-3 °С
Ҡар
Матурлыҡ - иң беренсе тиренең таҙалығы, сафлығы, сәләмәтлеге. Ошо йәһәттән ярҙам өсөн бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Беҙгә кәрәк буласаҡ:
бер балғалаҡ яңы һығылған лимон һуты, ике ҡалаҡ ҡырылған картуф, ярты балғалаҡ ҡаймаҡ йә йогурт, йәки үҫемлек майы.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә яҡшылап бутайбыҙ. Әҙер массаны таҙартылған бит, муйын, түшкә һеңдереп һылайбыҙ ҙа 20 минут тотабыҙ. Унан битлекте таҙа һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.
Өс көн рәттән ошолай эшләү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Аҙаҡ инде уны ай буйы аҙнаһына бер ҡулланыу ҙа етә.
Фото: wwbn.ru