Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иҫәнғоловтар - ауыл йәме

Ауылда төпләнеп, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, эш юҡ тип зарланмай бынамын тигән донъя көткән ғаиләләргә һоҡланырға ғына ҡала. Шундай матур ғаиләләрҙең береһе Миләүшә һәм Илмир Иҫәнғоловтар дүрт улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән.

Иҫәнғоловтар - ауыл йәме
Иҫәнғоловтар - ауыл йәме
Ғаилә башлығы Ишле ауылында урынлашҡан “Уңыш” йәмғиәтендә малсы булып эшләһә, Миләүшә шунда уҡ һауынсы. Ғөмүмән, улар йәштән үк бер ҡасан да эш юҡ тип ултырғандары булмай, ҡайҙа ла булһа, эшкә урынлашып, ғаиләләрен тәьмин итергә тырыша. Шуға күрә, балалары ла бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Йәш кенә килеш олатай, өләсәй ҙә булырға өлгөргән улар. Өлкән улдары Илвир Һәүәләй ауылында ярымфабрикаттар цехында эшләй, килендәре Илина әлегә студент, икенсе улдары Илгиз төҙөлөштә эшләй, килендәре Регина ейәндәре Даян менән декрет ялында. Улдары Илназ һөнәрселек колледжында мастерлыҡҡа уҡыһа, Эмиль - 9 класҡа, ҡыҙҙары Эльнара 7 класҡа 1-се мәктәпкә уҡырға баралар.
- Бер-береһенә терәк, ярҙамсы булып, ҙурайып та бөттөләр. Күп бала табыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй тиер инем йәштәргә. Ҙурҙары бәләкәйҙәрен ҡарай, бер-береһенә иптәш, - ти Миләүшә Миңлеғәле ҡыҙы.
Яңыраҡ Иҫәнғоловтар субсидия ярҙамында ике ҡатлы, ҙур йорт һалып ингәндәр. Йорт һалғанда ла улдарының атайҙарына ярҙамдары ҙур була. Барлыҡ эштәрҙе күмәкләшеп башҡарғас, ауырлыҡтар әллә ни тойолмай. Уларҙың йорто хәҙер ауылды йәмләп, башҡаларға өлгө булып ултыра.
Эшләй генә түгел, ял да итә белә улар. Йыш ҡына бергәләп йыйылып, тәбиғәт ҡосағына сығып ял итәләр, ғаилә байрамдарын матур итеп үткәрәләр.
Биш балаға ғүмер биргән ғаиләгә артабан да бәхет, балалар ҡыуанысы юлдаш булһын.

Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: