Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуян йылы тыныслыҡ килтерһен

Бына-бына иҫке йылды оҙатып, Яңы йылға аяҡ та баҫтыҡ. 2023 йылды Ҡуян йылы тип тә, Бесәй йылы тип тә атайҙар. Яңы йыл ғаилә бәхете, игелек һәм тыныс, матур мөнәсәбәттәр алып килер, ти астрологтар. Районыбыҙҙа күп кенә ғаиләләр ҡуян үрсетә. Кемдәрҙер уның йылы мамығын эш итә, кемдәрҙер диетик ите менән туҡлана, ҡайһы берәүҙәр уларҙы табыш сығанағы булараҡ аҫрай.

Ҡуян йылы тыныслыҡ килтерһен
Ҡуян йылы тыныслыҡ килтерһен

Бына-бына иҫке йылды оҙатып, Яңы йылға аяҡ та баҫтыҡ. 2023 йылды Ҡуян йылы тип тә, Бесәй йылы тип тә атайҙар. Яңы йыл ғаилә бәхете, игелек һәм тыныс, матур мөнәсәбәттәр алып килер, ти астрологтар.

Районыбыҙҙа күп кенә ғаиләләр ҡуян үрсетә. Кемдәрҙер уның йылы мамығын эш итә, кемдәрҙер диетик ите менән туҡлана, ҡайһы берәүҙәр уларҙы табыш сығанағы булараҡ аҫрай. Ә бына Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Зәлиә һәм Ғаяз Самиҡовтар ғаиләһе бер нисә йыл инде ҡуяндарҙы тик матурлыҡ өсөн генә тота.

- Дүрт йыл элек бер туған ағайым ейәнсәремә тип ҡуян бүләк иткәйне. Шунан бирле ҡуяндар аҫрай башланыҡ. Ейәнсәрем ҡуяндарҙы бик ярата, ял көндәрендә, каникулдарҙа үҙе тәрбиәләй. Беҙ үҙебеҙ ҡуяндың итен дә ашамайбыҙ, һатмайбыҙ ҙа, уларҙы тик матурлыҡ өсөн генә тотабыҙ. Улар бит шундай йомшаҡ, матур, иркә, күҙгә генә ҡарап торалар. Ейән-ейәнсәрҙәр ҡуяндар менән рәхәтләнеп уйнайҙар. Йәйге каникул ваҡытында ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар ҙа беҙҙең ҡуяндарҙы ҡарарға экскурсияға киләләр. Уларҙың һәр береһе күстәнәскә тип, өләсәйҙәренең түтәлдәренән кишер йолҡоп алып килә, хатта. Ҡуяндарыбыҙға бесән, кишер, сөгөлдөр, икмәк ашатабыҙ. Ҡыш көндәре сирләмәһендәр өсөн йәйгеһен төрлө-төрлө витаминлы үләндәр менән һыйлап ҡалырға тырышабыҙ. Дегәнәк япрағын, әрем менән кесерткәнде яратып ашай улар. Бер ояла 6-7 ҡуян балаһы тыуа. Ҡуян ситлегендә инә ҡуян өсөн мотлаҡ ҡараңғы бүлмә булырға тейеш. Балалары тыуғас, ул бүлмәне асып ҡарарға, имеҙеүҙән туҡтағансы балаларына ҡул менән ҡағылырға ярамай. Юғиһә инә ҡуян уларҙы ташлаясаҡ. Үҫеп етеү менән ҡуян балаларын беҙ таныштарға, дуҫтарға бүләк итеп бирәбеҙ, - тип һөйләй хужабикә.

Эйе, барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, йыл хужаһы – йомшаҡ, наҙлы, бәрәкәтле йәнлек. Шуға күрә Яңы йыл илебеҙгә именлек, тыныслыҡ, дуҫлыҡ, бәрәкәт килтерер тип ышанабыҙ!

 


Ҡуян аҫрау өсөн күпме аҙыҡ кәрәк һуң? Һәр ҡуянға йылына яҡынса 20 кг бөртөклө культура, 10 кг көрпә, 65 кг картуф, 36 кг кишер, 40 кг бесән, 120-130 кг башҡа төрлө йәшелсә, 7 кг жом әҙерләнә. Имеҙгән инә ҡуянды көнөнә дүрт, ә ҡалғандарын өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Тағы ла бер мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡағиҙә: улар алдында йәйен-ҡышын йәш уҫаҡ, тал ботаҡтары ятырға тейеш. Оҙаҡ кимермәй торһалар, ҡуяндарҙың тештәре үҫеп, ашай алмай башлай.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: