Даирә
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙ - тәрбиәсе

Үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар булмышын, оҫта лы ғын һалып, күңелен биреп эшләгән кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел.Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се балалар баҡсаһы тәр би ә сеһе Эльвера Рафиҡова ла ябай булмаған һөнәр эйә һе. Тәрбиәсе булыу өсөн бала кү ңе ле нең белгесе булырға, уҡытыусы ла, уйнатыусы ла булырға кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙ - тәрбиәсе
Ҡатын-ҡыҙ - тәрбиәсе

Эльвера Әсҡәт ҡыҙы Ҡарлыман мәк тәбен тамамлағандан һуң Өфө нөң 106-сы мәктәбендә тиҙ лә телгән мәк тәпкәсә белем биреү про грам маһы буйынса тәрбиәсе һө нә ре нә уҡып таныҡлыҡ ала. Хеҙмәт юлын Валентина Меркулова етәк селек иткән механика лашты рылған күсмә колоннаның балалар баҡ са һында башлай. Артабан 1-се педагогия колледжына уҡыр ға инеп, тәрбиәсе дипломына эйә була. Эльвера Рафи ҡо ваның балалар баҡсаһында дөйөм эш стажы 35 йыл тәшкил итә.
- Ун ике йыл инде изгелекле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан да мөдиребеҙ Нәзирә Диарова етәкселеге аҫтында эшләйбеҙ. Эш булғас, төрлө саҡтар була, үҙемдең эшемде, тәрбиә ләнеүселәремде яратам. Атай-әсәйҙәргә йылы һүҙҙәренә, яҡты ҡараштарына, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙып тороуҙарына рәхмәтлемен.
Үҙемдең улым менән ҡыҙым - күҙ нурҙарым, терәктәрем. Ҡыҙым кейәүҙә, ейәнем Эльвир һәм ейәнсәрем Элинаны тәрбиәләй. Кейәүем Себер яҡтарында эшләп йөрөй.
Барса ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла байрам менән ҡотлайым һәм сәләмәтлек, ғаилә бәхете теләйем, - ти Эльвера Әсҡәт ҡыҙы.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: