Даирә
+17 °С
Облачно

Дөрләп янһын ғаилә усаҡтары!

Йәштән үк донъя йөгөн бергәләп тартҡан, бер-береһен аңлап һәүетемсә донъя көткән ғаиләләр һәр ваҡыт һоҡланыу тойғолары уята. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Гөлсибәр һәм Фәйез Хәйретдиновтар ғаиләһе лә нәҡ шундайҙарҙан.Бишауыл-Уңғар ауылы егете Фәйез Белорет районы ҡыҙы Гөлсибәр менән Ҡырмыҫҡалы һөнәреселек училищеһында бухгалтерҙар курсында уҡып йөрөгән сағында таныша. Ул саҡта Фәйез Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, Ҡытай сигендә ил һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтырға өлгөргән була. Ике йәш йөрәк бер-береһен оҡшатып, яҙмыштарын мәңгелеккә бергә бәйләргә һүҙ ҡуйыша. 2000 йылдың мартында матур итеп туй үткәргәндән һуң Хәйретдиновтарҙың татыу, тырыш һәм булдыҡлы ғаиләһе барлыҡҡа килә.

Дөрләп янһын ғаилә усаҡтары!Дөрләп янһын ғаилә усаҡтары!
Дөрләп янһын ғаилә усаҡтары!

Йәш ғаилә дөйөм ятаҡта йәшәй башлай. Фәйез район балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайсылар түңәрәген алып бара, Гөлсибәр район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенә эшкә урынлаша. Әлеге көнгә тиклем икеһенең дә хеҙмәт кенәгәләрендә эшкә алыу тураһында бер генә яҙыу тора. Был уларҙың үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡтары һәм эштәрен яратып башҡарыуҙары хаҡында һөйләй. Дөйөм ятаҡта йәшәгән осорҙа ҡыҙҙары Фирүзә, Илүзә һәм Гөлүзә доньяға килә. Ғаилә башлығы ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт халыҡ инструменттары оркестры һәм ҡурайсылар бүлеген тамамлай.
Район хакимиәте аша ер биләмәһе алыу менән ғаилә башлығы баштан-аяҡ йорт һалыу мәшәҡәтенә сума. Әлбиттә, йорт һалыу бер кешенең генә эше түгел, ҡатыны, атай-әсәйҙәре, туғандарының ярҙамы ҙур була. Өмә менән брустан өй күтәреп, барлыҡ эштәрҙе лә үҙ ҡулдары менән эшләйҙәр. 2015 йылда кредиттар ярҙамында, әсәлек капиталын файҙаланып, йорт һалып сығалар. Бөгөнгө көндә инде улар йорттарында бар уңайлыҡтар булдырып, йорт-ҡураларын нығытып, ҡаралтылар төҙөп бөткән. Йәйҙәрен ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп, ең һыҙғанып донъя көтәләр.
Ҡыҙлы йорт - нурлы йорт, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Хәйретдиновтар йәшәгән йорттан да, уларҙың үҙҙәренән дә нур бөркөлөп тора. Бер йәшлек Исламдың апайҙарының иғтибар һәм наҙына төрөнөп үҫеп килеүен күреү үҙе бер һөйөнөс. Тыуған көндәр, башҡа төрлө байрамдарҙы ла ғаилә менән бергә үткәрергә, ял көндәрендә, йәй айҙарында ла тәбиғәттә ял итергә яраталар. Балаларына төплө, мәғәнәле итеп йәшәргә, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә һәм тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтәләр. Өлкән ҡыҙҙары Фирүзә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында Ҡунаҡхана сервисы белгеслеге буйынса 3 курсында белем ала. Икенсе ҡыҙҙары Илүзә быйыл 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть-техник университетына инженер-технологҡа уҡырға ингән. Әүҙем ҡыҙ яҡшы уҡыуы менән бергә һүрәт төшөрөү һәм хор кластарын да тамамлаған. Ҡыҙҙар икеһе лә бюджет бүлегендә уҡыйҙар. Кеселәре Гөлүзә лә апайҙары өлгөһөнә эйәреп, 6 класта тик “5”ле билдәләренә генә белем ала.
Егерме өс йыл эшләү дәүерендә Фәйез Зәки улы етәкләгән “Толпар” өлгөлө ҡурайсылар ансамблендә шөғөлләнеүселәрҙең уңыштары бихисап. Улар район, республика ғына түгел, Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә I, II, III урындар яулауға, күп һанлы Маҡтау грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына ирешкәндәр. Ул шулай уҡ Шәрипҡол, Иҫке Муса, Бишауыл-Уңғар ауылы балаларын да ҡурай серҙәренә өйрәтә, “Йәйғор” халык оркестры ансамблен дә етәкләй. Был төркөмдә уҡытыусылар менән бер рәттән уҡыусылар ҙа сығыш яһай.
- Эшемде яратып башҡарам, сөнки балаларҙы башҡорт халҡының рухын кәүҙәләндергән ҡурай моңо серҙәренә өйрәтә алыуым сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары бирә. Эргәмдә тәжрибәле хеҙмәттәштәрем бар, ҡатыным һәм балаларым һәр ваҡыт мине аңлап, дәртләндереп торалар, - ти Фәйез Зәки улы.
Эйе, ғаилә тылы ышаныслы булғанда, бар эштәр ҙә алға тәгәрәй. Гөлсибәр ? ҡыҙы ла йорттарында уңайлылыҡ, матурлыҡ булдырырға ярата, яҡындарын тәмле аштар менән һыйлай. Үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештән күпләп салаттар, компоттар, ҡайнатмалар әҙерләй. Быйыл да 30 бройлер, 20 ҡаҙ үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа ит әҙерләгәндәр.
Хәйретдиновтарҙың йылы ғаилә усаҡтары дөрләп янһын, уйлаған уйҙары, уй-ниәттәре бойомға ашһын!
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас