Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фидан Ғафаров һәм уның хәләл ефете Фәриҙә зөбәржәт туйҙарын билдәләне

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының иң популяр артистарының береһе Фидан Ғафаров һәм уның тормош иптәше Фәриҙә бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулыуҙы билдәләй.

Фидан Ғафаров һәм уның хәләл ефете Фәриҙә зөбәржәт туйҙарын билдәләне
Фидан Ғафаров һәм уның хәләл ефете Фәриҙә зөбәржәт туйҙарын билдәләне

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова юбилярға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе:

«Хөрмәтле Фидан Сафа улы һәм Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы! Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы исеменән һәм үҙемдән Һеҙҙе бергә йәшәүегеҙгә 55 йыл тулыу уңайынан ихлас ҡотлайым. Зөбәржәт туй — мөхәббәт, аҡыл һәм бәхет байрамы. Икегеҙгә күпте кисереүегеҙ, иңгә-иң терәп ниндәй юл үтеүегеҙ менән ғорурланырға мөмкин. Һеҙ — йәштәргә лайыҡлы өлгө. Фидан Сафа улы — легендар артист, ә Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы, уның эргәһендәге ҡояш кеүек, юлын яҡтыртып тора, йылылыҡ өләшә. Ошо матур көндә Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, именлек теләйем. Һәр көнөгөҙ һөйөү нуры менән тулһын!».

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-02-17/fidan-gafarov-i-ego-supruga-farida-otmetili-izumrudnuyu-svadbu-2697005

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: