

Беләҙегем-йөҙөгөм, кейәрмен әле үҙем...
Көмөш кешелеккә электән билдәле. Башҡорт халҡында киң ҡулланылған әйтемдәр, мәҡәлдәр, боронғо йырҙар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Төрлө хәүефле күренештәрҙән һаҡланыу өсөн башҡорт ҡатындары көмөштән яһалған һырға таҡҡан, беләҙек, йөҙөк кейгән. Йәнә Ассирия һәм Вавилонда көмөш изге металл булып һаналған, Айҙың символы булып иҫәпләнгән. Көмөш һәм уның ҡушылмалары урта быуаттарҙа алхимиктар араһында ихтирам яулай, ә XIII быуат уртаһында унан хатта һауыт-һаба эшләй башлайҙар.
Ни өсөн ҡапылғара көмөш тураһында яҙа башланы икән тип аптырайһығыҙмы? Күптән түгел генә бер кешенең “Кейәүҙәмен тиһең, бармағыңдағы йөҙөгөң алтын түгел бит”, тип әйтеүе мине бер аҙ уйға һалды һәм ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте. Бындай хәбәрҙе көтмәгәнгә күрә, ҡапыл ул кешегә нимә тип яуап бирергә лә белмәйенсә бер аҙ албырғап ҡалғас: “Ә мин көмөш яратам”, - тигән һүҙҙәрҙе генә саҡ әйтеп ҡуйҙым. Ысынлап та, мин нәҡ көмөш биҙәүестәргә өҫтөнлөк бирәм, һәм шуға ла никах балдағының да көмөштән булыуын теләнем.
Көмөш тигәс, әйҙәгеҙ, иң тәүҙә бер аҙ халҡыбыҙҙың үткәненә бағайыҡ. Белеүегеҙсә, борон-борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тик көмөш биҙәүес кенә ҡулланған. Ҡиммәтле таштарҙың, металдың дауалау көсөнә эйә булыуын башҡорттар борон замандарҙан уҡ белгәндәр һәм уны һәр ерҙә ҡулланырға тырышҡандар. Бигерәк тә көмөш әйберҙәргә өҫтөнлөк биргән улар. Хатта, көмөштөң ҡайһы бер сирҙәрҙән шифалы булыуы ла билдәле.
Ниндәй сирҙәрҙән арындырыу һәләтенә эйә икән һуң көмөш? Оҙаҡ бөтәшмәй торған яра, ҡысынма, йөрәктең йыш тибеүе менән яфаланғандарға ярҙам итә тиҙәр. Шулай уҡ көмөштөң тәнгә тейеп тороуы нервы системаһын тынысландырыуға, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыуға ла булышлыҡ итеүен иҫбатлағандар. Ошондай сифаттарын белгәнгә күрә, элек-электән башҡорт халҡы көнкүрештә лә күберәк көмөш һауыт-һабаны файҙаланырға тырышҡан.
Үрҙә әйтеп киткәнемсә, көмөш кешелеккә борон замандан бирле билдәле. Был көмөштөң тәбиғәттә алтын кеүек саф хәлендә табылыуы менән бәйле — уны
мәғдәндән иретеп алыу талап ителмәй. Был сифаты төрлө халыҡтарҙың мәҙәни традицияларындағы яҙмышын алдан билдәләй. XIII быуат урталарында көмөштән тик һауыт-һаба ғына эшләнә башламай, ә шулай уҡ көмөш ваҡ аҡса эшләү өсөн дә киң файҙаланыу ала. Беҙҙең көндәрҙә лә көмөш иҫтәлекле һәм инвестиция тәңкәләрен һуғыу өсөн ҡулланыла. Металдар араһында көмөш иң юғары йылы үткәреүсәнлеккә эйә.
