Ошо ауыл егете Ринат һәм Иҫке Шәрәй ауылы ҡыҙы Гүзәлиә Иҫке Шәрәй ауылы клубында киске уйында танышалар. Ул саҡта Ринаттың яңы армиянан ҡайтҡан, ә Гүзәлиәнең Өфө ҡалаһында трамвайҙа эшләп йөрөгән сағы була. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, мәңгелеккә бергә булырға һүҙ ҡуйыша. Ике яҡтың да ата-әсәләре, туғандары йыйылышып, гөрләтеп туй үткәрәләр. Туйҙан һуң йәш ғаилә Күмертау ҡалаһына күсеп китергә ҡарар итә. Ринат Мәдитйәр улы Күмертау күмер разъезында эшләһә, Гүзәлиә Тимербулат ҡыҙы 25 йыл ҡала идаралығында маляр эшен башҡара.
Разъезда эш бөткәндән һуң ғаилә башлығы Себер тарафтарына йөрөп эшләй. Унда бер аҙ аҡса туплап һәм фатирҙарын һатып, улар туған яҡҡа ҡайталар.
- Тыуған нигеҙ барыбер үҙенә тартты. Әсәйем дә өлкәнәйгән ине, уны ла тәрбиәләргә кәрәк булды, - ти Ринат Мәдитйәр улы.
Ауыл тормошон үҙ иткән Сәйфетдиновтар күпләп бройлерҙар, ҡаҙ-өйрәктәр, күркәләр аҫрайҙар. Баҡсаларында төрлө йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ишек алдары шау сәскәгә күмелгән, ҡый үләнен бында күрмәҫһең. Бассейндарын да матур һәм уңайлы итеп беседка эсенә ултыртып ҡуйғандар. Сәскәләр араһына ҡуйыу өсөн балсыҡтан, цементтан һындарҙы ла үҙ ҡулдары менән яһағандар.
Һәр эшкә лә өлгөр хужабикә ҡышҡы оҙон кистәрҙә лә тик ултырмай. Үҙенең күңеленә кинәнес, ләззәт алырлыҡ шөғөл тапҡан. Интернеттан өйрәнеп декоратив мендәрҙәр тегә. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Был мендәрҙәр бер-береһен ҡабатламай, төрлө-төрлө биҙәкле һәм төрлө төҫтә. Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ, өйҙәрҙе биҙәү, бүләккә биреү өсөн бик тә уңайлы. Гүзәлиә апай уларҙы һатыу өсөн дә тегә.
- Күңелемә ятҡан шөғөлөмдөң башҡаларға ла шатлыҡ-ҡыуаныс өләшеүенә шатмын. Ҡул эштәренән тыш, яҡындарымды тәмле ризыҡтар, тәмлекәстәр бешереп һыйларға яратам, - ти Гүзәлиә Тимербулат ҡыҙы.
Өфөлә йәшәүсе ҡыҙҙары Рима менән кейәүҙәре Руслан, Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе ҡыҙҙары Айгөл менән кейәүҙәре Роберт, ейәнсәрҙәре Рената, ейәндәре Рушан һәм Тимур ҙа йорттарында көтөп алынған ҡунаҡ. Балалар бергә йыйылышып ҡайтып, күмәк эштәрҙе башҡаралар, бергәләп ял да итәләр.
Тыуған нигеҙҙәрен тергеҙеп, ауылдың бәҫен һәм йәмен күтәреп йәшәүсе Сәйфетдиновтар кеүек кешеләр күберәк булһын ине.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза Тажетдинова фотолары.