Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Вәсиләбеҙ мәңге 36-ла ҡалды

Ире уның тыуған көнөнә бәйле пост яҙған.   

Вәсиләбеҙ мәңге 36-ла ҡалды
Вәсиләбеҙ мәңге 36-ла ҡалды

31 декабрҙә күптәребеҙҙең яратҡан йырсыһы, моңло һандуғас Вәсилә Фәттәхованың тыуған көнө булырға тейеш ине. Билдәле булыуынса, ул 1979 йылда тыуған. Иҫән булһа, уға 43 йәш тулған булыр ине.

Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан ете йыл элек, ҡарлы ғинуар көнөндә ул беҙҙе ҡалдырып китте.

Вәсилә Фәттәхованың тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов ошо уңайҙан социаль селтәрҙә пост ҡалдырған.

“Бөгөн, 2022 йылдың 31 декабрендә Вәсилә Рәзиф ҡыҙы Фәттәховаға 43 йәш булыр ине... Яҡты иҫтәлек. (31.12.1979-26.01.2016)”, – тип яҙған ул.

Билдәле булыуынса, йырсының улы һәм ҡыҙы ҡалды. Уларҙы аталары һәм олатай-өләсәләре тәрбиәләй.

Фото: fb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: