Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һағынам мин малай сағымды

Хәтерләһәм үткән йылдарымды,Һағынам мин малай саҡтарҙы.Ямғырҙан һуң күләүектәр буйлап,Ялан аяҡ тороп сапҡанды.

Кистәрен беҙ лампа яҡтыһында
Әкиәттәр уҡып ятабыҙ.
Иртән торғас
Салауат батыр булып,
Уҡ-һаҙаҡтар яһап атабыҙ.
Иртәгәһен иһә Тарзан булып,
Ҡомалаҡтан арҡан ишәбеҙ.
Ныҡлыҡтарын һынап ҡарар өсөн
Ағаслыҡҡа инеп китәбеҙ.
Минең бындай хәтирәләр һеҙгә
Күренәлер инде бик сәйер.
Ул ваҡытта беҙҙең күҙ алдында
Тора ине сәйер Том Сойер.
Мажаралар эҙләп ҡайҙа барыу
Төштәргә лә беҙҙең инмәне.
Беҙҙең өсөн серле утрау булған
Ҡарлыман мәмерйәһе бар ине.
Эсендәге шомло ҡараңғылыҡ
Тартып тора ине үҙенә,
Әйтерһең дә уның төпкөлөндә
Ат башындай алтын күмелгән.
Һәр йыл һайын 1 Май көндө
Йыйылабыҙ уның янына.
Киләбеҙ ҙә ҡулға шәмдәр тотоп,
Ашығабыҙ шомло залына.
Тәрәнерәк эскә үткән һайын,
Йөрәк тибешебеҙ йышая.
Мәмерйәнән сыҡҡас күңелебеҙ
Алтын юҡлығына ышана.
Мәмерйәнән өшөп сығабыҙ ҙа
Үрмәләйбеҙ тауҙың башына,
Ялан аяҡтарҙы сыя-сыя
Ҡаяларҙың осло ташына.
“Юғарыға тиҙерәк менегеҙ!” – тип,
Ниндәйҙер көс беҙгә бойора.
Оло ташҡа менеп, ғорур баҫып,
Ҡарап тороуҙары ни тора!
Тирә-яҡҡа һирпеп бер ҡараһаң,
Күк гөмбәҙе, гүйә, асыла.
Егерме бер ауыл йәйрәп ята
Ус төбөндәгеләй ҡаршыла.
Тирә-яҡтан килгән йәш-елкенсәк
Уйын ҡора ҡаршы аҡланда.
Көнө буйы бейеү, йыр тауышы
Бәйән итә байрам хаҡында.
Оҙаҡ йылдар үткәс, тағы килдем
Таныш мәмерйәнең янына.
Малай сағым булһа, менер инем
Оло Таштың ҡая башына.
Ҡая һаман ғорур баҫып тора,
Эргәләре генә таушалған.
Кемдәргәлер, ахыры, кәрәк булған,
Тау аҡтарып бынан таш алған.
Мәмерйәһе танымаҫлыҡ булып,
Тирә-яҡҡа сүп-сар ташланған.
Ауыҙы ла бәләкәй генә ҡалып,
Яҙмышына әрнеп ҡартайған.
Йөрәгемде ниҙер сәнсеп алды,
Күҙем менән байҡап Сағылды.
Ошо мәмерйәгә килгән һайын
Һағынам шул малай сағымды.
Фидат ЮНЫСОВ.
Ҡарлыман ауылы.
фото Т.Роза
Читайте нас