Башҡорт халҡында көмөш биҙәүес кенә түгел, ә һаҡлаусы металл булараҡ та ҡулланылған. Ен-шайтан килмәһен тип башҡорт ҡатындары көмөш тәңкәле елән-камзулдар кейгән, көмөш һырға, беләҙек, йөҙөк таҡҡандар. Был көмөштәр ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ өсөн генә хеҙмәт итеп ҡалмаған, тәү сиратта, бигерәк тә сабыйҙарҙы, йәш ҡыҙҙарҙы яман көстән, күҙ тейәүҙән дә һаҡлаған. Шулай уҡ башҡорттарҙа балаларға төрлө аҫылташтар исеме биреү киң таралған булған. Шулар араһында «көмөш» һүҙе менән яһалған исемдәр ҙә етәрлек, улар иһә ир балаға ла, ҡыҙ балаға ла ҡушылған. Мәҫәлән, Көмөшбай, Көмөшҡол тигән ир исемдәре һәм ошо исемдәрҙән барлыҡҡа килгән фамилиялар күптәргә билдәле. Ҡыҙҙарға инде Көмөш, Көмөшбикә, Көмөшнур, Көмөшһылыу тигән исемдәр ҡушыр булғандар.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ла көмөш менән бәйле әйтем-мәҡәлдәр етәрлек кимәлдә. Халыҡ телендә бигерәк тә “Өлөшөмә төшкән көмөшөм” тигән фраза киң билдәлелек яулаған. Шулай уҡ көмөш ҡалаҡ, көмөш ай, көмөш тәңкә, көмөш самауыр тигән һүҙбәйләнештәр әле лә ҡулланыуҙа бар. Иғтибар иткәнегеҙ булһа, оло йәштәге олатай-инәйҙәр тимерҙән эшләнгән ҡалаҡтарҙың барыһын да “көмөш ҡалаҡ” ти әйтергә күнеккән. Бик күп халыҡ йырҙарында һәм шулай уҡ заманса йырҙарҙа ла көмөш һүҙе йыш осрай.
Көмөш тураһында мәғлүмәттәр даирәһендә соҡона торғас, тағы бер ҡыҙыҡ ҡына, быға тиклем бер ҙә ишеткәнем булмаған: “Никах балдаҡтары (никах ислам динендә ярашлы үткәрелһә, кейәүҙең балдағы алтын булырға тейеш түгел)”, - тигән яҙмаға юлыҡтым. Был Гүзәл Ситдыҡованың “Күсле ил – көслө ил” китабынан өҙөк ине.
Бына шулай, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешенең бик күп ваҡиғалары тап ана шул көмөш менән бәйле. Был турала билдәле тарихсы Азат Ярмуллин бик ентекле бәйән иткән. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа түбәндә уның мәҡәләһен дә тәҡдим итмәксебеҙ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ был турала, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Беҙгә һеҙҙең фекер ҙә мөһим. Хаттар көтөп ҡалабыҙ. Яҙып ултырырға ваҡытығыҙ булмаһа, ватсапҡа тауышлы хәбәр ебәрә алаһығыҙ (89374957327).
Розалия НАЗАРОВА.
Башҡорт халҡында көмөш әйберҙәр эшләү кәсебе
Башҡорт халҡында борон-борондан затлы металдарҙан алтынға түгел, ә көмөшкә өҫтөнлөк биргәндәр. Был башҡорттарҙың алтын менән бөтөнләй эш итмәүе тураһында һөйләмәй. Элек-электән башҡорт мәғдәнселәре алтынды ҡаҙып, иретеп һатыуға сығарыр булғандар. Мәҫәлән Долмат монастыры монахы 1668 йылда “многие башкирцы, этот камень берут и плавят золото и серебро, ту руду они продают в Уфу русским людям по 13 рублей пуд.”, тип хәбәр итә. Башҡорттарҙың Иртәш күлендә (хәҙерге Силәбе өлкәһе) алтын иретеү мейестәре булған. Әммә улар үҙҙәре алтынды биҙәүес әйбере булараҡ ҡулланмаған.
Башҡорттарға көмөш ҡәҙерлерәк булған
Башҡорттарға көмөш ҡәҙерлерәк булған. Уларҙың бөтөн биҙәүес әйберҙәре ошо аҡ металдан яһалған. Ғалимдар “аҡса” һүҙенең дә көмөш, йәғни “аҡ” металл менән бәйле булыуы тураһында фаразлай.
Көмөш ҡиммәтле метал булараҡ ҡына түгел, уның башҡа сифаттары ла күп булған. Был хикмәтле металл күҙ тейеү, ен-шайнтандарҙан һаҡлау сараһы итеп ҡулланылған. Шуға күрә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙың кейеме шау көмөштән торған, тиһәк бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ысынлап та ҡатын-ҡыҙ кейемендә көмөш тәңкәләр ҙур урын алып тора. Уның башын көмөш тәңҡәләрҙән торған ҡашмау һаҡлаһа, арҡаһын шулай уҡ көмөштән торған ҡашмау ҡойороғо ҡурсалаған. Күкрәкте һаҡал, селтәр ҡаплап торған. Хатта муйынға ла көмөш тәңкәләрҙән торған әйбер тағылған. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙ сәс толомдарына көмөш сулпылар, ҡулдарына көмөш йөҙөк, беләҙектәр тағып йөрөр булған. Шуға күрә лә башҡорт ҡатын-ҡыҙы килгәндә уның көмөш тәңкәләре сыңлауын алдан уҡ ишетелеп килгән, үҙе күренмәҫ үк.
Шулай итеп, ен-шайтан килмәһен тип башҡорт ҡатындары көмөш һырға, көмөш беләҙек, көмөш йөҙөк кейгәндәр. Ҡашмау, һаҡалдар ҙа уларҙы яман көстәрҙән һаҡлаған. Көмөш тәңкәләрҙең сыңлауы яуыз көстәрҙе ҡыуған, ҡатын-ҡыҙға зыян килтерә алмаған. Шуныһы һөйөнөслө, бөгөнгө көндә көмөш биҙәүестәр тағыу йолаһы киренән тергеҙелә башланы, башҡорт ҡатын ҡыҙҙары өләсәйҙәренән ҡалған селтәр, һаҡал эшләү йолаһын ҡабатан юлға һала башланы. Хәҙер көмөштән эшләнгән милли алҡа, сулпылар һатыла.
Көмөш һаулыҡҡа файҙалы металл
Көмөштөң файҙалы металл икәнен хәҙерге медицина ла иҫбатлай. Көмөштөң иондары менән байылытған һыу, йәғни көмөш һауытта ултырған һыу 260-тан артыҡ патоген микроб, вирус, бәшмәктәрҙе үлтереү һәләтенә эйә. Бындай һыуҙы яҙлы-көҙлө ҡулланыу файҙалы, тиҙәр.
Башҡорттарҙа көмөштө биҙәүес әйбере булараҡ ҡатын-ҡыҙ генә түгел, ир-арттар ҙа ҡулланған. Башҡорт ирҙәре көмөштән эшләнгән ҡәмәр (таштар менән биҙәлгән билбау), көмөш йөҙөк кейгән. Шулай уҡ көмөштән аттың йүгәнен, эйәрен эшләр булғандар. Бынан тыш, башҡорттар үҙҙәренең яу ҡоралдары ян-уҡ һала торған һаҙаҡтарын, һауыттарын көмөш менән биҙәгәндәр. Шулай уҡ көмөшсө оҫталар көмөш ялатыуҙың бер нисә ысулын ҡулланғандар. Метал әйберҙәр өҫтөнә һәм арҡыры бураҙналар яһағандар, уға йоҡа көмөш киҫәген һалып йылытҡандар һәм сүкеш менән һуҡҡылап, яҡшылап беркеткәндәр, һуңынан көмөшләнгән әйбер өҫтөнә балауыҙ һөртөп, биҙәкте тырнап сыҡҡандар. Һырлы биҙәктәр менән башлыса өҙәңгене, ҡаптырманы, һаҙаҡ менән йәйә ҡабын, сбруйҙың күндән эшләнгән өлөштәрен, эйәр ҡашын биҙәгәндәр.
Шулай итеп, көмөш башҡорт мәҙәниәтендә ҙур урын биләгән металл булып тора. Башҡорт халыҡ йыры “Ирәндек”тә лә көмөш биҙәүестәр кейгән башҡорт ҡыҙ тураһында йырлана бит:
Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек...
Көмөш әйберҙәр ҡулланыу йолаһы ҡайтанан тергеҙелеүе, башҡорт халҡының яңы заман тормошо менән сал быуаттар төпкөлөнән килгән бай мәҙәниәтен бәйләүе булып тора.
Азат ЯРМУЛЛИН, тарихсы.