Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡот яңыртып, рух алып ҡайттыҡ

- Ҡыҫҡа ғына йәйге ялымда Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында уҙғарылған “Ер ҡото” тип исемләнгән республика этномәҙәни фольклор фестиваленә барыу бәхете тейҙе. Сәфәргә юлдаштарым Тимур Усманов, Эльнара Шаймарҙанова, Венера Мусина, Зифа һәм Рамазан Бикташевтар менән таңғы биштән тороп ҡуҙғалдыҡ. Юлда тирә-яғыбыҙҙағы Белорет һәм Әбйәлил райондарының иҫ киткес хозур тәбиғәтенә һоҡланып барҙыҡ. Оло юл буйындағы ике яҡтан өҫкә ауырҙай булып килгән тау-урмандар оҙатып барҙы. Иртәнге һалҡын менән йыйын үтәсәк Айғырбатҡан ауылына килеп тә еттек.

Ҡот яңыртып, рух алып ҡайттыҡ
Ҡот яңыртып, рух алып ҡайттыҡ
Төрлө райондарҙан килгән делегацияларҙың матур итеп теҙелгән тирмәләре, тирә-яғын тауҙар уратып алған аҡлан менән танышып сыҡтыҡ. Шул арала сәхнә түрендә йыйын башланыуы хаҡында хәбәр иттеләр. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, рәйестең алыштырғыһыҙ урынбаҫары Гөлфинә Юламанова, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Граждандар йәмғиәтенең ярҙам фонды, БР Халыҡтары дуҫлығы йорто ойошторған саралар программаһы иҫ киткес бай һәм һәр кемдең күңеленә ятышлы булды. Байрам илленән ашыу халыҡ дауалаусыларын, дүрт йөҙҙән ашыу халыҡ ижады һәм тормош-көнкүреш йолалары менән шөғөлләнәнеүселәрҙе һәм ҡыҙыҡһыныусыларҙы йыйҙы. Сарала шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, филологтар, этнографтар, психологтар ҙа ҡатнашты.
- Халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмер буйына оҙата килде. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш көйһөҙлөктәрен хәл итеүҙә ярҙам иткән, үләндәр йыйған. Әсәйем гел уның менән бергә йөрөнө, ошо хаҡта беҙгә лә һөйләй торғайны. Халҡыбыҙҙың туплаған бай тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны быуындан быуынға тапшырырға кәрәклеген күптән күңелемдә йөрөттөм. Шуға ошо сараны ойошторорға булдыҡ, - тип һөйләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы үҙ сығышында.
Беҙ ҙә милләттебеҙҙең күрке, данлыҡлы сәсәниәһе, филология фәндәре докторы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева үткәргән "Ҡот ҡайтарыу" тип аталған халҡыбыҙ йолаһында сарала ҡатнашыусылар менән бергә илебеҙгә, халҡыбыҙға, миллләтебегҙә һаулыҡ- именлек, илдәр араһында барған низағтарҙың бөтөүен, аҡ көстәрҙең еңеүен, ҡара көстәрҙең юҡҡа сығыуын Ер-әсәнән һораныҡ. Шулай уҡ төрлө райондарҙан килгән фольклор коллективтарының бик йөкмәткеле концертын, халыҡ уйындарын, “Ут ашатыу”, “Ҡорбан ашы” йолаларын, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарының халыҡ әкиәтселәре сығышын тамаша ҡылдыҡ.
Һөнәрҙәр йәрминкәһендә Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡандарын, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһен ҡараныҡ, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәрҙе ауыҙ иттек. Бер нисә майҙансыҡта халыҡ дауалаусылары һөлөк, ноҡот һалды, ҡот ҡойҙо, мейе ҡаҡты, эс һыланы, быуын ултыртты, имләне, өшкөрҙө. Беҙҙең район делегацияһында барған Сахай ауылынан Рамаҙан хәҙрәттән өшкөрөлөргә, Ҡырмыҫҡалы ауылынан эс һылаусы Венера Мусинанан ҡаралырға теләүселәр ҙә байтаҡ булды. Әйткәндәй, уларға һәм шулай уҡ Тимур Усманов менән Зифа Бикташеваларға республика этномәҙәни фольклор халыҡ дауалаусылары фестивалендә ҡатнашыуҙары хаҡында сертификаттар тапшырылды.
Кискә тиклем дауам иткән программаға ингән психолог Рөстәм Кәлимуллин менән бергә иммунитетты нығытыу, ҡан йөрөшөн яҡшыртыу, стрестарҙы профилактикалау буйынса “УРАУ” тип аталған ижади физкульминуткала, “Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһендә” психологик тренингта ла ҡатнаштыҡ.
Икенсе көндө хыялымда күптән йөрөтөп, ун йыл элек барып еткән ерҙән кире боролорға мәжбүр булған билдәле халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың тыуған ауылы Манһырға юлландыҡ. Был ерҙәрҙән ниндәйҙер сихри һәм тылсымлы көс бөркөлгәдәй тойолдо. Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейында булып, мәсетендә зекер әйтеп, шифалы шишмә һыуын алғандан һуң зыяратына юл тоттоҡ. Ҡәбер ташы янында Рамазан хәҙрәт Бикташевтың доғаларын тыңлап, энергетика алдыҡ, күңелдә илаһи тыныслыҡ урынлашты. Бындағы үлән, сәскәләрҙең хуш еҫтәре, ҡоштарҙың өҙҙөрөп һайрауҙары, сиңерткәләрҙең сеңләүе әкиәти бала саҡҡа алып ҡайтҡандай булды. Шул тиклем һиллек урынлашҡан, еләҫ кенә ел иҫеп торған урындан оҙаҡ китке килмәне.
Баймаҡ ерендә лә шундай уҡ бай программа ҡаралған ине. Бында ла халыҡ дауалауысыларына күренергә теләүселәр бик күп булды. Мәҫәлән, халыҡ медицинаһы белгесе, яҡташыбыҙ Ейәнсура районы ҡыҙы Зәүхиә Низамиева Татарстандан килгән. Уны күптәр “Башҡортостан” гәзитендә коронавирусты әрем һәм башҡа үләндәр менән дауалау серҙәре менән уртаҡлашҡан яҙмалары аша белә. Уның менән яҡындан танышып, бер өҫтәл артында ҡорбан ашыу ашап ултырғанда ла, унан дауалау серҙәрен һораусыларға һис йыбанмайынса аңлатып ултырҙы.
Ә инде Әбйәлил районы Билал ауылынан халыҡ дауалаусыһы Гөлфиә Ғайсина кешеләрҙең ауырыуҙарын рентген аша ҡараған кеүек әйтеп бирҙе. Әйткәндәй, ул 2011 йылда Рәсәй экстрасенстары бәйгеһендә 2-се урын алған шәхес. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлназ Баймырҙина иһә быуын ултырта, һөлөк ҡуя, хиджама ла эшләй.
Этнойыйында күп тапҡыр халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға килгән тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны йәштәргә тапшырырға кәрәк тигән һүҙҙәр оран булып яңғыраны. Ысынлап та, атай-олатайҙарыбыҙ элек дауаханаларға йөрөмәгән, ә халыҡ дауалаусылары ярҙамында һауыҡҡан бит. Шуға күрә заман медицинаһы менән бер рәттән халыҡ дауалауы алымдары ла ҡулланылыуы кәрәклеге тураһында төшөндөк. Ошондай йыйындарҙың киләһе йылдарҙа ла башҡа райондарҙа үткәреләсәген белеп, ҡыуанып ҡайттыҡ. Мәртәбәле сараны ойоштороусылар составында районыбыҙҙан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары Фәүзиә Латипованың һәм Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Илүзә Яҡшыбаеваның да булыуы беҙгә ғорурлыҡ тойғолары өҫтәне.
Ҡорбан ашы һәм данлыҡлы Баймаҡ ҡымыҙы менән бергә байрамдан алған тәьҫораттар, көс-ҡеүәт алып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Юлда туҡтап, сихри яҡтың хуш еҫле, шифалы мәтрүшкәләрен дә йыймайынса булдыра алманыҡ.
Ошо сәфәрҙә беҙҙе үҙ машинаһында алып барған Тимур ағай Усмановҡа һәм беҙҙең йөрөп ҡайтыуыбыҙға фатихаһын биргән Виктория Мөхәмәҙиеваға, беҙҙе оҙатып, ҡаршы алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мәҙинә Усмановаға һәм Флүрә Низамоваға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: