Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юлбарыҫ йылында тыуғандар йылдарын нисек уҙғарған?

Фәнүзә Мөхәмәтҡолова, Ҡырмыҫҡалы ауылы, полиция хеҙмәткәре:- Йылым матур үтте, иҫтәлектәргә бай булды. Йәй көнө Сочиға барып, диңгеҙҙә һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, рәхәтләнеп ял иттем. 

Юлбарыҫ йылында тыуғандар йылдарын нисек уҙғарған?
Юлбарыҫ йылында тыуғандар йылдарын нисек уҙғарған?

 Ә октябрҙә Санкт-Петербургҡа барҙым. Унда “Царицыно” музей-заповеднигында, эрмитажда һәм башҡа музейҙарҙа булдым, тарихи Петр I карабында йөҙҙөм. Был сәйәхәттәрҙән сағыу тәьҫораттар алып, матур хәтирәләр менән ҡайттым. Улар оҙаҡ ваҡыт күңелемде йылытып торасаҡ. Шулай уҡ тағы ла иҫтәлекле ваҡиға булды: яңы йортто төҙөп бөтөп, ҡыҙыбыҙ шунда йәшәй башланы.

Рәйсә Әғзәмова, Алайғыр ауылы, һатыусы:
- Йылым яҡындарым менән бергәләп яҡшы үтте. Хаҡлы ялда булһам да, һатыусы булып эшләп йөрөйөм. Балаларым уңыштары менән шатландырып тора. Икеһе лә шәхси эшҡыуар, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Уларҙың бәхетле булыуы минең өсөн ҙур бәхет. Әсәйемдең дә иҫән-һау булып, үҙ йүнен үҙе күреүенә һөйөнәм. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә уңыштары менән һөйөндөрөп үҫеп киләләр. Быйыл ейәнсәрем Аиданы 1-се класҡа оҙаттым. Ул да ейәндәрем Данир һәм Артур кеүек “Далан” ансамблендә бейей. Ә Алина гимнастикаға йөрөй, ул да призлы урындар ала. Барыһы ла яҡшы, тик донъялар ғына тынысланһын ине.

Радмир Исламов, Ҡырмыҫҡалы ауылы, эшҡыуар:
- Үҙемдең Юлбарыҫ йылым минең өсөн бик шәп үтте. Быйыл ғаиләбеҙ менән Сочиға барып ҡайттыҡ. Диңгеҙҙә һыу ҡойоноп, рәхәтләнеп ял иттек. Ҡатыным менән бергә дүрт һәм алты йәшлек ҡыҙҙарыбыҙҙы ла алып барҙыҡ.
Эшем дә уңышлы булды. Күп ҡоролмалар, шул иҫәптән лазер станогы һатып алдым. Маркетплейсҡа сыҡтым, хәҙер донъя кимәлендә үҙебеҙҙә етештерелгән әйберҙәрҙе төрлө тарафтарға, мәҫәлән, Беларусь, Әрмәнстан һәм башҡа илдәргә лә һатабыҙ. Әйләнеште арттырғас, яңы эш урындары ла барлыҡҡа килде.

Юлбарыҫ йылында тыуғандар йылдарын нисек уҙғарған?
Юлбарыҫ йылында тыуғандар йылдарын нисек уҙғарған?
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: