Даирә
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

62 йыл татыу ғүмер кисерәләр

Клара һәм Имаметдин Исхаҡовтар фиҙаҡәр хеҙмәт юлын үтеүҙәре генә түгел, 62 йыл татыу, матур ғүмер итеүҙәре менән дә ихтирамға лайыҡ булған ғаилә.

Ауыл тормошон агросәнәғәт компеклстан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ҡарлыман баҫыуҙарын әле “Уңыш” йәмғиәте эшкәртә. Элек иһә ауыл Салауат исемендәге колхоздың 2-се бригадаһына ҡарай. “Сулпан” һәм “Искра” колхоздары нигеҙендә 1959 йылда ойошторолған Салауат исемендәге хужалыҡ райондың иҡтисади яҡтан ныҡлы колхоздарының береһе була. Ҡасандыр бар эштең уртаһында ҡайнап, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән колхозсылар – бөгөн сәстәрен сал төшкән уҙамандар инде. Ауылдың ихтирамлы ғаиләләренең береһе булған Клара һәм Имаметдин Исхаҡовтар ҙа Салауат исемендәге кохоздың алдынғы эшсәндәре була. Клара Мансур ҡыҙы 16 ғына йәшендә күрше Мөрсәк ауылынан килен булып төшә лә баш көллө хужалыҡ эшенә сума: фермала һыйырҙар һауа башлай. “Ҡул менән һауабыҙ, бармаҡтар һыҙлай торғайны. Аппарат менн һауыу беҙгә эләкмәне лә”, - ти ул. Уҙаман 20 йыл һыйыр һауа, һуңынан 18 йыл быҙауҙар ҡарай. Егәрле, ҡыйыу ҡатын ике тапҡыр район депутаты итеп һайлана. Депутат булараҡ, мәктәп спорт залының ҡыйығын яптырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнаша ул. Имаметдин Ғимран улы ғүмер буйы колхоздың алыштырғыһыҙ водителе була. Йөк машинаһы руле артында ниндәй генә миҙгел булһа ла, эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Хаҡлы ялға сығыр алдынан ферма мөдире вазифаһын да башҡара. Ғәҙел дә, талапсан да булыуы өсөн уны хеҙмәттәштәре ихтирам итә.
Клара һәм Имаметдин Исхаҡовтар фиҙаҡәр хеҙмәт юлын үтеүҙәре генә түгел, 62 йыл татыу, матур ғүмер итеүҙәре менән дә ихтирамға лайыҡ булған ғаилә. Улар 6 балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс улдары бөгөн беҙҙең арала юҡ. “Ғүмер бүләк иткән балаңды юғалтыу – иң ауыр ҡайғы. Уны бер кемгә лә кисерергә яҙмаһын”, - ти күҙ йәшен һөртөп уҙамандар.
Ҡыҙҙары, кейәүҙәре, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре уҙамандарға күңелһеҙләнеп ултырырыға ирек бирмәй. Әле береһе күстәнәстәр тотоп килә, әле икенсеһе шылтыратып хәл һораша. Ә барыһы ла бергә йыйылһа, өй эсе шат тауыштарға күмелә: шулай булмай ни, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәләре генә 20-нән артыҡ бит. Сабыр итеп, үткәндәргә риза булып, бөгөнгөһөнә рәхмәт әйтеп ғүмер итә Исхаҡовтар. “Был ғүмерҙәр шул тиклем матур, әммә ҡыҫҡа: күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Уның ҡәҙерен белергә, нисек бар, шулай яратырға кәрәк”, - ти улар. Әйткәндәй, оҙаҡламай Клара Мансур ҡыҙы үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Уға ныҡлы һаулыҡ, Имаметдин Ғимран улы менән балалрының игелеген күреп бәхетле ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.
Ҡайғыларҙың иң ауырҙарын кисерһәләр ҙә, мәҡәләм геройҙарының күҙҙәрендә нур, йәшәү шатлығы, тормошҡа һөйөү сағыла. Ауырлыҡтарҙы үтеп, улар аша сынығып, ныҡ, түҙемле булырға өйрәнгән быуын вәкилдәре бит улар. Уларҙың был сифаты күптәргә өлгө булырлыҡ.
Читайте нас