Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙе лә күҙҙе ҡамаштырыр сәскәләй

Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы ҡыҙы Әлфиә тормоштоң тик матур яҡтарын күреп йәшәргә саҡыра.

Үҙе лә күҙҙе ҡамаштырыр сәскәләй
Үҙе лә күҙҙе ҡамаштырыр сәскәләй

“Башҡортостан” гәзитенең 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Әлфиә Усманова Өфөгә артыҡ йыраҡ булмаған Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында йәшәй. Ул – “Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығында бүлек белгесе. Ире лә ошо ойошмала эшләй. Әйткәндәй, ғаилә башлығы сығышы менән – Ейәнсура районынан.

Әлфиә менән Иҙелбай Усмановтар үҙ көсө менән бына тигән йорт һалып сыҡҡан. Ҙур өй эргәһендә баҡсалары бар: унда егәрле ғаилә йәйен-көҙөн йәшелсә-емеш үҫтерергә әүәҫ. Әйткәндәй, уңған Әлфиә ултыртҡан төрлө төҫтәге гөл-сәскәләр күҙҙәрҙе ҡамаштыра.

Сибәр, уңған, тырыш, яуаплы, һәр нәмәне урынына еткереп атҡарырға күнеккән ҡатын үҙе - сағыу сәскә кеүек ике ҡыҙ әсәһе. Ҡырмыҫҡалы һылыуының төп тормош девизы: “Ғәҙел булып, тормоштоң тик матур яҡтарын табып йәшәргә!” .

Әсәһе, маҡтаулы мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәһимә Абдрафиҡова кеүек, Әлфиә лә мәҙәниәтебеҙгә ғашиҡ, ул шулай уҡ милли биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһына. Өҫтәүенә, ул бына тигән хужабикә лә. Һәр йәһәттән өлгөр, уңған ул Әлфиә! Йәшәү мәғәнәһен ул ғаиләһендә, ҡыҙҙарында күрә.

Фотолар Әлфиә Усманованың шәхси архивынан.

 
Автор:
Читайте нас: