Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Бишбармаҡ" бешерә беләһегеҙме?

Ҡаҙ-өйрәктәрҙе һуйҙыҡ, һуғым да әҙер тиһәң була. Әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың иң яратҡан ризыҡтарының береһе - бишбармаҡ бешерәйек. 

"Бишбармаҡ" бешерә беләһегеҙме?
"Бишбармаҡ" бешерә беләһегеҙме?

Бишбармаҡ— төрки халыҡтарында киң таралған һимеҙ иттән, һалманан әҙерләнгән ризыҡ. Башҡорттарҙа картуф ҡушылып әҙерләнә.

Бишбармаҡ бешереү өсөн һимеҙ һарыҡ итенең ҡабырға өлөшө алына. Итте ваҡ ҡиҫәктәргә бүлеп, һыуҙы артыҡ күп һалмайынса самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр һалып бешерергә кәрәк. Он, йомортҡа һәм йылы һыуҙан ҡамыр баҫыла. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Артабан йәймә 3 см киңлектәге таҫмаларға бүленә һәм ромбиктарға киҫелә. Ҡырҡылған һалманы һурпала йәки һыуҙа ҡайнатып, һыуын һарҡытып аҡ май менән майларға кәрәк.

Бишбармаҡ өсөн картуф 3-5 см ҡалынлыҡ түңәрәкләп ҡырҡыла һәм айырым бешерелә.

Тәрилкәгә һалма, картуф, ит һалына. Оҫтөнә ҡайнап торған һурпа ҡойола. Өҫтөнә ваҡлап туралған йәшел һуған һибелә.

4 кешелек бишбармаҡ бешереү өсөн 600 гр. һарыҡ ите, 2 баш картуф, 3 баш һуған, 1 стакан бойҙай оно, 1 йомортҡа, 2 аш калағы аҡ май, 3 стакан һурпа, самалап тоҙ һәм башҡа тәмләткестәр алына.

Баймаҡтарса бишбармаҡ

Көньяҡ Уралда, төбәп әйткәндә Баймаҡта бишбармаҡ табаҡ менән бирелә. Ул ваҡ ҡына шаҡмаҡ һалманан ғибәрәт. Ни тиклем йоҡа йәйелгән булһа, һалма ла шул тиклем тәмле, һурпа өҫтөндә йөҙөп кенә бешкән була. Бишбармаҡты һәр ҡунаҡ алдына ҡуйылған тәрилкәгә һалалар. Итте турап, һурпала бешереп алынған эре киҫәкле картуф, кәбеҫтә, кишер өҫтөнә өйөп, эҫе һурпа менән йылытып, уртаға айырым ултырталар. Борон урталағы табаҡтан һурпа эсендәге бишбармаҡты һәр кем ҡулы менән алып ашаған.Аҙаҡ туҫтаҡлап ҡоротло, боросло һурпаһын килтергәндәр.Һимеҙ һурпаны ҡоротлап эсһәң, ул ашҡаҙанға үтә ауыр булмай. заманса бишбармаҡ ағас, йә тимер ҡалаҡ менән ашала.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: