Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

2036 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы дүрт йылға артырға тейеш

Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен оҙайлы күҙаллауға ярашлы, 2036 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,66 йәшкә етергә тейеш, был 2021 йылғы кимәлдән 6% юғарыраҡ. 

Консерватив сценарий буйынса, 3,9%, 72,18 йәшкәсә артыуы ихтимал.

2025 йылда төп вариантта ғүмер оҙонлоғо – 71,13 йәшкә хәтлем (2021 йылға +2.4% ), ә консерватив вариантта 70,92 йәшкәсә (+2.1%) арта. Был сабыйҙар үлеме, шулай уҡ эшкә һәләтле йәштә вафат булыу осраҡтарының кәмеүенә бәйле булыр тип көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-30/k-2036-godu-prodolzhitelnost-zhizni-v-bashkirii-vyrastet-na-4-goda-3124058

Автор:Роман Якимчук
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: