Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормошомдоң бер көнө

Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан үҙ аллы тормошом тураһында әҙерәк яҙып үтәйем әле. Иртән тороп, үҙемдең эштәремде бөтөрөп, йыуынып-ҡырынып алам, сәйнүгемә һыу һалып, сәй ҡуйып ебәрәм. Сәйем ҡайнағансы физзарядка яһайым, “Фатиха” сүрәһе уҡып доға ҡылам. Шул арала сәйем дә ҡайнап сыға. Таңым бына шулай башлана.

Тормошомдоң бер көнө
Тормошомдоң бер көнө

Яңыраҡ бер танышым, "үҙ аллы тормошомдо башланым, ҡара янып күгәренеп бөттөм", - тип эсе бошоп яҙған ине. Эйе, үҙ аллы йәшәүе ғәрип кешегә бик ауыр. Минең дә күгәрмәгән, имгәнмәгән, йәрәхәтләнмәгән, һынмаған ерем ҡалманы, әлегә тиклем бот төбө һөйәгем борсой, күп мәшәҡәттәр килтерә. Шулай ҙа, үҙ алдыңа ҡуйған маҡсаттарға ирешер өсөн уҙ аллы йәшәргә кәрәк, тип уйлайым. Үҙ аллы йәшәү кешене бар яҡлап та асырға мөмкинселек бирә, ябай ғына эште хәл итеп ҡәнәғәтләнеү, һөйөнөү үҙе ни тора. Һау-сәләмәт ваҡытта ул мәсьәләләрҙе һин күҙ асып йомғансы хәл итәһең, ә бында улай түгел.
Икенсенән, һәр бер мәсьәләне сисеү өсөн асҡыс эҙләй башлайһың. Ул асҡыстар төрлөсә. Иң ябай асҡыс - нәҫел-ырыу, дуҫтар, куршеләр, таныштар һәм ярҙамға килергә әҙер тороусы башҡа кешеләр. Уларҙы ла дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Беренсе тапҡырҙан теләгән ишегеңде асыу килеп сыҡмай икән, танауыңды төшөрмә! Икенсе юлы бүтән асҡыс менән асып ҡара, бирешмә!
Был яҙыуымды һеҙгә минең һамаҡ йәшәргә тырышығыҙ тигән маҡсатта яҙмайым, был һеҙгә бер миҫал ғына. Һәр бер инвалидтың үҙ тауы: кемдең бейек, кемдең түбән, тар, йә булмаһа, киң. Барыһы ла һеҙҙең ҡулда: ниндәй асҡыс табып, ниндәй ишектәр асыуығыҙ. Был минән ябай бер кәңәш кенә. Минең һау-сәләмәт булған таныштарым араһында "Әхәт әлдә һин бар әле," - тип әйтеүселәр бар. "Ниңә?" тиһәң, ауыр ваҡытта һиңә тотоноп ҡалабыҙ, - тиҙәр. Шулай булғас, дуҫтар, үҙегеҙ уйлағыҙ, йәшәргә ынтылығыҙ! Әкиәттәгесә ер аҫтындағы гномдар һамаҡ биктә ултырһаҡ та, кемгәлер кәрәклегебеҙҙе онотмағыҙ.
Әхәт Нурышев, беренсе төркөм инвалиды.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: