Даирә
+34 °С
Ясно

Рухи хазина

Зәбирә ҒӘҘЕЛШИНА, мәғариф уҙаманы: - Халыҡты халыҡ иткән булмыш – тел. Уның ярҙамында кеше йәшәгәндә бер-береһе менән аралаша, йәмғиәттә үҙен таныта һәм үҙ урынын таба. Тел халыҡты бер бөтөн итеп ойоштора, мәҙәниәтен үҫтерә. Шағирҙарыбыҙ, йырсыларыбыҙ ижадтарында туған телен данлай. Телебеҙ мең-мең йылдар аша халҡыбыҙҙың тарихын, ижадын киләсәк быуынға еткергән.

Рухи хазинаРухи хазина
Рухи хазина

Һәр сабыйҙың теле үҙ туған телендә асылырға, үҙ телендә бишек йырҙарын ишетеп, артабан әкиәттәрҙе ишетеп үҫергә тейеш. Тик мине һуңғы арала ҡайһы бер ата-әсәләрҙең балалары менән үҙ телендә аралашмауы хафаға һала. Телгә һөйөү ғаиләнән башлана бит. Телде һаҡлау өсөн ата-әсә, шул иҫәптә олатай-өләсәйҙәр ҙә балалар менән күберәк туған телдәрендә һөйләшергә тейеш. Милли үҙаңды юғалтып, манҡортҡа әйләнеп ҡуймайыҡ. Кешеләр милләтебеҙҙең киләсәк
яҙмышын уйлап, быуындан-быуынға күсеп килгән байлығыбыҙ - телебеҙгә тоғро булып, уны һаҡлау ҙарын теләйем. Балаларҙы туған телдәренән мәхрүм итмәһәк ине! Сөнки тел юҡҡа сыҡһа, милләтебеҙҙең киләсәге юҡ, тигән һүҙ. Шулай булғас, уның йәшәүе үҙебеҙҙең ҡулдарҙа.
ФәниәБАТЫРШИНАяҙып алды.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас