Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сынаяҡта кекс!

Яҡындарығыҙҙы ошондай тәмле кекс менән ғәжәпләндерегеҙ әле. 

Сынаяҡта кекс!
Сынаяҡта кекс!

Яҡындарығыҙ менән тәмле итеп сәй эсергә йәһәт кенә, өс минут ваҡытығыҙҙы сарыф итеп, сынаяҡта кекс бешереп алырға мөмкин.

Кәрәк була:
- 4 аш ҡалағы он
- 4 аш ҡалағы шәкәр
- 2 аш ҡалағы какао
- 3 аш ҡалағы һөт
- 3 аш ҡалағы үҫемлек майы
- 1 йомортҡа

Әҙерләү:
Бөтә ингредиенттарҙы сынаяҡҡа һалып, яҡшылап бутарға ла, микроволновкала юғары ҡеүәткә ҡуйып, 3 минут тирәһе бешереп алырға. Һүрәттәгесә күпереп килеп сығып бешә. Тиҙ арала тәмлекәс әҙер!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: