Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баландан бастит ашағанығыҙ бармы?

Фәниә апай Хисамованың ҡунаҡтары унан был рецепты мотлаҡ һорап ала. Беҙ ҙә бешереп ҡарайыҡ әле. 

Баландан бастит ашағанығыҙ бармы?
Баландан бастит ашағанығыҙ бармы?

Балан бәлеше, бөйөрөгө тураһында барыбыҙ ҙа белә. Ә бына балан баститы хаҡында ишеткәндәр ҙә, уны тәмләп ҡарағандар ҙа һирәктер. Ишембай районының Биксән ауылынан Фәниә Хисамованың ҡунаҡ табынында мотлаҡ балан баститы була. Уны тәмләгәндәр рецебын алмай ҡайтмай.

Үҙенсәлекле рецебын беҙҙең гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашты ул.

- Бастит ҡамыры өсөн 250 грамм һыйыр майы, тоҙ, аҙ ғына шәкәр ҡомо, он, бер сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк буласаҡ. Эслек өсөн баланды ҡайнаған һыуҙа бешереп алырға, һөҙөргә, һыуытырға. Һуңынан бутағанда өҫтөнә шәкәр ҡушырға, был осраҡта үҙең белгәнсә һалырға була: кемгәлер ныҡ татлы оҡшай, кемдер шәкәрлене ашап бармай. Баланға манный ярмаһы һалғандарын ишеткәнем бар. Ләкин үҙем улай эшләмәйем һәм эслеге ағып та сыҡҡаны юҡ. Ҡоймаҡ ҙурлығында ҡамыр йәйеп, эслекте һалабыҙ һәм өҫтөн ҡамыр менән ҡаплап, бәлеш һымаҡ итеп ситтәрен йәбештерәбеҙ. Һуңынан табала көнбағыш майында ҡыҙҙырып алабыҙ , - тип һөйләне аш-һыу оҫтаһы.

Әйткәндәй, Фәниә апай ҡомалаҡ йыйып, сүпрә эшләп, икмәген дә бик уңдырып бешерә. Уның икмәген һораусылар ҙа таныштары араһында аҙ түгел.

Фото һәм видео Роза Йәнбирҙинаның архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: