Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балыҡсылар бурандан ҡурҡманы

Хатта, бөгөнгө буран көн дә Үтәгән ауылы балыҡсыларын яратҡан шөғөлдәренән айыра алманы. Иртән-иртүк балыҡсылар Зорина Иҙрисова етәкселегендә Үтәгән мәктәбенә йыйылды һәм Ағиҙел йылғаһына ҡуҙғалды.Күрше ауылдарҙан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан дуҫтары, күрше-күләне, ғаиләһе менән, иң мөһиме балыҡ тотоу шөғөлөнә мөкиббән китеүселәр күп ине.

Балыҡсылар бурандан ҡурҡманы
Балыҡсылар бурандан ҡурҡманы

Иң тәүге балыҡты Азат Ғибәҙуллин тотто, ә Фәзит Әхмәтйәнов мәке уйыу буйынса иң етеҙе булды. Сарала Альберт Шаймарҙанов иң тәжрибәле балыҡсы булһа, Розалия Батталова иң йәш балыҡсы ине. Иң ҙур балыҡты Ғайса Иҙрисов ҡаптырып, иң күп балыҡ тотоусы номинацияһына эйә булды.
Ҡунаҡбаевтар, Әхмәтйәновтар, Гайназаровтар һәм Бикташевтар балыҡ тоторға ғаиләләре менән килгәйне. Ҡунаҡҡа ҡайтыусылар Минсадыр Үлмәҫҡолов иң әҙ балыҡ тотһа, Азат Ғибәҙуллин иң уңышлы балыҡсы булды. Байрамдан бер генә балыҡсы ла буш ҡул менән ҡайтманы. Ойоштороусылар - Үтәгән мәктәбе коллективы ҡоймаҡтар, бәлештәр, тәмле күстәнәстәр менән ҡайнар сәй эсеү ҙә ойошторғандар ине. Ҡышҡы тәбиғәттә шундай матур ял ойошторғандары өсөн уларға ҙур рәхмәтлебеҙ.

 

Хәтмулла Бикташев.

Үтәгән ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: