

Балан емеше гастритты, ашҡаҙан йәрәхәтен, һалҡын тейеүҙе дауалау, һейҙек ҡыуыу өсөн ҡулланыла.
Ул йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, витамин етмәгәндә лә ярҙам итә. Шулай уҡ балан сәйе сәләмәтлекте нығыта, тынысландыра. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 мәртәбә ярты стакан эсергә мөмкин. Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда ла, тауыш бөткәндә лә, йүтәл ваҡытында ла бал һәм балан төнәтмәһе эсергә ҡушалар. Балан гипертония, йөрәк ауырыуҙарын, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла. 1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8-10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп алғас, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә 3-4 мәртәбә ярты стакан эсергә. Табиб менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!