Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һикәлтәле тормош һуҡмағынан атлап...

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе, инде унынсы тиҫтәне ваҡлаған Ғәлинур Ишемғолов күпте күргән кеше. Уның бөтә ғүмере илебеҙ тарихы менән бәйле: бала сағы коллективлашыу, репрессия, ә үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.

Һикәлтәле тормош һуҡмағынан атлап...
Һикәлтәле тормош һуҡмағынан атлап...

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе, инде унынсы тиҫтәне ваҡлаған Ғәлинур Ишемғолов күпте күргән кеше. Уның бөтә ғүмере илебеҙ тарихы менән бәйле: бала сағы коллективлашыу, репрессия, ә үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.
Ғәлинур Зинур улы быуындары ла нығынып бөтмәгән көйө тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татып, ошо тиклем һикәлтәле ғүмер юлы уҙһа ла, һис ҡасан да күңел көрлөгөн юғалтмайынса йәшәй. Ул өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, донъяға ҡарашы, физик әүҙемлеге йәштәрҙекенә биргеһеҙ. Йәйәү йөрөргә ярата, магазиндарға, почтаға бара. Камил аң-зиһене менән һоҡланыу уята, үткәндәрҙе әлегеләй иҫләп, эҙмә-эҙлекле итеп яйлап ҡына һөйләй. Әле лә ул гәзит-журналдар алдыра, бигерәк тә туған телдә сыҡҡан район гәзитен яратып уҡый икән. “Даирә”лә район яңылыҡтарын, һуңғы хәбәрҙәрҙе, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ауылдаштарым, таныштарым тураһында мәҡәләләрҙе көтөп алам. Уларҙың юбилейҙарына арналған ҡотлауҙарҙы иң тәүҙә уҡып сығам”, - ти уҙаман.
Ғәлинур Ишемғолов 1929 йылда Алайғыр ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Уға тиклем ике апаһы була һәм тағы ла бер һеңлеһе тыуа. Өс ҡыҙ араһында иркәләнгәнен йылы хистәр менән хәтергә ала... Ә ата-әсәһе бик тырышып донъя көтә. Улар күпләп мал, ҡош-ҡорт ҡарай, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әсәһе теген дә тегә. Уның һүҙҙәре буйынса, ҡорған донъялары бигерәк тә әсәһенең уңғанлығы арҡаһында була. Шулай улар балалар үҫтереп, матур итеп донъя көтөп йәшәгәндә, илдә коллективлашыу осоро башлана. Устав буйынса үҙ хужалығыңда бер генә һыйыр һәм әҙ генә ҡош-ҡорт ҡалдырып, ҡалғанын колхозға тапшырырға кәрәк була. Уларҙың да булған малдарын фермаға алалар. Атайым ат ҡараусы, әсәйем ашнаҡсы булып эшләй.
Ә илдә репрессия башланғас, уның шауҡымы был ғаиләгә лә ҡағыла. Малайға һигеҙ йәш булғанда, 1937 йылдың бер көнөндә төн уртаһында йорттарына погонлы кешеләр килеп, атаһын ҡулға алып сығып китәләр.
- Атайыңды төрмәгә алып киттеләр бит, тип әсәйем мине илай-илай уятты, һәм мин дә атайым менән барам, тип сығып йүгерҙем. Урам буйлап эҙләһәм дә, улар күҙҙән юғалғайны инде... Аҙаҡтан белдек, ауылдаштарыбыҙҙың ҡара эсле, көнсөл кешеләре атайыбыҙға “кулак” мөһөрө тағып, судһыҙ ғына Өфө төрмәһенә 10 йылға оҙаталар. Тик унда уға туғыҙ ай ғына булырға тура килә, аслыҡтан шешенеп 45 йәшендә вафат була. Был турала золом ҡорбаны булып, биш йыл срогын тултырып ҡайтҡан Абдулла ауылы кешеһе килеп һөйләп китә, - тип ауыр көндәрҙе иҫләп, тормош хәтирәләренә бирелде ул.
 - Ә 1938 йылда ҡыҙыл ағастан төҙөлгән йортобоҙҙо һәм берҙән-бер һыйырыбыҙҙы конфисковать иттеләр. Өйөбөҙҙө мәктәпкә ҡаршы күсереп, уҡытыусыларға фатир яһанылар. Беҙ урамда тороп ҡалғас, ике ай самаһы бәләкәй генә аласыҡта йәшәнек. Ашау яғы бик наҡыҫ булғас, әсәйем беҙҙе эйәртеп, тыуған ауылына – Ауырғазы районының Өсмөгөҙ (хәҙер Сөләймән) ауылына ҡартатайыма алып ҡайта. Бында 1-се класҡа уҡырға төштөм. Бер йылдан ҡартатайым Алайғырҙағы тыуған нигеҙебеҙҙә йорт төҙөтөп, шунда ҡабат ҡайттыҡ. Был ваҡытта Хәбирә апайым Өфөлә уҡытыусылар әҙерләй торған рабфактың 2-се курсында уҡыған була. Уны кулак балаһы тип уҡыуҙан ҡыуалар. Шунан ул Өсмөгөҙгә Яхья исемле егеткә кейәүгә сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ир-егеттәр илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн фронтҡа китте. Ауылда ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм балалар ғына тороп ҡалды. Бик ауыр замандар, һәр ғаиләлә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы, әсе күҙ йәштәре... Тылдағы ауылдаштарым араһында асҡа интегеүселәр, хатта үлеүселәр ҙә бар ине. Шулай ҙа, нимә булһа ла, барыһы ла ауыр эшкә егелде. Ул заманда эшһеҙ торған бер генә кеше лә булманы.
Минең дә Хәбирә апайымдың ире – Яхья еҙнәм һуғышҡа алынды. Апайым бер йәшлек улы Рәисте күтәреп тороп ҡалды. Ә әсәйем башҡалар кеүек иртә таңдан эңер төшкәнсе колхозда эшләне. Уға эйәреп, мин дә йәйҙәрен ураҡ тотоп баҫыуға бара инем. Ураҡ урып, көлтә бәйләнек. Әсәйем колхозсыларға аш та бешерҙе. Бер саҡ әсәйем миңә, бер ҡайҙа ла ҡуҙғалма, усаҡты һүндермәй тор, тип үҙе һыуға китте. Эргәлә генә аттар ярҙамында молотилка менән эш бара. Мин яй ғына йөрөгән аттар шәберәк барһын өсөн сыбыҡ менән ҡыуалаған ғына инем, валға салбарымдың балағы эләгеп, уң аяғым һынды ла ҡуйҙы. Ярай ат туҡтаны. Дауаханаға алып барып, аяғыма гипс һалдылар, тик унда ятырға ризалашманым...
Ниндәй генә тормош булмаһын, белем алыу өсөн тырыша ул. Рус телен ныҡлы өйрәнеү өсөн ете саҡрым алыҫлыҡтағы Казанка ауылына йәйәү йөрөп башланғыс белемде ала, артабан Ефремкинда бер әбейҙә фатирҙа йәшәп уҡый, Ҡырмыҫҡалыла уҡып ала. Шунан һөнәр алыу өсөн 1949 йылда баш ҡалаға юллана. Уға Өфө автоюл (хәҙер автотранспорт) техникумында уҡыу бәхете тейә. Был студент йылдары һуғыштан һуңғы матди яҡтан ауыр йылдар була. Аҙна аҙағында поездан төшкәс һәм кире барғанда Төкөн станцияһынан 12 саҡрым булған тыуған ауылы араһын йәйәү үтә. Ауылынан килгәндә ике биҙрә бәрәңге лә була биштәрендә. Өфөлә лә вокзалдан алыҫ булған ятағына аҡсаға эконом булһын тип йәйәү бара. Шулай ҙа әсәһенең тырышлығы арҡаһында аҡсаға зар-интизар булмай ул. Бында уҡып бөтөп, йүнәлтмә буйынса 1953 йылда Асҡын районына ебәрелә.
Өс йылдан һуң ғына был яҡтарға - Талбазылағы юл хеҙмәтенә техник-төҙөүсе булып күсә. Артабан тыуған районға ҡайтып, хаҡлы ялға киткәнсе ошо юл хеҙмәтенә ғүмеренең иң матур саҡтарын бағышлай. Артабан ауылдашы Ғәфиә Хәмзә ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Уның менән матур йәшәп, тәрбиәле балалар үҫтерәләр, һәр береһенә белем бирәләр. Улар үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәр буйынса институт һәм техникумдар тамамлай. Араларында уҡытыусы, финансист, механиктар бар. Тик, ҡыҙғанысҡа, ҡатынының ғына ғүмере ҡыҫҡа була – 55 йәшендә ауыр сирҙән баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡатыны уның һәр саҡ йөрәк түрендә. Уны иҫкә алып: “Хәстәрлекле ҡатын, балалар өсөн яратҡан әсәй булды. Мине ихтирам итте, йортобоҙҙо бөхтә тотто”, - тип йылы һүҙҙәр менән телгә алды ул. Ә балаларының береһе лә башлы-күҙле булмаған була, артабан атай кеше бер үҙе һәр береһенә туйҙар яһап, ҡыҙҙарына бирнәләр әҙерләп, оло тормош юлына оҙата. “Атайым тик беҙ тип йәшәне. Ул хәстәрлекле, изге күңелле атай”, - ти ҡыҙы Идалия.
Ғәлинур Зинур улы – алты бала атаһы. Әлеге көндә уҙаман балаларына рәхмәтле, уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәп ята. Улдары һәм ҡыҙҙары үҙҙәре балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр.
Бөтә ғүмере һәм яҙмышы илебеҙ тарихы менән үрелеп барған Ғәлинур Ишемғоловҡа артабан да бәхетле тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: