Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Юлмөхәмәтов Мөнир Миңнулла улына

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Юлмөхәмәтов Мөнир Миңнулла улын 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн һәр саҡ терәк, кәңәшсе булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисер. Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын. Яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hиңә тормошта.
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр ҡатының Гөлнара, улдарың Артур, Тимур, Эмиль, килендәрең Алина, Олеся һәм ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: