Даирә
+13 °С
Облачно

Иман – йәннәт асҡысы

Ҡабаҡ ауылы - Ағиҙел буйында урын лашҡан ҙур һәм матур ауыл. Йәш тә ре тырышып, ең һыҙғанып донъя көт һә, өлкән быуын уларға һәр яҡлап өл гө булырға тырыша. Ғүмере хеҙмәттә үтеп, әлеге көндә дин юлына баҫҡан Рәм зиә Мусинаны ғы на телгә алһаҡ та, ул тик хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ кеше.- 7-се класты тамамлағандан һуң етем генә үҫкән әхирәтем Фәниә менән (хәҙер мәрхүм инде) колхозға силос та шы шырға йөрөй башланыҡ. Шунан мәктәпкә ба рып тормайынса фермала һыйырҙар һа уыр ға ҡалдыҡ. 8-се класты киске мәк тәптә уҡып, тамамларға тура килде, - тип башланы һүҙен Рәмзиә Әлмөхәмәт ҡыҙы.

Иман – йәннәт асҡысыИман – йәннәт асҡысы
Иман – йәннәт асҡысы

Ләкин туғандары артабан уны уҡыр ға инергә өгөтләй. Ололарҙың һү ҙен йыҡ ма йын са, Нефтекама ҡала һының тимер юлы училищеһына уҡыр ға инһә лә, унда бер ни сә ай уҡы ғандан һуң кире тыуған ауылына әйлә неп ҡайтып, “Ағиҙел” колхозы фер маһына һыйыр һауырға бара. Төр көм дәге һыйырҙар һаны 25-кә еткән ваҡыттар була. Йәш таналарҙы өй рә теү ауыр булһа ла, үҙенә ышанып тап шы рыл ған эште тырышып, сәмләнеп башҡара.
Ләкин сая ҡатын егерме йылдан өй рән гән эшен ҡапыл ғына алмаштырырға ҡарар итә. Быға хеҙмәт хаҡын дөрөҫ иҫәпләмәй яҙыуҙары, өҫтәүенә малдарҙы тәрбиәләгән өсөн өҫтәмә лә булмауы сәбәпсе була. Шуға хә тере ҡалып, Ҡабаҡ кирбес заводына эш кә китеп бара Рәмзиә апай. Артынан ки ре килеүен өгөтләп килһәләр ҙә, ул ҡырт киҫә.
Кирбес заводында 18 йыл карьерҙа иҫәпсе булып эшләп хаҡлы ялға. Ҡайҙа эшләһә лә, эшен намыҫ менән тырышып башҡара. Зөлфәр ағайҙың да ғүмере хеҙмәттә үтә. Байтаҡ йылдар колхозда тракторсы булып эшләй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан заводта ла эшләп ала.
Рәмзиә апай менән Зөлфәр ағай бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биреп, тәр биәләп үҫтереп, оло тормош юлына сы ғара. Бөгөнгө көндә Илшат та, Гөл шат та үҙ ғаиләләре менән донъя көтә, 4 ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр.
Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, бө гөн күптәр иманға килә, доғалар уҡый, намаҙға баҫа. Рәмзиә Әлмө хә мәт ҡыҙы ла 60 йәшендә мәсеттә Әл фиә абыстай алып барған дин дә рес тәренә йөрөй башлай, Ҡөрьән сүрәләрен уҡырға өйрәнә, ике тапҡыр боронғо “Ҡөрьән-Кәрим” китабын уҡып сыға.
Был ваҡыттан алып ун дүрт йыл ғү мер үткән. Бөгөнгө көндә Рәмзиә апай биш намаҙын ҡалдырмай, ауылдаштары са ҡырған Ҡөрьән аяттарына йөрөй, вәғәздәр уҡый, иманлы тормошта йәшәй.
- Мине бер кем дә көсләп дин юлы на баҫтырманы. Үҙем әкренләп иманға килдем. Башҡаларҙы ла Ҡөрьән уҡырға, намаҙға баҫырға көсләп өгөт ләргә ярамай. Ул һәр кемдең күңе лендә булырға тейеш.
Миңә, мәҫәлән, дин юлында булыуым күңелемә рәхәтлек, йән тыныс лы ғы бирә. Теләктәр теләп тиҫбе тартҡан саҡта го наһтар йыуылып, Хоҙай Тә ғәлә әжер-сауаптарын бирер тиелгән Ҡөрьәндә. Ба лаларым, ейән-ейәнсәр ҙәрем иҫән-имен йөрөһөн тип, фатихалар уҡып, доға ҡылыуҙан тыш, исемлек буйынса ауыл дағы тағы 60 ғаиләгә баш иҫәнлектәре, йорт-ҡураларының имен булыуын теләп аҙна һайын кесе йома көндө доға ҡылам, Аллаһы Тә ғә ләнән уларҙың хәйер-саҙаҡаларын ҡабул итеп алыуын һорайым, - ти Рәм зиә Әлмөхәмәт ҡыҙы.
Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре күңел дәренә лә иман орлоҡтары һа лыр ға ынтыла изге күңелле өләсәй. 18 йәше тулған ейәне Марселдең дин менән ҡы ҙыҡһыныуына һөйөнөп, ейәнемдең кү ңелендә иман нуры бар, ти ул.
Ғөмүмән, Рәмзиә апай менән Зөл фәр ағай бик матур итеп донъя көтә. Йәш саҡтарында кәртә тултырып мал-тыуар аҫраһалар, тиҫтә йыллап инде һөтө шифалы тип, кәзә тоталар. Үҙ көстәре менән һалып ингән ҙур, иркен йортто зауыҡ менән йыйыш тыр ған дар, һәр нимә үҙ урынында. Рәм зиә апай йәшерәк сағында бик матур итеп мендәрҙәр ҙә ҡайыған. Бүл мә һендәге карауатын һаман шул күҙҙең яуын алып торған мендәрҙәре биҙәй. Тәҙрә төптәрендә гөлдәрҙең ниндәй генә төрлөһө үҫмәй. Бигерәк тә, яран гөлдәрен яратып үҫтерә. Ә йәйен инде баҡсаһында төрлө-төрлө аллы-гөллө сәскәләр күкрәп сәскә атып ултыра.
Рәмзиә һәм Зөлфәр Мусиндарға ҡартаймалы көндәрендә ожмах мөйө шөндәй итеп эшләгән донъяларында күңел тыныслығында, кешеләргә иман нуры таратып тағы оҙаҡ йылдар йә шәргә насип булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас