

- Әсәйебеҙ беҙҙе кешеләргә ҡарата шәфҡәтле, яғымлы булырға, һәр кемгә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торорлоҡ иттереп үҫтерергә тырыша. Ә беҙ инде ҡәҙерлебеҙҙе тырышып уҡыуыбыҙ менән ҡыуандырабыҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсә өй тирәһендә ярҙам итәбеҙ,- ти улар.
Әлбиттә, балаларға әсәйҙең иртәнсәк арҡанан һөйөп уятҡан йомшаҡ ҡулдары, наҙлы һүҙҙәре, тәмле аштары, ҡояштай балҡып йылмайыуы, матур күңеле ҡәҙерле.
- Балаларым – тормошомдоң асылы, йәшәүемдең мәғәнәһе. Улар миңә йәшәүгә көс бирә, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итәләр. Сәләмәт һәм бәхетле генә булһындар,- ти бәхетле әсә. Ғаилә Һәүәләй ауылында ер алып, нурлы, йылы, бөтә уңайлыҡтары булған йортта матур донъя көтә. Ғаилә башлығы Денис Ғәзим улы Өфөлә һаҡ агентлығында хеҙмәт итә. Ләйсән Раил ҡыҙы - мәҙәниәт волонтеры. Маҡсатлы, тырыш йәш ғаиләне күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Ләйсән менән Денис Садиҡовтарҙың тәрән мөхәббәт һәм ихтирамға ҡоролған ғаиләһендә донъяға килгән дүрт ир бала - өйҙөң ҡото ла, йәме лә.
- Дүрт малай әсәһе булыу – икеләтә яуаплылыҡ. Уларҙы шәхес, ысын кеше, намыҫлы, эшһөйәр ир-егет, аҫыл зат итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Балаларҙы тәрбиәләүҙә аталарының роле баһалап бөткөһөҙ. Улар һәр ваҡыт бергә, нимә менәндер мәшғүл. Малайҙар йорт-ҡура тирәһендә аталарына булышһа, миңә аш-һыу бешереүҙә, өй йыйыштырыуҙа ҙур ярҙамсылар. Малайҙарҙың һәр береһенең үҙенә генә хас характеры бар. Өлкәндәре тыныс, тәртипле, тыйнаҡ, ә кескәйҙәре шаян, шуҡ. Энергиялары ташып тора, бик ҡыҙыҡһыныусандар. Иң өлкәне 15 йәшлек Булаттың сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булғанға күрә, өйҙә уҡый. Шуға күрә миңә күберәк уның янында өйҙә ултырырға тура килә. Ул һүрәт төшөрөргә ярата. Әйткәндәй, 6 йәшлек Тимур ҙа ағаһына оҡшап матур итеп һүрәт төшөрә, шулай уҡ миңә эйәреп ҡамыр менән булышырға ярата. Ул әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
8-се класта уҡыусы Дамирҙың донъяға ҡарашы киң. Ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, үҙенең энтузиазмын беҙгә лә “йоҡтора”. Спорт менән дуҫ, тырыш: еңел атлетика, саңғы, шашка һәм көрәш буйынса ярыштарҙа призлы урындар алыуға ирешә. Шулай уҡ яҡшы уҡый, төрлө кимәлдә уҙғарылған конкурс, олимпиадаларҙа ла ҡатнаша.
2-се класта уҡыусы Артемыбыҙҙы сәнғәт ҡыҙыҡһындыра. Бер аҙ “Алтынай” бейеү түңәрәгендә һәм “Осҡон” театр коллективында шөғөлләнде. Улдарым интернет аша видео-дәрестәр ҡарап, төрлө әйберҙәр яһарға өйрәнәләр. Артабан туғандары менән бергәләп эшләйҙәр,- тип ғорурлыҡ менән күҙ нурҙары тураһында бәйән итте Ләйсән Раил ҡыҙы.
Ғаилә «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия ала. Бөгөнгө көндә брустан иркен, күркәм ҙур йортҡа нигеҙ һала башлағандар.
Садиҡовтар йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмайҙар. Ауылда, районда, республикала уҙғарылған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. “Ғаилә-2021” район бәйгеһендә “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе тип танылдылар. Артабан республика кимәлендә район данын яҡлап, Диплом менән бүләкләнделәр. “Киләсәк мәктәбе” сценкаһы менән “Театр яҙы” район конкурсында сығыш яһауҙарын да күңелле миҙгел итеп иҫкә алалар.
Ләйсән Раил ҡыҙы – уңған хужабикә. Телде йоторлоҡ төрләндереп тәмле-татлы ризыҡтар бешерә, ҡул аҫтындағы төрлө материалдарҙан күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр эшләп, һәр кемдә һоҡланыу уята. Шуға күрә һәр ваҡыт уны балалар баҡсаһында, ауылда һәм район биләмәһендә уҙғарылған сараларға саҡыралар. Әле бына район Мәҙәниәт һарайында үтәсәк Әсәләр көнөнә арналған сараға әҙерләнә. Үҙ ҡулдары менән сағыу төҫтәрҙе ҡулланып башҡорт кейемендәге ҡурсаҡ тегә.
Йорттарынан нур, үҙҙәренән йылылыҡ бөркөп торған ғаиләгә киләсәктә лә именлектә, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.