Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуян йылында тыуғандар йылға ниндәй өмөттәр бағлай?

Зәлифә Бәширова, Олокүл ауылы, уҡытыусы:- Һәр кем киләһе йылдан ниндәйҙер мөғжизә көтә. Ололар ҙа балалар кеүек уны тулҡынланып көтә.

Ҡуян йылында тыуғандар йылға ниндәй өмөттәр бағлай?
Ҡуян йылында тыуғандар йылға ниндәй өмөттәр бағлай?

Ғаиләбеҙ ишле, балаларыбыҙ күп. Хәҙер кейәүҙәр, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә бар. Һаулыҡта, тыныслыҡта, бер-беребеҙҙең тик яҡшы яҡтарын ғына күреп йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме – Ер шарында тыныслыҡ булһын, тип өмөт итәм.

Ләйлә Баймөхәмәтова, Шәрипҡол ауылы, почтальонка:

- Һәр кем яңы йылда яңы ҡыуаныс кисереп йәшәргә яҙһын. Йәштәр үҙ парҙарын табып ҡауышһындар. Донъялар тынысланһын.
Ҡыҙыбыҙҙың февралдә никахы була, ул һайлаған үҙ пары менән бәхеткә төрөнөп йәшәп китһен. Йорт һалғайныҡ, быйыл уға инеп, зәңгәр яғыулыҡ тоташтырырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

Хәтмулла Бикташев, Үтәгән ауылы, хаҡлы ялда:
- Ҡуян тыныс йәнлек, ул йыртҡыс түгел. Шуға ла йыл тыныс булыр, тип уйлайым. Киләһе йыл уңышҡа бай булһын. Һәмммәбеҙгә иҫәнлек, һаулыҡ, иң мөһиме - донъяның тыныслығын килтерһен. Ғаилә хәленә килгәндә, алдағы йылдың башында ҡыҙыбыҙ Ританың никахы була. Уның тормош ҡороуы, башлы-күҙле булыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы ваҡиға. Улыбыҙ Хәниф армиянан ҡайтып, Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Балаларыбыҙҙың киләсәктәре бәхетле булыр, тип өмөт итәм.

Ҡуян йылында тыуғандар йылға ниндәй өмөттәр бағлай?
Ҡуян йылында тыуғандар йылға ниндәй өмөттәр бағлай?
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: