Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Музейҙа ҡунаҡта – Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова

Кисә Ибраһим ауылының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейында Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова менән бик йылы осрашыу уҙғарылды.

Шағирә менән был осрашыу иҫ киткес йылы шарттарҙа үтте. Сарала ҡатнашыусылар шағирәгә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, йәнле итеп аралашып ултырҙы.
Ибраһимдың йыр-моңға дәртле халҡы сараға буш ҡул менән килмәгән, һәр кем шиғыр, йыр-моңдан ауыҙ иттерҙе.
Гөлфиә Юнысова иһә үҙ сиратында, ҡунаҡтарҙың һәр береһенә тиерлек үҙенең яңы сыҡҡан «Илһамлы яҙмыштар» исемле яңы китабын автограф ҡуйып бүләк итте. Унда шағирәнең матбуғат баҫмаларында төрлө йылдарҙа баҫылған очерктары, интервьюлары тупланған. Республикалағы билдәле яҙыусылар, шағирҙар, артистар һәм журналистар – йыйынтыҡтың төп геройҙары.
Тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: