

Иң элек Алайғыр ауылынан ағинәйҙәр клубы ағзалары Әнисә Ҡолбахтина һәм Фәниә Замановалар башҡорт халҡының милли ризығы - талҡан эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
- Талҡан – бик файҙалы һәм тәмле аҙыҡ. Шуға ла талҡан ашаған кешеләр һау-сәләмәт була. Ул бик күп витаминдарға, файҙалы матдәләргә бай. Был аҙыҡты яһар өсөн тәүҙә бойҙайҙы табала ҡыҙҙырабыҙ, унан ҡурмас килеп сыға. Һуңынан уны тирмәндә тарттырып, уға ярты литр ҡаймаҡ, шәкәр, һөт ҡушып баҫабыҙ. Һуңынан уны әүәләп, һалҡынға ҡуябыҙ, - тип һөйләне Фәниә Әнүәр ҡыҙы.
Алайғыр ауылынан китапханасы Гөлнур Ишемғолова етәкселеге аҫтында үҙешмәкәр артистар Гөлсәсәк Вәлиева, Әнисә Ҡолбахтина, Фәниә Заманова, Ҡарлыман ауылынан Рәйлә Исхаҡова, Тәнзилә Әхмәтшина, Вәсимә Хөсәйенова, Рима Ғәҙелшина, Зөлфәр Хөсәйеновтар моңло йырҙарын бүләк итһә, Илһам Хөсәйенов гармунда дәртле көйҙәр уйнаны. Ә Гөлназ Хоҙайбирҙина етәкселеге аҫтында яңы ғына барлыҡҡа килгән “Йондоҙҙар” балалар коллективы йырланы ла, бейеү ҙә бейене.
Ауылдың иң өлкән йәштәге кешеһе Флүрә Хөсәйенованың да байрамға килеүе тағы ла күркәмлек өҫтәне.
Йыл да эшҡыуарҙарыбыҙ Ринат Ғәҙелшин һәм Олег Васильевтар байрамдың иғәнәселәре була. Быйыл да улар был ғәҙәтенә тоғро ҡалды. Бының өсөн ауылдаштарым исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Фәйрүзә Ҡотлобаева.
Ҡарлыман ауылы.