Даирә
+24 °С
Ямғыр

Кескәй шатлыҡтарҙан бәхет ярала

Тирә-яҡҡа иғтибарлыраҡ күҙ һалһаҡ, шундай бәхетле, һоҡланырлыҡ, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең бихисап булыуы күңелдәребеҙгә әйтеп бөтөрлөк түгел йылы хистәр өҫтәй, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс-шатлыҡтар бүләк итә. Иҫке Муса ауылында йәшәүсе ошондай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе менән танышырға беҙгә лә насип булды.

Кескәй шатлыҡтарҙан бәхет яралаКескәй шатлыҡтарҙан бәхет ярала
Кескәй шатлыҡтарҙан бәхет ярала

Кескәй шатлыҡтарҙан бәхет ярала

Тирә-яҡҡа иғтибарлыраҡ күҙ һалһаҡ, шундай бәхетле, һоҡланырлыҡ, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең бихисап булыуы күңелдәребеҙгә әйтеп бөтөрлөк түгел йылы хистәр өҫтәй, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс-шатлыҡтар бүләк итә. Иҫке Муса ауылында йәшәүсе ошондай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе менән танышырға беҙгә лә насип булды.

Ризеда һәм Нәзир Ҡунаҡаевтарҙың йортонан нур бөркөлөп тора тиһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ. Йортҡа ҡот ҡойоусы, йәм биреүсе хужабикәнең гөл-сәскәләр үҫтерергә яратыуы, бәйләү-сигеүгә маһирлығы шунда уҡ күҙгә салына, сөнки өйҙәренең түрен 60-тан ашыу гөл, йыйнаҡ ҡына итеп рамдарға эленеп ҡуйылған ҡул эштәре биҙәй. Уларҙың донъялары бөтөн, бар тирә-яҡта тулы тәртип хөкөм һөрә. Ә был инде Нәзир Фәнил улының да оҫта ҡуллы хужа булыуы тураһында күпте һөйләй.

Боҙаяҙҙа тыуып үҫкән Ризеда Илдус ҡыҙы 2004 йылда Иҫке Муса ауылына килен булып төшә. Нәзир Фәнил улы менән улар бынамын тигән матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып донъяға ауаз һалған Диана ҡыҙҙары бөгөнгө көндә инде ауыл мәктәбенең 10-сы класында тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Әсәһе кеүек ул да ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата.

Был ғаилә ағзаларының барыһын да белемгә ынтылыу, китаптарға һәм гәзит-журналдарға булған һөйөү берләштерә. Йорт хужаһы тарихи китаптарға өҫтөнлөк бирһә, хужабикә һәм ҡыҙҙары төрлө мажаралы, тормошсан әҫәрҙәрҙе үҙ итә.

Ҡунаҡаевтар менән яҡындан танышҡас, тағы бер нәмә хайран ҡалдырҙы: улар ялдарын шул тиклем матур итеп ойоштора белә.

- Ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Бушыраҡ ваҡыт килеп сыҡһа, үҙебеҙҙең шәхси автомобилгә ултырабыҙ ҙа, Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Туҡтап ял итә-итә, тирә-яҡты күҙәтеп, төрлө иҫтәлекле урындар менән танышабыҙ. Республикабыҙҙағы бик күп мәмерйәләрҙә булдыҡ, йылға-күл буйҙарын иңләнек. Бер нисә тапҡыр Ҡара диңгеҙ буйында ял итергә лә форсат тейҙе. Сәйәхәттән алып ҡайтҡан тәьҫораттарҙы аңлатырлыҡ һүҙҙәр табырлыҡ түгел. Донъя күреп, күңелдәребеҙҙе ял иттереп, артабан тормош көтөргә дәрт-дарман менән һуғарылабыҙ. Тағы ла, ял көндәрендә саҡ ҡына буш ваҡытыбыҙ булһа, Өфөгә барып берәй ҡыҙыҡлы кино йә мультфильм ҡарап ҡайтабыҙ, - тиҙәр был турала Ҡунаҡаевтар бер тауыштан.

Ауыл ерендә йәшәгәс, баҡса үҫтереп, мал аҫрамайынса ла булмай, әлбиттә. Үҙҙәренә етәрлек мал, ҡош-ҡорттары бар уларҙың.

- Артып ҡалған ҡаймаҡ-һөттө күрше-тирәләргә, һорағандарға һатабыҙ. Ауылда күптәр үҙҙәре мал тотмай хәҙер. Тормош иптәшем ниндәй эшкә тотонһа ла, еренә еткереп эшләп ҡуя. Барлыҡ эштәрҙе күмәкләшеп, бергәләшеп башҡарабыҙ. Баҡса үҫтерергә яратабыҙ, - ти хужабикә.

Ризеда ханым, юғары белемле белгес булараҡ, бик күп йылдар Боҙаяҙ балалар йортонда, колхозда бухгалтер булып эшләй. Иҫке Муса ауылына килен булып төшкәс тә төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә. Ул туғыҙ йыллап ауыр сирҙән һуң аяҡһыҙ ҡалған ҡайныһын һәм үҙенең әсәһен тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата. Ҡыҙғанысҡа, Ризеда Илдус ҡыҙына бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан Артур улы ҡурҡыныс аварияға эләгеп, мәрхүм булып ҡуя. Инде ун бер йыл әсә йөрәген оло хәсрәт биләй. Ҙур юғалтыу һағышы эҙемтәһенән йөрәккә ауыр операция үткәреү һәм шулай уҡ ауылда тейешле эш булмау сәбәпле, әлеге көндә уға тик йорт хужабикәһе булырға ғына тура килә.

- Бер аҙ булһа ла онотолор, ҡайғы-һағышымды баҫыр өсөн күберәк ҡул эштәре менән булышырға тырышам, - ти ул был хаҡта.

Нәзир Ҡунаҡаев мәктәпте тамамлағас, урмансы һөнәренә уҡырға ҡарар итә. Өфө урмансылыҡ техникумын тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Пермь яҡтарына ебәрәләр. Унда ул Урал урман-техник институтында юғары белем алыуға өлгәшә. Егерме йыллап шул яҡтарҙа Урман хужалығы өлкәһендә эшләй. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас та бер аҙ Боҙаяҙ урман хужалығында эшләп ала. Әммә донъялар үҙгәреп, ҡыҫҡартыуға эләккәс, ул водитель һөнәрен үҙләштерә һәм 2005 йылдан алып Өфө аэропортына йөрөп эшләй.

- Урмансы һөнәре һаман һағындыра. Урман, тәбиғәт ҡосағы һәр саҡ үҙенә тартып ҡына тора. Ваҡытым булғанда, йөрөп киләм әле тип, урман-ҡырҙарға сығып китәм, - тип хәтерләй үҙенең тәүге һөнәрен.

Юғарыла әйтеп үткәнемсә, ғаилә ағзаларының барыһына ла китап “ене” ҡағылған. Шулай уҡ Нәзир Фәнил улының “Даирә” гәзитенең тоғро уҡыусыһы булыуы беҙҙе бик һөйөндөрҙө.

- Бала саҡтан “Хеҙмәт даны” гәзитен уҡып үҫтек. Әле “Даирә”не алдырмайынса ҡалғаным юҡ. Сит райондарҙа йәшәгән туғандарым да гәзитте алып китеп уҡыйҙар. Мине күберәк ауыл хужалығы тураһындағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындыра. Элек хужалыҡтар бер-береһе менән ярыша-ярыша эшләйҙәр ине. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа, ундай хужалыҡтар ҡалманы тиерлек. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен яратып уҡыйым, бигерәк тә тарихи китаптар оҡшай. Ауылдашым Рәлис Ураҙғоловтың әҫәрҙәре күңелемә бик яҡын. Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” әҫәре ныҡ оҡшаны, - тип һөйләй ул үҙенең уҡырға әүәҫлеге хаҡында.

Ҡатын-ҡыҙҙың тәҡдире шул – ҡайҙа килен булып төшәһең, шунда ерегәһең. Ризеда Ҡунаҡаева ла Иҫке Муса ауылын күптән инде үҙ иткән.

- Был ауылға ныҡ өйрәндем. Бик һәйбәт халыҡ йәшәй бында. Шөкөр, күршеләребеҙҙән дә уңдыҡ. Улар менән һәр саҡ аралашып торабыҙ, татыу йәшәйбеҙ, - тине ул әңгәмәбеҙ һуңында.

Эйе, һәр атҡан таңға, төймәләй генә һөйөнөстәргә ҡыуанып йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Тап ошондай кескәй генә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан оло бәхет ярала. Эргәбеҙҙә йәшәгән ошондай матур ғаиләләрҙән өлгө алып, Хоҙай тарафынан бүләк ителгән һәр көнөбөҙгә рәхмәтле булып, һанаулы ғына ғүмер йылдарына ҡыуанып йәшәүгә ни етә!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас