Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ошондай сырҙы ла әҙерләп ҡарағыҙ әле, уңған хужабикәләр

Эремсек, һөт булһа әллә нисәмә төрлө сыр эшләп була. Шуларҙың береһен һеҙгә лә өйрәтеп китмәксебеҙ

2 килограмм эремсекте 2 стакан ҡайнар ҡуйы һөткә һалып талғын ғына утта 10 минут тирәһе ҡайнатырға кәрәк. Аҙаҡтан уны иләккә һалып һыуын һарҡытаһың.


Эремсек массаһына:

- 2 йомортҡа

- 50 грамм аҡ май

- 2 сәй ҡалағы тоҙ

- 1 сәй ҡалағы аш содаһы һалып яҡшылап бутарға ла, тағы ла 10 минут тирәһе бешерергә.

(Масса бешкән саҡта ныҡлап һуҙыла башлаһа алдан алырға ла була). Әҙер массаны майланған тимер һауыттарға һалып, өҫтөнә ауыр әйбер һалып торорға кәрәк. 2-4 сәғәттән бынамын тигән тәмле сыр әҙер!
фото Т.Роза
Читайте нас