Даирә
+26 °С
Облачно

Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра

Матурлыҡты күрә белгән тырыш, уңған, фантазияға бай кешеләр үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡарарға ярата. Минең бөгөнгө геройым - Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Галина Шугаева тоҙло ҡамырҙан төрлө ижад емештәре эшләү менән мауыға.

Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыраҮҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра
Үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра

- Был шөғөл менән 2016 йыл да мауығып киттем. Эле герәк бәй ләм менән булыша инем. Төрлө төҫлө ептәрҙән сәскәләр ҙә бәйләй торғайным. Хәҙер бына тоҙло ҡамырҙан матурлыҡ тыуҙырыу күңелемә йәм өҫтәй. Интернетта бер ҡатындың ошо ысул менән көнбағыш эшләгәнен күрҙем дә, уға ҡарап мин дә быны эшләй алам бит тип уйланым. Һуңынан интернет киңлектәренән бик күп тоҙло ҡамыр рецептарын ҡарап сыҡтым. Артабан “Биокерамика” төркөмө менән танышып, уның ағзаһы булып киттем. Төркөм етәксеһе Ольга Родионова бының менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә һәм ул беҙгә оҫталыҡ дәрестәре, марафондар үткәрә. Төркөмгә Рәсәйҙән тыш, Ер шарының төрлө мөйөшөнән, мәҫәлән, Польшанан, Украинанан, Израил һәм хатта Американан 100-ҙән ашыу кеше берләшкән. Бына шулай башланып китте инде минең мауығыуым. Был минең хоббиға, булмышыма әйләнде. Беренсе эшем кухня өсөн көнбағыш формаһындағы панно булды. Тәүге тапҡыр ойошторолған “Тылсымлы өкөләр” оҫталыҡ дәресендә “Ловец снов”, асҡыс ҡуйыу өсөн сувенир, сәғәт – былар барыһы ла минең тәүге эштәрем. Шулай итеп оҫтарып та алдым. Эшләгән ҡайһы бер әйберҙремде яҡындарыма бүләк итәм. Быйыл район һа бантуйында ҡатнашып, үҙемдең әйберҙәремде халыҡҡа тәҡдим иттем,- ти Галина Борисовна.

Уның өйөндә ҡайҙа күҙ һалһаң да, һәр ерҙә ижад емештәре урын алған. Йорт хайуаны рәүешендәге сувенирҙар, уйынсыҡтар, аҡса йыйғыстар, ҡурсаҡтар, һыуытҡысҡа йәбештереп ҡуя торған магнитиктар, “Мухомор” бәшмәге формаһында светильниктар һәм башҡалар. Бынан тыш, оҫта ҡуллы ханым тоҙло ҡамырҙан картиналар ҙа яһаған. Һәр бер эш бер-береһе менән ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле.

- Төрлө фигуралар уйлап сығарам, интернеттан да ҡарап эшләйем. Ҡамырҙы, кәрәкле өлөштәргә бүлеп, үҙеңә оҡшаған нимәләр яһарға мөмкин. Бер аҙ ваҡыт ниндәйҙер әйбер ижад итмәй торһам, ҡулыма алып нимәлер эшләгем килә башлай. Төн уртаһына тиклем булһа ла ултырам, әммә башлаған эшемде тамамламайынса туҡтамайым. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү миңә илһам, дәрт һәм йәшәүгә көс бирә, - ти әңгәмәсем.- Сувенирҙарҙы әүәләгәндән һуң, махсус һауытҡа һалып киптерергә кәрәк. Эш ауырлығына ҡарап, әйберҙәр бер йәиһә бер нисә көн кибә. Бына “Малыш Мухоморчик” атамалы светильниктың нигеҙен аҙна буйына киптерҙем. Шунан ҡалған өлөшөн әүәләнем. Артабан кипкән эшләнмәләрҙе, үҙең теләгәнсә, биҙәкләп матурлайһың. Буяу өсөн гуашь яҡшы буласаҡ. Фигураларҙы бер нисә тапҡыр буятам. Төркөмдә айырым класс менән төрлө темаларға арналған эштәр башҡарабыҙ, һуңынан вебинар үтә, унда төркөм етәксебеҙ беҙҙең эштәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, бергәләшеп тикшерәбеҙ һәм етешһеҙлектәрҙе киренән төҙәтәбеҙ. Артабан фигураларҙы буяп бөткәс, тағы вебинар үткәрәбеҙ. Буяғандан һуң 4-6 тапҡыр лак менән ҡаплайбыҙ. Шулай итеп эштәребеҙҙе тапшырып, ҡулыбыҙға сертификат алабыҙ. Уҙған йылда төркөмдә үҙ аллы башҡарған эшем өсөн 1-се урын һәм бүләккә бушлай бер оҫталыҡ дәресе алдым.

Үҙенең ҡул эштәре менән һөйөндөрөүсе Галина Шугаеваның әйберҙәренә һорау ҙа күп.

- Тыуған көндәргә бүләкте үҙ ҡулдарың менән эшләүгә ни етә?! Шулай, яҙын Пасха байрамы алдынан бер туғанымдың тыуған көнөнә “пасха тауығын” эшләп бүләк иттем. Быны күреп, килгән ҡунаҡтарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Бер көндә ҡунаҡтан алты заказ алып ҡайттым. Ике аҙна эсендә эштәрем әҙер булды. Шулай итеп заказдар ҙа йыш ҡына булып тора, - ти ул.- Был фигураларҙы эшләү өсөн он, тоҙ, һыу һәм башҡа ингредиенттар алына. Тоҙҙан эшләнгән әйберҙәр һаҡлау көсөнә эйә тип иҫәпләнә, сөнки элек-электән Рәсәйҙә ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандар. Балалар өсөн һыңармөгөҙ һындарын эшләнем. Мәҫәлән, “Һаулыҡ тоҡ сайы”н эшләү өсөн ғәҙәти банка алдым һәм уны ҡамыр менән ураттым. Артабан, танауын һәм күҙҙәрен шунда уҡ эшләнем. Ҡайһы бер элементтарын айырым эшләп алдым. Һуңынан бөтәһен бергә йыйып алаһың. Бындай банкалар бер нисәү. Икенселәренең эше бөтмәгән әле. Беренсе этабы ғына эшләнгән әлегә. Ҡапҡастарына сәскәләр төшөрәһе һәм буятаһы бар. Әлеге ваҡытта Яңы йыл веноктарының айырым элементтары эшләнгән һәм улар киптерергә ҡуйылған. Бынан тыш, Ҡыш бабайҙар бар, улар ҙа кибеп өлгөрмәгән әле.

Галина Борисовна ҡамырҙан ғына түгел, хатта башҡа ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән дә төрлө эштәр башҡара. Әле бына Яңы йыл байрамына ҡатырға, пенопласт, ҡағыҙ, сизаль туҡыма, муйынсаҡтар һәм башҡа материалдар ҡулланып – тегеп, йәбештереп гномиктар эшләгән.

Ниндәйҙер фигура килтереп сығарыу өсөн рәссам дә булырға кәрәктер, тип һорайым әңгәмәсемдән.

- Һүрәт төшөрөргә оҫталығым юҡ. Бының менән шөғөлләнә башлағас, бумаланың бер нисә размеры барлығын белдем, - тип йылмая.

Мәҡәләм геройы кеүек маҡсатҡа ынтылыусан, уңған ҡатындар донъяһын да сынъяһау итеп тота, яратҡан шөғөл менән булышып, иш янына ҡуш итеп, ғаилә бюджетын да тулыландыра. Шундай егәрле гүзәл заттарыбыҙ күберәк булыуын теләргә генә ҡала.

Галина Борисовна ғаиләһендә уңған хужабикә, иғтибарлы, һөйөклө ҡатын, балаларым тип йән атҡан әсә лә. Ул хеҙмәт юлын муниципаль район хакимиәте төҙөлөш бүлегенең баш белгесе вазифаһында үткән. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Тормош иптәше Раил Әнәс улы менән ике улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Оло улдары Азат Өфө ҡалаһы автосервисында эшләй, Азамат вахта ысулы менән Себер тарафтарында йөрөй. Икеһе лә Ҡырмыҫҡалы ауылында йорт һалып ғаиләләре менән матур донъя көтәләр. Әйткәндәй, Галина Борисовна ейәндәре Арсен, Искәндәр һәм ейәнсәре Оливияны үҙ ҡулдары менән эшләп биргән әйберҙәре менән ҡыуандыра. Яҡындарын ҡыуандырыу уға яңынан-яңы ижад емештәре булдырыуға дәрт-илһам бирә.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас