Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ беләһегеҙме?

Төрлө илдәрҙең мәктәптәрендә уҡытыу төрлөсә ойошторолған. Ҡайһы бер илдәрҙә ата-әсәләр штраф та түләй икән...

Ә һеҙ беләһегеҙме?
Ә һеҙ беләһегеҙме?

- Германияла бала мәктәпкә 6 йәштә бара. Дәрестән ҡасҡан уҡыусының ата-әсәһе штраф түләй һәм уларҙа мәктәп формаһы юҡ.

- Чехия мәктәптәрендә "бишле" - иң насар, ә "берле" иң яҡшы билдә булып һанала. Бер уҡытыусы бер нисә фәндән белем бирә. Мәҫәлән, математика уҡытыусыһы - физкультуранан, ә хеҙмәттеке химия, туған тел дәрестәрен уҡытырға мөмкин.

- Финляндияла уҡыусы үҙе теләмәһә, таҡта янына яуап бирергә сыҡмаҫҡа хоҡуҡлы.

- Израилдә балаларға ҡабатлау, бүлеү таблицаһын ятлатмайҙар. Улар калькулятор ғына ҡуллана.

- Испания мәктәптәрендә бары тик бер генә тәнәфес бар. Оҙонлоғо - 30 минут. Унда дәрестәр бер-бер артлы тәнәфесһеҙ генә дауам итә.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: