Элек-электән кешеләр күршеләре менән татыу йәшәргә тырышҡан. Өйөнә берәй туғаны килһә, күршеһен дә сәйгә саҡырып, ҡунаҡты күрһәткән.
Ҡапыл ғына ниндәй йомош төшһә лә, күршеңә мөрәжәғәт итәһең, сөнки ул туғаныңа ҡарағанда яҡыныраҡ тора. Яҡын күреп аралашһаң, сәйгә саҡырып, һөйләшеп ултыраһың, бар күңелеңде асып һалаһың, шатлыҡты ла, ауыр саҡты ла уның менән уртаҡлашаһың. Күп саҡта улар кәңәшсе лә, хатта серҙәш тә була белә. Бер-береңде яҡшы белеп, әсеһен-сөсөһөн татыйһың.
Беҙҙең Малай ауылы ғаиләләре лә күршеләре менән бик татыу, бер-береһен аңлап, терәк булып йәшәйҙәр. Үҙемдең күршеләр ҙә бик яҡшылар. Шөкөр, уларҙан уңдыҡ, бер һүҙҙән, бер уйҙанбыҙ, тиһәң дә була. Йомоштарҙы йомошлап дуҫ йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙҙе ҡөрьән аштарынан, мәжлестәрҙән ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Бер ергә киткәндә, йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булаһың, яҙғы-көҙгө эштәрҙә лә ярҙам итешәһең. Ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулдары һуҙып, изгелек күрһәтәһең. Әммә изгелекте, яҡшы мөнәсәбәтте тик күршеңдән генә көтөргә түгел. Үҙең дә уларға ярҙам итеп, хәлдәрен белешеп, булдыра алғанса ярҙам ҡулы һуҙып йәшәргә кәрәк.
Эйе, күршенән уңыу – ҙур бәхет. Өй һалырҙан алда күршеңде һайла, тиҙәр бит. Форсаттан файҙаланып, ут күршеләремә имен тормош һәм бәлә-ҡазаһыҙ ғүмерҙәр теләйем.
Фәниә БАТЫРШИНА яҙып алды.