Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тигеҙ ҡартлыҡ – үҙе бәхет

Зәйтүнә һәм Ривал Бикбулатовтар - икеһе лә һуғыш осоро балалары. Атайҙарының һуғышта һәләк булып ҡалыуы менән дә уларҙың яҙмыштары оҡшаш. 

Тигеҙ ҡартлыҡ – үҙе бәхет
Тигеҙ ҡартлыҡ – үҙе бәхет
  • Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ривал ағайҙың әсәһе уға өс йәш кенә булғанда ауырыуҙан вафат булып ҡала. Малайҙы өләсәһе Фәғилә ҡарап үҫтерә. Уҡы тип өгөтләп торған кешеһе булмағас, 7-се класты тамамлау менән колхозда тракторсы ярҙамсыһы булып эш башлай.
    Зәйтүнә апай ҙа һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы көрһөнөп иҫкә ала.
    - Әсәйем атайым һуғышта ятып ҡалғандан һуң яңғыҙы өс баланы аяҡҡа баҫтырҙы. Башҡаса кейәүгә сыҡманы. Ауыр булһа ла, һыйыр аҫрап, беҙҙе аслыҡтанҡотҡарып ҡалды. Ас та, туҡ та булманыҡ. Әсәйемә ҙур рәхмәт, - ти ул.
    10-сы класты тамамлаған Зәйтүнә апайға ла артабан уҡырға тура килмәй, туған колхозында эшкә егелә. Кесе йәштән нужа һурпаһы эсеп, эшкә сынығып үҫкән йәштәр бергә ҡауышҡас, кеше алдында кәм-хур булмаҫҡа тырышып донъя көтә башлай.
    Ривал Ирмәк улына бер-ике йыл ярҙамсы булып йөрөгәндән һуң ДТ-75 тракторын ышанып тапшыралар. Был тракторҙа сәсеү осоронда ер һөрөү, йәйен утын ташыу, көҙөн сенаж тапатыу, ҡышын ҡар этәреү кеүек эштәр башҡара. Һуңынан 30 йыл ғүмерен КС-1,8 сөгөлдөрөү үҫтереү комбайнында эшләүгә бағышлай. Алдынғы хеҙмәткәр булараҡ йыл һайын президиумда ултыра, фотоһүрәте Маҡтау таҡтаһынан төшмәй, шифаханаға, Ташкент, Сәмәрҡәнд, Фирғәнә ҡалаларына туристик сәйәхәткә юллама менән бүләкләнә. Зәйтүнә Мостафа ҡыҙы иһә 4-5-әр гектар сөгөлдөр үҫтерә, яҙын һарыҡ өҫтө алырға, көҙөн-ҡышын келәт эштәренә йөрөй.
    Ҡура тултырып мал-тыуарын да аҫрайҙар, баҡсаһын да үҫтерәләр. Үҙ көстәре менән ҙур, иркен йорт бөтөрөп инәләр. Өс тағандай өс улға ғүмер һәм тәрбиә бирәләр. Бөгөнгө көндә Рәмил, Өлфәт, Рәфил ғаиләләре менән үҙ-ара бик татыу ғүмер итә. Атай йортондағы техника менән бесәнен дә, утынын да әҙерләйҙәр, барлыҡ өмәләрҙе бергәләп башҡаралар. Ривал ағайҙың урамында ниндәй генә техника юҡ. Ике трактор, төрлө тағылмалар ултыра, быйыл бесәнде төргәктәргә йыя торған ҡоролма ла һатып алғандар.
    Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә ғорурлыҡ кисерә уҙамандар. Улыбыҙ Рәфил дә, ике ейәнебеҙ ҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, ти улар.
    - Донъялар тыныс, имен булһын, бер кемгә лә бала ҡайғылары күрергә яҙмаһын, барса кешеләр ҙә парлы һәм бәхетле булһындар ине, тип теләй Зәйтүнә Мостафа ҡыҙы.
  • Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: