Даирә
+15 °С
Облачно

Мөхәббәтле ғаилә

50 йыл бергә, бер һауаны һулап, бер уй менән йәшәүселәрҙең үҙ серҙәре барҙыр, моғайын. Баҡсалы ауылында ғүмер итеүсе Вәсилә һәм Хәйрулла Алдаҡаевтар был сереҙе бары тик бер-береңде аңлап, ҡәҙерен белеп йәшәүҙә, тип аңлаталар. Уларҙың матур, өлгөлө ғаилә булып йәшәүҙәренә лә ярты быуат ғүмер үткән.

Мөхәббәтле ғаиләМөхәббәтле ғаилә
Мөхәббәтле ғаилә

Вәсилә апай менән Хәйрулла ағай икеһе лә Баҡсалы ауылында тыуып үҫәләр. Аралары өс йәш кенә булғас, мәктәп осоронда ла бер-береһен күреп йөрөйҙәр. Ләкин, ул ваҡытта яҙмыштары ҡасан да булһа, бергә ҡауыштырыр, тип уйланылармы икән? Вәсилә апай бик хисле, моңло ҡыҙ булып үҫә. 5-се класта ғына уҡыған сағында әсәһе вафат булып ҡалғас, бәхетле булһам ғына ярар ине, ирем гармунсы булһын ине, тип һамаҡлап-һамаҡлап илай. Ҡыҙ саҡта теләгән теләк ҡабул була тигәндәре шулдыр инде. Хоҙай Тәғәлә, әллә ҡыҙ баланың теләген ишетеп, ысынлап та, үҫеп буй еткәс, гармунсы егет менән ҡауыштыра. Вәсилә апай 9-сы класта уҡығанда атаһын да мәңгелеккә юғалта. Уға ике ағаһы һәм һеңлеһе терәк була. Бер-береһен яратышҡан ике йәш йөрәккә 1972 йылдың ғинуарында никах уҡыталар. Хәйрулла ағай армия хеҙмәтенә саҡырылғас, Вәсилә апай уның хәрби бурысын үтәп ҡайтҡанын ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә көтөп ала. Отпускыға ҡайтҡан сағында гөрләтеп туй ҙа яһайҙар.
- Ҡайным менән ҡәйнәм Хәйрулланы бик яраталар, хөрмәт итәләр ине. Ул армияла саҡта нимәне булһа ла, Хәйрулла ҡайтҡас эшләрбеҙ, шуны бешерербеҙ, быны бешерербеҙ, ти торғайнылар. Улар шулай итеп, иргә хөрмәт һәм ихтирам менән ҡарарға өйрәткәндәрҙер, моғайын, - ти Вәсилә апай. Йәш ғаилә Хәйрулла ағайҙың атаһы һуғыш уҙаманы Лотфулла бабай менән ун йыл, әсәһе Сәлимә инәй менән егерме йыл бер йортта, бер туғандар кеүек йәшәйҙәр. Улар миңә атай ҙа, әсәй ҙә урынына булдылар, тип һөйләй Вәсилә апай.
Вәсилә Мансур ҡыҙы ғүмере буйына колхозда сөгөлдөр үҫтерә. Йәйге селләләрҙә, ел-ямғырҙарҙа сөгөлдөр уташырға балалары ла ярҙам итә. Хаҡлы ялға сығыр алдынан 14 йыл күперҙә һаҡсы булып эшләй. Хәйрулла ағай иһә һөт һәм шәкәр заводтарында шофер булып эшләп, 43 йыл эш стажына эйә була.
Алда яҙыуымса, ғаилә башлығы бик оҫта итеп гармунда ла уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Ул гармунын тартып ебәрһә, Вәсилә апай шунда уҡ йыр башлай. Байрамдар һәм мәжлестәрҙә уларҙы йырлатмайынса ҡайтармайҙар. Ғөмүмән, Баҡсалы ауылында гармун уйнамаған кеше һирәктер ул. Хәйрулла ағай ҙа гармунда уйнарға бала сағында уҡ өйрәнә.
- Йәш саҡта Яхъя Шәрипов ағай ҡуйған “Ай тотолған төндә” спектаклендә ҡатнашып йөрөнөм. Мин гармунда, Марат ағай Алдаҡаев баянда уйнап спектаклде музыкаль яҡтан биҙәй инек, - тип иҫкә ала Хәйрулла ағай.
- Ҡыҙ саҡта теләгән теләгем ҡабул булып, гармунсы менән ғүмер иткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Әле лә ҡайһы ваҡыт эсем бошоп киткән саҡтарҙа, ағайығыҙға гармунда уйнарға ҡушам да, үҙем бейеп алһам, күңел күтәрелеп китә.
Шулай хис-тойғоло кешемен инде. Тәбиғәттә булырға, ҡояш сыҡҡанын күҙәтергә, сылтырап һыу аҡҡан тауышты тыңларға яратам, - тип һүҙгә ҡушыла Вәсилә апай.
Бына шулай ике йыр-моңға ғашиҡ кеше барлыҡ һынауҙарҙы үтеп, ғаилә ныҡлығын һаҡлап ҡала алған. Алтын туйға тиклем бергә ғүмер итеү, еңел эш түгел, бик күп йылдар бергә тормош йөгөн тартыу ҙа. Шуға ла уларҙың балалары ла тәртипле һәм матур тәрбиә алып үҫкән. Улдары Илдар Шамонино ауылында ташсы булып эшләй, килендәре Гөлсәсәк трамвай йөрөтә. Ике бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Эльвира кейәүҙәре Фәрхәт менән Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр, ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Лена ҡыҙҙары кейәүҙәре Фидан менән баш ҡалала тормош ҡорғандар, бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр.
- Тигеҙ ғүмер биргәнгә Хоҙайға рәхмәтлебеҙ. Донъялар ғына тыныс булһын, барыһы ла бар хәҙер. Иң мөһиме – балаларыбыҙ үҙ донъялары менән матур тормош көтәләр, беҙгә лә ярҙамлашалар. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ менән дә берҙәм булып, ҡунаҡтарға йөрөшөп йәшәйбеҙ. Бәхет өсөн беҙгә шул етә, иҫәнлек кенә булһын, тип теләйбеҙ, - ти Алдаҡаевтар.
Бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлашып йәшәгәнгә күрә, ғүмер үткәне һиҙелмәгән дә. Татыу йәшәүҙең серен Вәсилә апай менән Хәйрулла ағай үҙ миҫалдарында дәлилләйҙәр һәм йәштәргә өлгө булып торалар.
Гөлсәсәк Аласова.

Мөхәббәтле ғаилә
Мөхәббәтле ғаилә
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас