

Ҡартлыҡтың үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле бер ғүмер миҙгелен кисергән төҫлө, ололарыбыҙ, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлдәрен кисерә, һәм улар шуның менән бәхетле.
Ауырлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәй, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, тормош юлын лайыҡлы үтеп, тырыш, илһөйәр балалар үҫтергән уҙамандарҙың береһе - Ибраһим ауылында йәшәүсе Вәкилә Яҡуп ҡыҙы Камалова ла шул бәхетте кисерә.
Вәкилә Камалова 1938 йылда Ибраһим ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Атаһы Яҡуп Исламорат улы Садиҡов тәүге көндәрҙән үк яуға китә һәм ҡәһәрле һуғыштың ауыр һынауҙарын үтә. Атаһы һуғышҡа киткәс, әсәләре Ғәйшә Хәйҙәр ҡыҙы атай ҙа, әсәй ҙә урынына ҡала. Ауырлыҡтарға бирешмәй, сабырлыҡ менән үткәрә улар. Әйткәндәй, Яҡуп Исламорат улы фронт юлын легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында үтә. Ҡаты яралана, бер нисә тапҡыр үлемдән ҡала. Шулай ҙа еңеү яулап, һуғыштан әйләнеп ҡайта алған. Донъялар тынысланып, матур тормош башлана.
Вәкилә Яҡуп ҡыҙы күп балалы ғаиләлә үҫкән, йәш сағынан бик әүҙем, тырыш кеше булған. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ике йыл тирәһе Өфө ҡалаһына колхоз йәшелсәһен һатырға йөрөүен әле лә хәтерләй уҙаман.
- Ул ваҡытта документты бирмәйҙәр ине, шул арҡала ауылдан ситкә сығып уҡый ҙа алманым. Колхозда ауыл тормошо менән йәшәнек. Һәр байрам һайын ауыл клубында доклад менән сығыш яһайбыҙ. Һуңынан концерт күрһәтәбеҙ, спектаклдәрҙән өҙөк ҡуябыҙ. Күрше ауылдарға концерт ҡуйырға бара инек. Китапханасы Наилә тигән апай суфлер булды. Ул беҙгә ситтән әйтеп, күрһәтеп тора торғайны. Артабан мине клуб мөдире итеп һайланылар. Һин эшләгәс, клуб йәнләнеп китте, ти торғайнылар. Шулай итеп йәштәр араһында популярлыҡ яуланым,- тип көлә Вәкилә әбей.
Вәкилә Яҡуп ҡыҙы шул ауыл ритайымында буласаҡ тормош иптәше Рәшит Ғабдулхай улы менән таныша. Ул да ошо ауыл егете була.
- Бабайым менән клубта осрашып, дуҫлашып киттек. Уның яңы ғына армиянан ҡайтҡан ваҡыты ине. Ляховола механизатор һөнәренә уҡып сыҡты. Бик күп йылдар “Фрунзе” колхозында комбайнсы булып эшләне, фермала көтөүсе лә булды,- ти ул.
Уларҙың дуҫлыҡтары ҙур мөхәббәткә әүерелә. Мөхәббәттән башы әйләнгән егет ҡыҙҙы урларға ҡарар итә. Борон заманда ҡыҙ урлау тигән йола булған. Һуңынан ғына совет осоронда был йола бөтөрөлгән. Шулай, мөғжизәле башланып китә уларҙың тормошо.
- Клубта оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Ваҡытлыса Һәүәләй ауылындағы комплекста һыйыр һауҙым. Минең менән Ибраһим ауылынан тағы ла ике ҡыҙ барғайны, улар түҙә алмайынса ташлап ҡайтып киттеләр. Башҡалары Бишауыл-Уңғар ауылы ҡыҙҙары ине. Беҙ унда комплекстың йортонда йәшәнек. 1960 йылдың май айында эштән ҡайтҡас, Рәшит иптәштәре Факил һәм Рафиҡа менән минең янға килгәндәр. Ул ваҡытта Факил һуғыштан ҡайтҡан йөк машинаһында эшләй ине. Мине машинаға ултыртып, Бишауыл-Уңғар ауылына киттек. Унда Рәшиттең туғандары Халиҡ ағай менән Лилиә еңгәләргә туҡталып, ҡунаҡ булып, һуңынан Ибраһимға юлландыҡ. Кабинала урын булмағас, Рәшит менән икәүләшеп ҡосаҡлашып кузов башында ҡайттыҡ. Ҡараңғы төшкәс, ауылға ҡайтып төштөк. Ул ваҡытта ауылда ут юҡ, лампа ғына яндыралар. Ағалары йорт күтәрә башлағандар ҙа бөтөрмәгәндәр, шуға күрә әлегә төп йортта бергәләп йәшәгән булғандар. Рәшит шул көнө еңгәһенә кәләш алып ҡайтам, самауырыңды ҡайнатып тор, тип әйтеп киткән була. Өй ишеге төбөнә еткәс, әхирәтем Рафиҡа, лампа уты янғансы ишектән инеп ҡал, тип артымдан этә-төртә индереп ебәрҙе. Өй тулы кеше,- тип көлә-көлә һөйләп алды Вәкилә инәй.- Шулай итеп, икенсе көнөнә никах уҡытырға һөйләштеләр. Был хәлде атай-әсәйем дә, туғандарым да белмәйҙәр ине. Ильяс ағайым ишетеп ҡалып, ҡайттыҡ тип килеп еткән. Ни эшләтәһең инде, бер-беребеҙгә һөйөү хисе көслөрәк булып сыҡты. Никах уҡытып, туй үткәреп матур донъя көтөп алып киттек. Ғүмер буйына ҡайны-ҡәйнә менән бергә татыу, берҙәм булып йәшәнек. Улар беҙҙе ярҙамдарынан айырманылар, терәк-таяныс та булдылар, килен тип өҙөлөп торҙолар, балаларҙы ла ҡараштылар. Күкрәк баланы ла улар ҡарамағына ҡалдырып, сөгөлдөр эшләргә сығып китә инем. Ҡайтыуыма балаларҙың тамағы туҡ, өҫтәре бөтөн булды,- ти ул һүҙен дауам итеп.- Сөгөлдөр баҫыуында Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәрит Садиҡов звеноһында эшләнем. Өсәр гектар “татлы тамыр” үҫтерә торғайныҡ. Хәҙерге һымаҡ техника юҡ ине инде. Хәҙер, ана ҡеүәтле техникалар ҙа етерлек, тик сөгөлдөрҙөң элекке һымаҡ күп итеп үҫтерелмәйүе күңелде семетеп ала.
Ҡыҙылғы йылғаһы аръяғында урынлашҡан Ибраһим фермаһында эшләгән йылдарымды ла һағынып иҫкә алам. Төшкө аш ваҡытында, эҫе ваҡытта кәмә менән сығабыҙ ҙа йылға уртаһына еткәс, кәмәнән һыуға һикереп, туйғансы һыу инәбеҙ.
Ашау наҡыҫ, тормош ауыр, эш күп тип тормаған халыҡ, уларҙы ышаныс көслө иткән, яҡты киләсәк өсөн тырышып эшләгән дә, ял да итә белгән.
- Әсәйем һыйыр ҙа һауҙы, сөгөлдөр ҙә утаны. Бар ғүмере эш менән үтте, бер ҙә бушаманы. Бер үҙе булһа ла, тырышып донъя көттө. Ныҡ асыҡ, ҡунаҡсыл, шаян, ярҙамсыл кеше ул. Һәр саҡ, Хоҙай бар ул, ти ҙә намаҙҙар, аяттар уҡып ултыра,- ти ҡыҙы Рәмилә Камалова һүҙгә ҡушылып.
Камаловтар туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһынан дүртәүһе иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Ҡалған балаларына матур тәрбиә, белем биреп оло тормош юлына сығарғандар. Һәр береһе үҙ урынын табып, тырыш, матур донъя көтә. Оло ҡыҙҙары Рәмилә Ибраһим ауылында йәшәй, Һәүәләй балалар баҡсаһына йөрөп эшләй. Ҡыҙы Ләйлә менән улы Айбулат ғаиләләре менән Өфө ҡалаһында эшләйҙәр һәм шунда йәшәйҙәр. Иң кеселәре Миләүшә Дыуан районында тормош көтә, кеше һаулығы һағында тора. Вәкилә инәйҙең тормош иптәше Рәшит Ғабдулхай улы 1997 йылда яҡты донъя менән хушлаша.
- Бабай киткәс, яңғыҙым донъя көттөм. Икешәр ат, ҡолон, һыйыр, башмаҡ, быҙау тоттом, ҡош-ҡорт аҫраным. Һуңынан яйлап малды бөтөрҙөм. Баҡса тултырып емеш-еләген, йәшелсәһен дә үҫтерҙем,- ти әбей.
Вәкилә әбейгә тағы ла оло ҡайғы күрергә тура килә. Улы Тимерғәле бик йәшләй 1992 йылда фажиғәле вафат була. Нимә эшләйһең, тормош дауам итә. Бөгөнгө көндә дүрт балам, дүрт ҡанатым бар, ти инәй. Вәкилә инәй яратҡан өләсәй булып, 9 ейән-ейәнсәренә, 3 бүлә-бүләсәренә һөйөнөп йәшәй. Әйткәндәй, әлеге мәлдә ул ҡыҙы Рәмилә ғаиләһендә ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә. Уҙаман гәзит-журналдар уҡырға ярата, Ҡөрьән аяттарын ятлай. БСТ каналындағы программаларҙы ҡарап бара. Бынан тыш, “Салауат Юлаев” хоккей клубының уйындарын ҡарап барырға ярата. Уларға теләктәрен теләп, доғаларын уҡып ултыра.
Ғүмер көҙө - үткән тормош юлындағы хеҙмәтеңдең емештәрен барлау ваҡыты. Вәкилә Яҡуп ҡыҙына ла ошо емештәренең тәмен татып, оҙаҡ йылдар ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.