Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауылды үҙ итә улар

Ауылдарҙың киләсәге йәштәр ҡулында. Йәштәр ауылда төпләнһә, уға ҡот ҡуна, йәм керә, тирә-йүн бала-сағаларҙың шат тауышына күмелә. Тик, ҡыҙғанысҡа, һуңғы йылдарҙа йәштәр ауылда ҡалмай, ауылды яратмай тигән аһ-зарҙарҙы бик күп ишетергә тура килә. Эйе, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе шаулап торған ҡала тормошона өҫтөнлөк бирә. Бик тырыш һәм йүнселдәр генә ауылда йәшәргә ҡала һәм тыуған төйәгендә бынамын итеп донъя көтә. Бына шундай, ауыл тормошона ғашиҡ булған ғаилә менән танышыу бәхете тейҙе беҙгә.

Ауылды үҙ итә улар
Ауылды үҙ итә улар

Ауыл тормошон үҙ итә улар

Ауылдарҙың киләсәге йәштәр ҡулында. Йәштәр ауылда төпләнһә, уға ҡот ҡуна, йәм керә, тирә-йүн бала-сағаларҙың шат тауышына күмелә. Тик, ҡыҙғанысҡа, һуңғы йылдарҙа йәштәр ауылда ҡалмай, ауылды яратмай тигән аһ-зарҙарҙы бик күп ишетергә тура килә. Эйе, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе шаулап торған ҡала тормошона өҫтөнлөк бирә. Бик тырыш һәм йүнселдәр генә ауылда йәшәргә ҡала һәм тыуған төйәгендә бынамын итеп донъя көтә. Бына шундай, ауыл тормошона ғашиҡ булған ғаилә менән танышыу бәхете тейҙе беҙгә.

Һәүәләй ауылындағы сынъяһау донъяның хужалары Дания һәм Илнур Зиннуровтарҙың йортонан нур бөркөлөп тора. Бында бөтә нәмә хужаларҙың үҙ ҡулдары менән бөтә күңел йылыһын һалып эшләнгәне әллә ҡайҙан күҙгә салына, бар нәмә үҙ урынында һәм зауыҡ менән биҙәлгән.

Йорт хужаһы Илнурҙы эш көндәрендә өйҙә тотормон тимә. Шуға күрә беҙгә Дания менән генә һөйләшергә тура килде. Уңған хужабикә ауылдың икмәкханаһында ике көн эшләй ҙә, ике көн ял итә. Ашнаҡсы һөнәрен һайламаһа ла,  Данияның күңеленә тик ошо эш хуш килә. Был турала ул:

- Бала саҡтан бешеренергә яраттым. Земфира, Ләйсән әхирәттәрем менән бер-беребеҙҙең өйҙәренә алмашлап барып төрлө татлы ризыҡтар бешеренеп тик йөрөй торғайныҡ. Әле лә төрлө бәлештәр, торттар, бауырһаҡ һәм башҡа тәм-томдарҙы бик теләп бешерәм. Ҡырмыҫҡалыла һатыусыға уҡыным. Нишләптер ул саҡта ашнаҡсыға уҡырға уйламағанмынсы, - ти.

Данияның тормош иптәше Илнур көн дә Өфө ҡалаһындағы етештереү компанияһына йөрөп эшләй. Ул юғары белемле юрист. Эштән ҡайтҡас, ауыл тормошона хас булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәргә сума ул.

Үрге Төкөн ауылы һылыуы менән Һәүәләй ауылы егетенең танышыу тарихы ла үҙенә күрә ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан. Йәш йөрәктәрҙең бер-береһенә тап килгәнен тойған Илнурҙың ике туған ағаһы таныштыра уларҙы. Йәштәр бер-береһен бер күреүҙә үк оҡшата. Ике ауыл араһы бик үк яҡын булмағанлыҡтан күберәк телефон аша бәйләнеш тоторға тура килә уларға. Шулай итеп аралашып, осрашып йөрөгәндәренә ярты йыл тигәндә йәштәр өйләнешәләр. Ғаилә ҡороуҙарына быйыл ете йыл. Илнур ауылда донъя көтөрөн алдан уҡ планлаштырып, мәктәпте тамамлағас та ҙур, матур йорт һала башлай. Өйләнешкәндән һуң йәш ғаилә бер аҙ ғына ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәп ала ла, айырым донъя көтә башлай.

Зиннуровтарҙың йортоноң эсе лә, тышы ла хуш еҫле гөл-сәскәләргә күмелгән. Был, әлбиттә, хужабикәнең егәрлеге тураһында күпте һөйләй. Ә кәртә-ҡураның бөтөнлөгө инде йорт хужаһының булдыҡлы, оҫта ҡуллы икәнен күрһәтә. Дәртле ғаилә гөрләтеп баҡса үҫтерә, мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә.

- Бала саҡтан ауылда йәшәргә хыялландым. Ҡала тормошон бөтөнләй үҙһенмәйем. Йәштән үк, ҡалаға барһам, тиҙерәк тыуған яҡтарыма ҡайтырға ашҡына инем. Ата-әсәйҙәр көнө буйы эштә булдылар, бөтә йорт эштәрен Дамир туғаным менән икәүләшеп эшләп үҫтек. Азат туғаным беҙҙән күпкә бәләкәйерәк булды. Шаяртыу ҡатыш гел генә: “Мин ауыл кешеһенә кейәүгә барам”, - ти торғайным. Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килгәндер, күрәһең, әйткәнем тормошҡа ашты. Тормош иптәшем ҡалала эшләһә лә, ауылды үҙ итә, - ти йорт хужабикәһе.

Дания менән Илнур һәр саҡ бер-береһенә ярҙам итеп, барлыҡ эштәрҙе бергә-бергә эшләргә тырышалар. Малға бесәнде лә үҙ көстәре менән әҙерләйҙәр. Ғаиләнең ял көндәре лә баҡса һәм мал эштәре менән уҙа. Ата-әсәләренә лә ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә өлгөрә улар.  

Татыу ғаиләгә йәм өҫтәп, донъяға ҡыҙҙары һәм улдары тыуа. Алты йәшлек Самира һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә әүәҫ. Бәләкәй ҡыҙсыҡ үҙенең һәр рәсемен йыйып бара. Етди генә ҡарашлы Искәндәргә 4 йәш. Бәләкәй генә булһа ла ул атаһына ярҙам итергә, унан төрлө һөнәр өйрәнергә тырыша. Балалар ауылдың балалар баҡсаһына йөрөй. Өләсәләре Мәүлиҙә Зиннурова ла ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашыуҙа оло ярҙам күрһәтә.

Бына шундай бар яҡтан уңған, тыуған ерҙәренә ереккән ғаилә йәшәй Һәүәләйҙә. Күҙҙәр генә теймәһен үҙҙәренә. Уларға артабан да шулай маҡсатлы йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Ошондай һеҙең кеүек ғаиләләр күберәк булғанда, ауылдарҙың киләсәге өмөтлө булырына ышанысыбыҙ ҙур.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: