

Мәктәптә уҡыусылар төплө белем ала, туған телдә иркен аралаша, рус һәм инглиз телдәрен белеү киләсәккә ҙур мөмкинлектәр асыуын аңлап, ныҡлап өйрәнергә тырышалар. Бында төрлө саралар, ҡыҙыҡлы конкурстар, фәһемле осрашыуҙар даими уҙғарылып тора.
Ни тиһәң дә, киләсәк талантлы уҡытыусылар ҡулында. Малай мәктәбендә лә тормошҡа юл табырға булышлыҡ иткән педагогтар эшләүе менән балалар бәхетле. Һүҙем – ирле-ҡатынлы Миләүшә һәм Ғайса Ғәйфуллиндар тураһында.
Ғәйфуллиндарҙың икеһе лә үҙҙәрен иң ҡатмарлы, иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһенә бағышлағандарына яҙмыштарына рәхмәтле. Улар заманса алымдар табып, билдәләнгән йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып баралар.
Миләүшә Радик ҡыҙы Бөрйәндән килен булып төшкән. Тормош иптәше менән улар Стәрлетамаҡ лицей-интернатында танышалар. Улар бер класта уҡыйҙар. Ҡыҙ - педагогия институтына, егет төҙөлөш техникумына уҡырға инә, армияла була. Бер-береһен бала саҡтан белгән йәштәр яйлап дуҫлашып китәләр. 1996 йылда мәңгелеккә бергә булырға тип ике йәш йөрәк ғаилә ҡора. Ҡулдарына дипломдар алған белгестәр егеттең ауылына ҡайтып төпләнеп, төп йортта йәшәй башлайҙар. Улар өс балаға ғүмер бирә. Ғайса Йосоп улы тәүҙә ауылда бригадир була, шунан БДПУ-ның география факультетына ситтән тороп уҡырға инеп, мәктәптә географиянан һәм физкультуранан уҡыта башлай. Белем алыу бер ваҡытта ла һуң түгел тип, Башҡорт дәүләт аграр университетын һәм Президент ҡаршыһындағы академияны ла тамамлай. Артабан директор вазифаһы ышанып тапшырыла.Бер нисә йылдан һуң йәш етәксенең ойоштороу һәләтен күреп, Ҡамышлы ауыл Советы хакимиәтендә башлыҡ вазифаһы тәҡдим ителгәс, Миләүшә Радик ҡыҙы мәктәпкә етәкселек итә башлай. Байтаҡ йылдарҙан һуң ир мәктәпкә кире килә һәм әлеге көнгә тиклем директор булып эшләй.
Башҡорт теле һәм тарих уҡытыусыһы Миләүшә Радик ҡыҙы һөнәри оҫталығын үҫтереү өсөн һәр саҡ эҙләнеүҙәр һәм камиллашыу юлында. Ул дәрестәрендә яңы алымдарҙы индереп, уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра, фекерләүҙәрен үҫтерә. Мәктәптән тыш сараларҙы ойоштороуҙа ла ең һыҙғанып эшләй. Ул әҙерләгән мәктәп уҡыусылары төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. “Хазина” фольклор ансамбле менән улар күрше ауылдарға ла баралар. Ә инде Октябрьский ҡалаһында еңеү яулап ҡайталар. “Башҡортостан ынйылары” конкурсында районда бер нисә йыл рәттән 1-се урынды алып, республика кимәлендә лә призлы урындар алыуға өлгәшәләр.
Белем усағы уҙған уҡыу йылында иһә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы һәм “Аҡ тирмә” ойошмаһы ойошторған “Урал батыр” мәктәбе проектына республика гимназиялары менән бер рәттән ҡушылып, тәрбиә эшендә матур ғына һөҙөмтәләргә ирешә, ҡиммәтле бүләк һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Эшенә бик яуаплы ҡараған, киң эрудициялы, талантлы, ижади ҡарашлы, эшһөйәр педагог Миләүшә Радик ҡыҙы үҙе лә бер нисә йыл рәттән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарай. Ә 2019 йылда районда Гран-при яулай, артабан республикала ул “Туған телде һаҡлау” номинацияһы буйынса еңеүгә өлгәшә.
Ғәйфуллиндар “Йәш ғаилә” республика конкурсында ла ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ була. Был ғаилә республикалағы телетапшырыуҙа ла үҙ көстәрен һынап ҡарауҙы кәрәкле таба. “Алтын тирмә” телеуйын-викторинала ғаиләнең бөтә ағзалары төрлө һорауҙарға яуап биреп, яҡшы һөҙөмтәгә ирешә.
Ғайса Йосоп улы эшендә булдыҡлы, ойоштороу һәләтле оҫта етәксе булһа, ғаиләһендә - уңған ир, хәстәрлекле атай. Төп йорт нигеҙендә күркәм йорт һалып, ғаиләһенә бар уңайлыҡтар булдыра. Атаһы ла улар менән бергә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй (быйыл мәрхүм булып ҡалды). Йорт хужаһы аттар аҫрау менән дә ҡыҙыҡһына. “25 йәшемә атайым “Ҡарлуғас” ҡушаматлы ҡолон бүләк иткәйне. Шулай яйлап ҡолонлай-ҡолонлай артты, һатып та алдыҡ”, - тине ул. Малдарға бесән әҙерләү өсөн трактор, агрегаттар ҙа булдыра. Уларҙы “электр көтөүсеһе” көтә. Ауыл аттары ла бергә йөрөйҙәр икән.
Ғәйфуллиндарҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән халыҡ мәҡәле бар. Улар балаларына төрлө ерҙәр күрһәтеп, тормоштарын фәһемле лә, иҫтәлекле лә итеп ойоштора беләләр. Тырыш, талантлы парҙың балалары ла егәрле һәм һәләтлеләр. Азалия М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетын тамамлаған, әле үҙе тормошта. Айтуған - Өфөнөң Йылға колледжы студенты булһа, Ильяс 7-се класҡа бара. Әйткәндәй, Айтуған гармунда һәм тынлы музыка ҡоралдарында уйнай, Ильяс гитарала уйнай һәм йырлай ҙа. Шулай уҡ бала йәнле Ғәйфуллиндарға ике баланы тәрбиәгә алырға тура килә: хәҙер инде Луиза БГПУ колледжын тамамлап, кейәүгә сығып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫһа, Илнар 6-сы класҡа барасаҡ. Ғөмүмән, Ғәйфуллиндар балаларының, шул иҫәптә уҡыусыларының ысын шәхес итеп формалашыуы өсөн бар көстәрен һала. Улар йәш быуынға белем биреп кенә ҡалмай, тормошта үҙ юлдарын табырға ла ярҙам итә. Ғәйфуллиндарҙың тормошон бер нисек тә йорт һәм мәктәпкә генә айырып булмай. “Мәктәптән, уҡыусыларҙан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Мәктәп беҙҙең өсөн икенсе йортобоҙ, ул бала кеүек, уны хәстәрләргә, ҡарап, тәрбиәләп торорға кәрәк. Киләсәктә лә балаларҙың шат тауыштарынан белем усағыбыҙ яңғырап торһон ине”, - ти Миләүшә Ғәйфуллина.
Фәниә Сәлимгәрәева.