Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Әй һайраны һары һандуғас, йөрәккәйе тулы моң булғас

Өҙҙөрөп һайраған һандуғас моңон яратмаған кеше бармы икән был донъяла?! Юҡтыр, моғайын. Йәмле йәйҙең бер иртәһендә, алһыу таң һыҙылып килгәндә йоҡонан уянып, алма баҡсаһында һандуғастарҙың ярыша-ярыша моң түгеүҙәрен тыңлап ята торғас, ошондай һорау тыуҙы күңелдә.

Әй һайраны һары һандуғас, йөрәккәйе тулы моң булғас
Әй һайраны һары һандуғас, йөрәккәйе тулы моң булғас

Әй һайраны һары һандуғас, йөрәккәйе тулы моң булғас

Өҙҙөрөп һайраған һандуғас моңон яратмаған кеше бармы икән был донъяла?! Юҡтыр, моғайын. Йәмле йәйҙең бер иртәһендә, алһыу таң һыҙылып килгәндә йоҡонан уянып, алма баҡсаһында һандуғастарҙың ярыша-ярыша моң түгеүҙәрен тыңлап ята торғас, ошондай һорау тыуҙы күңелдә.

Кемдең генә күңелен арбамаған да, күпме кешене үҙенә ғашиҡ иттермәне икән ошо кескәй генә ҡоштоң йөрәктәргә үтеп инерлек моңо?! Шиғри күңеллеләрҙе шағир, моңлоларҙы йырсы итеүсе лә шул өҙҙөрөп һайраған һандуғастыр, күрәһең.

Таңдарымда аҡ ҡайынға ҡунып,

Әй һайраны һары һандуғас.

Үҙәктәрҙе өҙҙө һайрауҙары

Йөрәккәйе тулы моң булғас.

Моңдарыңды ҡайҙан алаһың һин,

Кескәй генә һары ҡошсоғом?

Йырҙарыңды бүлеп ҡуймайымсы

Бер ҙә генә килмәй борсоғом.

Һайра әле, ҡошом – һандуғасым!

Тирбәлһендәр һинең моңдарға.

Дәрттәр өҫтә кеше күңеленә,

Йәшәү йәме биреп йылдарға. (З. Түләбаева).

Уйланып ята торғас, мейелә тағы бер һорау хасил булды. Яҙлы-көҙлө торналар һәм ҡыр ҡаҙҙары теҙелешеп, төрлө тауыштар сығарып йылы яҡтарға киткәнен йә тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтҡанын беҙ барыбыҙ ҙа күктәргә бағып күҙәтергә яратабыҙ. Ә бына һандуғастарҙың ҡасан йылы яҡтарға осҡанын һәм кире осоп ҡайтҡанын күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр. Ғөмүмән, ҡайһы тарафтарҙа ҡышты үткәрәләр икән был моңло ҡошсоҡтар? Ошо һорауҙарға тиҙерәк кенә яуап табырға тип, телефонды ҡулға алып, тилбер бармаҡтарымдың интернет селтәренән үҙемде ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт эҙләй башлағанын да һиҙмәй ҡалғанмын.

Эҙләй торғас, һандуғастар тураһындағы бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡтым. Баҡтиһәң, был моң эйәләре бик шым ғына йылы яҡтарға – Төньяҡ Африкаға осоп китәләр һәм шулай уҡ тауыш-тынһыҙ ғына майҙың тәүге көндәрендә кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар икән. Ғәҙәттә, беҙ һандуғастарҙың һайрауын ишетәбеҙ, ә үҙҙәрен яҡындан бик үк күргәнебеҙ ҙә юҡ тиерлек. Сөнки, тауыштары моңло булыуға ҡарамаҫтан, был ҡошсоҡтар әллә ни күҙгә ташланып та бармай. Турғайҙан әҙ генә ҙурыраҡ һәм һоро төҫтә булған һандуғастарҙың йәки икенсе төрлө әйткәндә былбылдарҙың Башҡортостанда өс төрө осрай. Улар ҡыуаҡтар һәм үләндәр араһында парлап оя ҡора һәм ояларындағы 4-6 йомортҡаны инә ҡош 14-15 көн эсендә баҫып сығара. Йылына 1-2 тапҡыр бала сығарырға ла һәләтлеләр. Бар ғәләмде үҙенә ғашиҡ иткән ҡошсоҡтар ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итеүҙә лә ҙур эш башҡара.

Интернет даирәһен гиҙә торғас, шул да мәғлүм булды: тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас та, һандуғастар йырлай башламай икән, тик 6-8 көн үткәс, барлыҡ ағастар йәшелгә төрөнгәс кенә һайрай башлайҙар. Тик төш ваҡыттарында ғына бер аҙ ял итеп алалар ҙа, көнө буйы тирә-йүнде үҙҙәренең сихри моңдарына сорнай улар. Шулай итеп, беҙҙе май баштарынан алып, йәй айҙары тамамланғансы үҙҙәренең моңло йырҙары менән ҡыуандыра. Шуны ла белдек, Африка халҡын былбыл ҡоштар үҙҙәренең йырҙары менән һөйөндөрмәй икән дә: улар тик үҙҙәренең тыуған илдәрендә һәм бала сығарған осорҙа ғына йырлай.

Һандуғастар ғүмер буйына (10 йыл тирәһе) бер үк урында йәшәргә күнеккән. Эҫе Африкала ҡышлағас, улар кире үҙҙәренең шул уҡ ояһына ҡайталар. Ә йәш ҡоштар иһә үҙҙәре тыуған ояға яҡыныраҡ урынды төйәк итә. Ҡышлау өсөн 6500 км юл үтергә мәжбүр булалар хатта. Был юлды үтеү өсөн күпме көс, күпме ваҡыт кәрәк булыуын бәләкәй генә ҡошсоҡтар тик үҙҙәре генә беләләлер. Үҙ парҙарын һайрауҙары аша табалар икән улар.

 Белеүегеҙсә, һандуғастар тураһында бик күп шиғырҙар һәм йырҙар ижад ителгән. Донъялағы бер ҡошҡа ла ошоға тиклем ундай бәхет тәтемәгән әле. Көслө һәм моңло тауышлы кес кенә ҡошсоҡ үҙенең ҡабатланмаҫ репертуары менән беҙҙе инде тиҫтәләгән йылдар буйы әсир итә. Ошо урында талантлы шағирә Гөлфиә Юнысова ижад иткән, һәләтле композитор Нур Дауытов көй һалған һәм яратҡан йырсыбыҙ Фидан Ғафаров башҡарған “Һандуғас моңо” йырынан бер өҙөк хәтергә төшә: 

Дим талына ҡунып,

Ниҙәр көткән булып,

Һайрай икән һары һандуғас?

Нисек түҙһен ҡошҡай,

Минең серҙәш дуҫҡай,

Эскәйҙәре тулы моң булғас?

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: