Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәйнә - килен татыулығы йортҡа нур өҫтәй

Ҡустығол ауылында йәшәүсе Әнисә Хөсәйенова тураһында яҙырға барғас, ул беҙҙе ишек төбөнән үк исемдәребеҙҙе әйтеп ҡаршы алды. Аптыраулы ҡарашыбыҙҙы күреп:- Эйе, эйе, барығыҙҙы ла танып-белеп торам, район гәзитендәге бөтә мәҡәләләрҙе башынан аҙағынаса уҡыйым, уларҙы яҙған авторҙарҙың да исемдәрен иҫемдә ҡалдырып барам, - тине теремек инәй.

Ҡәйнә - килен татыулығы йортҡа нур өҫтәй
Ҡәйнә - килен татыулығы йортҡа нур өҫтәй

Өлкән йәштәгеләр менән осрашып, һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер. Шаян, йор һүҙле Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙының да ғүмер юлы бер китап яҙырлыҡ.

Ул 1962 йылда Сахай ауылынан килен булып төшә. “Беҙҙең заманда ҡыҙҙарҙы урлап алып ҡайталар ине. Әхирәттәремде урлап китеп бөтһәләр ҙә, мине егетем йыл буйына күҙләп йөрөп тә, урлап ҡайта алманы. Һуңынан әсәһе менән килеп, һөйләшеп алып ҡайтты”, - ти көлөп иҫкә алды ул.
Килен булып төшөүе менән бәйле тағы ла бер ҡыҙыҡлы хәлде һөйләне. Ҡәйнәһе уларҙың никахы алдынан төш күргән, имеш, ап-аҡ йылан йорт нигеҙенә шыуышып инеп киткән. Шул йылан мин булғанмындыр инде, ни тиһәң дә, ошо нигеҙҙе һыуытмайынса 60 йыл ғүмер итәм бит, - тине инәй көлөп.
Ҡәйнәһе Шәмсеҡәмәр Мөхәмәтфазыл ҡыҙы Үтәгән ауылынан Хөрмәтулла Ғатаулла улына тормошҡа сыға. Ләкин, ире Ленинград блокадаһында һәләк булып ҡалғас, ике балаһын алып тыуған ауылы Ҡустығолға ҡайта. Балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле итеү өсөн ал-ял белмәй эшләй ул. Шуға күрә, үҙе лә килене Әнисә һәм улы Ғиндулланың ғаиләһендә иң ҡәҙерле кеше була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Ғиндулланың ғына ғүмере иртә өҙөлә. Йәшнәтеп донъя көтөр сағында, ғәзиздәре трактор менән ауып, фажиғәле вафат була.
Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙы ире менән ун бер йыл ғына йәшәп ҡала. Утыҙ ике генә йәшендә береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән ҡалған тол ҡатынға әлдә ҡәйнәһе терәк була.
- Өлкәненә - 7, уртансыһына – 6, иң кесеһенә 2 генә йәш ине. Шуларҙы ҡәйнәмә ҡалдырып, эшкә йөрөй торғайным. Үткер, сая булдым, ҡәйнәм аш-һыу тирәһендә булышһа, мин ир-аттар эшен башҡара инем. Бер кемдән дә кәм-хур донъя көтмәнек.
Бар белгәнем – балаларым булды. Уларҙы ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә биреп үҫтереү өсөн бөтә тырышлығымды һалдым. Ҡәйнәмә ярҙамы өсөн әле булһа рәхмәтлемен, - тип дауам итә мәҡәләм геройы.
Эйе, Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙына ире вафат булғандан һуң, туғандары тыуған ауылыңа ҡайт тип өгөтләһәр ҙә, ҡәйнәһен ҡалдырып китергә риза булмай. Ни булһа ла, бергә күрербеҙ тип, килен булып төшкән нигеҙҙе ҡалдырып китмәй. Үҙе ир ҙә, ҡатын да булып, мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, колхозда иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем сөгөлдөрҙә эшләп ең һыҙғанып донъя көтә. Ҡәйнәһе менән әсәле-ҡыҙлы кеүек бик татыу йәшәйҙәр. Шәмсеҡәмәр инәй 93 йәшенә етеп, ҡәҙер-хөрмәттә, ейән-ейәнсәрҙәренең туйҙарын күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп донъя ҡуя.
Ҡәйнәһенә хөрмәт күрһәткәнгәлер ҙә, Әнисә инәй үҙе лә килененән бик уңа. Улы Рәшит Өфө ҡалаһы ҡыҙы, шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөүсе Рәмиләне оҡшатыуын белеп ҡалғас та, Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙы йәштәргә үҙенең фатихаһын бирергә ашыға. Һәм һис яңылышмай, бына 30 йыл инде улар бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер итәләр.
Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Рәшит механизатор ҙа, иҫәпсе лә, ферма мөдире лә булып эшләй. Хәҙер байтаҡ йылдар инде шәхси хужалығында һыйыр малы, һарыҡтар аҫрай. Ә ҡатыны Рәмилә Мәҡсүм ҡыҙы бөгөнгө көндә Зубово инфекцион дауаханаһына йөрөп эшләй. Улдары Ильяс хәрби музыкант булһа, ҡыҙҙары Лилиә кулинарға уҡыған. Лилиә әлеге ваҡытта улы Искәндәр менән ата-әсәһе йортонда йәшәй.
Хөсәйеновтарҙың ҙур йортонда күңелле тормош ҡайнай. Әнисә Мөхәмәтйәр ҡыҙы ла өлкән йәштәмен тип, һис тә ҡул ҡаушырып ултырмай, йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡайнатмалар эшләй, бәйләм менән дә булыша, бүләһен дә ҡараша.
- Өләсәйемә бала саҡтан беҙҙе ҡарашып үҫтергәнгә ҙур рәхмәт. Беҙҙе дөрөҫ кәңәштәрен, аҡыллы әйтемдәрен өйрәтеп үҫтерҙе. Ул булғанға өйөбөҙ нурлы һәм яҡты, - ти ейәнсәре Лилиә.
Әнисә инәйҙең Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Резеда һәм Сахай ауылында донъя көткән ҡыҙы Рима ла ғаиләләре менән тыуған йорттарына ҡайтып йөрөйҙәр. Ете ейән-ейәнсәрен, 5 бүләсәрен яратып туя ала алмай бәхетле өләсәй.
“Беҙҙең әсәй кеүек кешеләр һирәк, ул сабыр ҙа, тынғыһыҙ ҙа, төплө кәңәшсе лә, кәрәк икән өҙҙөрөп әйтеүсе, кәрәк ваҡытта өндәшмәй ҡалыусы ла”,  – тиҙәр әсәйҙәре хаҡында балалары.
Эйе, килен һәм ҡәйнә татыулығы өйҙө йылыта, йортҡа нур өҫтәй, балаларҙы ихтирам, хөрмәткә өйрәтә, быуындар сылбырын нығыта. Атай-әсәй нигеҙендә ҡалып, өлкәндәргә тәрбиә күрһәтеп йәшәгән ғаиләләр бәрәкәтле тормошта, оҙон-оҙаҡ ғүмер итәләр. Был – уларға Хоҙай бүләге!
килен
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: