Даирә
+21 °С
Болотло

Күпте күргән, күпте кисергән

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға нисә йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты, әммә шул дәүерҙәге кешеләр өсөн был иң ауыр һынау осоро бер ваҡытта ла онотолмаҫ. Иҫке Йәнбәк ауылында йәшәүсе Биктимер Байназаровтың да атаһын һуғышҡа алғанда, уға ни бары дүрт йәш кенә булып ҡала.- Атайымды һуғышҡа оҙатҡанда тауға тиклем мине ҡулында күтәреп алып менде. Мин уның йөҙөн дә хәтерләмәйем. Шул китеүенән башҡаса әйләнеп ҡайтманы. Смоленск өлкәһенең Кузьминовка ауылы эргәһендәге алышта һәләк булған, - тип иҫкә ала хеҙмәт уҙаманы күҙ йәштәре аша.

Күпте күргән, күпте кисергәнКүпте күргән, күпте кисергән
Күпте күргән, күпте кисергән

Был кескәй Биктимерҙең атаһын һуңғы күреүе була. Әсәһе ҡустыһы менән уны яңғыҙы ҡарап үҫтерә. Улдарын ас-яланғас итмәҫ өсөн ҡатын-ҡыҙ, ир-ат эше тип тормай барлыҡ ауыр эштәрҙе башҡара. Һуғыш осорондағы барлыҡ ғаиләләр кеүек улар ҙа алабута, кәлйемә, төрлө үләндәр ашап йәшәй.
- Әсәйем бик уңған, тырыш булды. Шул ваҡытта ла кәзә аҫрай алды. Беҙгә һөтөн дә, ҡаймағын да ашатты, - тип иҫкә ала ул.
Улдары ла әсәйҙәренә кесе йәштән ярҙамсы булып үҫәләр. Биктимер 13-14 йәшенән төрлө эштәргә йөрөй башлай. Утын, бесән әҙерләшә, сәсеү-ураҡ эштәрендә ҡатнаша. 7-се класты тамамлағандан һуң ферма көтөүен көтә башлай. Сабата бик эләкмәне лә, ялан аяҡ йөрөй торғайныҡ, ҡаты ҡырау төшкәндә, аяҡтар ҡыҙарып туңып, ҡанап бөтә торғайны, тип хәтерләй ул. Ферма көтөүен көткән өсөн уға хеҙмәт хаҡына тана бирәләр.
18 йәше тулғас, 1956 йылда армияға алына. Германияның Виттенберг ҡалаһында өс йыл хеҙмәт итә. Тәүге йылы ғына һағындыра, аҙаҡтан өйрәнеп китәһең. Немец халҡы бик уңған, тәртипле халыҡ икәне хәтеремдә ҡалған, тип иҫкә ала ул.
Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, оҙаҡ та тормай өйләнеп тә ҡуя. Киске уйындарҙа тальян гармун тартҡан егеткә ҡыҙҙарҙың күҙе төшһә лә, ул армияға киткәнсе вәғәҙәләшкән ҡыҙы Нәсимәгә тоғро ҡала. Ваҡытына күрә матур итеп туй ҙа үткәрәләр. Биктимер ағай Ляховола тракторсылар курсын тамамлап, колхозда ғүмере буйына механизатор булып эшләй, Нәсимә апай фермала һыйырҙар һауа. Дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Бөгөнгө көндә гөрләтеп донъя көткән, колхозда эшләгән, балалар үҫтергән йылдарын һағынып иҫкә ала Биктимер ағай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙаманға Ринат һәм Илфат исемле улдарын ваҡытынан алда ерләргә тура килә. Тормош иптәше Нәсимә апайҙың да баҡыйлыҡҡа күскәненә биш йыл тулған.
Биктимер Абдулла улы ҡорған донъяларының утын һүндермәйенсә, яҡындарының иҫтәлектәре менән яңғыҙы көн күрә. 85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр нимәһе үҙ урынында, өйө матур, бөхтә итеп йыйыштырылған.
- Ике улымды, ҡатынымды уйламаған көнөм, сәғәтем юҡ. Улар һәр ваҡыт иҫемдән сыҡмай, - ти ул күңеле тулып. Ярай әле Подлуб ауылында йәшәүсе ҡыҙы Рәмилә, кейәүе Кәүсәр, Атйетәрҙән улы Иршат, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре килеп хәлен белеп торалар. Өлкән йәштәге кешегә күп кәрәкмәй ни, яҡындарының иғтибары, хәстәре уға артабан йәшәргә көс бирә.
- Атай-әсәйемдең миңә тиклем тыуған балалары үлеп торғандар. Шуға мин тыуғас, ырым буйынса атай-әсәйем мине тәҙрә аша һатып алғандар һәм Биктимер тип исем ҡушҡандар. Бәлки, шуға ла ғүмерем оҙон булғандыр, - ти Биктимер Абдулла улы.
Ғүмер буйына колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт уҙаманы, һуғыш осоро балаһы Биктимер Байназаров кеүек олатай-инәйҙәребеҙ ауылдарыбыҙҙы йәмләп көн итә, йәштәребеҙгә өлгө булып тора. Балаларыбыҙға өлкән быуын вәкиленә төшкән ауырлыҡтарҙы ишетеп кенә белергә яҙһын, барыһына ла ныҡлы сәләмәтлектә, тыныс тормошта йәшәргә насип булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас