай алыу, эштәрҙе низам һәм тәртип менән йөрөтөү – «тәдбир», кергән юлда арымай һәм ялҡмай дауам итеү «сабит» була. Бәхет һәм сәғәҙәткә ирешер өсөн «тәдбир» менән «сабит» – иң кәрәкле нәмәләр.

✅ Иҡтисадҡа ҡарап эш итеү

Байлыҡ табыу һәм байлыҡ арҡаһында ғына ирешеү мөмкин булған маҡсаттарға етешеү өсөн иҡтисадҡа ҡарап эш итеү лазым. Һәр кемгә мәғлүм булғанлыҡтан, был турала күп һөйләргә хәжәт юҡ.

✅ Гүзәл холоҡ һәм яҡшы тәрбиә

Халыҡтарҙы бәхет майҙанына алып бара торған юлдарҙың иң тураһы – гүзәл холоҡ менән яҡшы тәрбиә. Гүзәл холоҡло һәм тәрбиәләре яҡшы булған әҙәмдәргә инсандар ғына түгел, бәлки, һәр төрлө маҡсаттар ҙа буйһонорға мәжбүр була. Яҡшы тәрбиә күңелде боҙоҡлоҡтан һәм аҡылды хөрәфәт һәм шөбһәләрҙән, тәнде ауырыу сәбәптәренән һаҡлауҙан ғибәрәт булғанлығы өсөн был нәмәләрҙең бәхет һәм сәғәҙәт сәбәптәре икәнлеге мәғлүм. Гүзәл тәрбиә хасил ҡылыр өсөн мәктәптәр, ғаиләләр, йәмғиәттәр исемендәге өс төрлө дәресханаларҙан үтергә мәжбүрҙәр. Әгәр ҙә шул дәресханаларҙан яҡшыларын һайлай алһалар, шул нисбәттә тәрбиәләре яҡшы, әгәр ҡайһы берҙәре йәки бөтөнләй боҙоҡ булһа, шул нисбәттә тәрбиәләре лә боҙоҡ булыр. Тәрбиәһе боҙоҡ кешенең бәхет һәм сәғәҙәткә ирешә алмаҫлығы тәбиғи, кинәттән ирешһә лә, шунда дауам итә алмаҫ.

✅ Тырышлыҡ

«Алма беш, ауыҙыма төш!» тип салҡан ятыу менән генә эш булмай. Бәхет табыу һәм сәғәҙәткә ирешеү өсөн донъяның әсе һәм сөсөләрен татырға, бурандар һәм ямғырҙарын йоторға, ҡаты тулҡындарҙы ярып йөҙөргә кәрәк.Уңышҡа ирешеү һәм эштәрҙе төҙәтеү өсөн бына шул нәмәләрҙең һәр береһе булыуы шарт. Һәр хәлдә, бәхетле булыу һәм сәғәҙәткә ирешеү юлы алдау түгел, бәлки, аманатлы булыуҙыр.

📚 «Джәүәмиғүл-кәлим» шәрхе». 244-се хәҙистең аңлатмаһынан.

Автор:
Читайте нас: