Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ!

Ап-аҡ ҡыштың матур бер көнөндә иң ҡәҙерле кешебеҙ - беҙгә ғүмер бүләк итеүсе, иркәләп-наҙлап үҫтереүсе, бар ғүмерен, булмышын ғәзиз балаларына бағышлаусы һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Ғәҙелшина Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ!
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ!

Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн мәңгелек нур һибеүсе ҡояш төҫлө: уның менән яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Беҙ уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, талапсан булыуын хөрмәт итәбеҙ, изгелеклелеге, кешелеклелеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуына һоҡланабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ тыуған ауылында ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡырға инә. Шаулап-гөрләп үтеп киткән студент йылдарын ул бөгөн дә матур хәтирәләр менән иҫкә ала. Курсташтары менән хәбәрләшеп, осрашып та торалар.
1978 йылда ҡулына диплом алғандан алып хаҡлы ялға туҡтағансы үҙенең туған мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ мәктәптә директор урынбаҫары, УКП етәксеһе, пропагандист һәм һайлау осоронда комиссияла секретарь булып эшләп алырға ла өлгөрә. Балалар тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә күрһәткән уңыштары өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Әсәйебеҙ - Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы, Пионерҙар менән әүҙем эшләгәне өсөн Маҡтау билдәһе менән бүләкләнеүсе, ветеран уҡытыусы ла.
1982 йылдың 6 авгусында һөйгән егете Филхәт Зәйнулла улына кейәүгә сығып, өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-береһен ихтирам итеп, иңгә-иңде терәп ҡартайғансы йәшәргә тура килмәй уларға. Атайыбыҙ 20 йыл инде гүр эйәһе.
Бөгөнгө көндә Зәбирә Зәйнулла ҡыҙының өс ҡыҙы, өс кейәүе, һигеҙ ейән-ейәнсәре бар. Ул бар тормошон балалар тәрбәиләүгә, белем алырға, дөрөҫ юл һайлап матур йәшәргә өйрәтте. Әсәйебеҙ эшкә уңған, бөхтә, тәртип ярата. Йәй көндәрендә баҡсаһында төрлө емеш-еләк, йәшелсәләр, сәскәләр үҫтерә. Етмеш йәшенә етһә лә, мал-тыуарын, ҡош-ҡортон аҫрап, балаларына ярҙам итеп тора. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ул бик яғымлы, тәртипле өләсәй, һәр ваҡыт өгөт-нәсихәттәрен биреп тора.
Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып, тик алға тәгәрләһен. Хоҙай сабырлыҡ бирһен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәнгә үкенмәй, йортобоҙҙоң ҡото булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, изге, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Тырышлығың, тәрбиәң, изге күңелең, йоҡоһоҙ төндәрең, хәстәрлегең өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ һиңә! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап, һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Зинира, Фирүзә, Илзирә, кейәүҙәрең Әлмир, Айнур, Ренат, ейән-ейәнсәрҙәрең Арсен, Айлин, Тимур, Диана, Дарина, Ильвина, Ралина, Ризуан.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: