Даирә
+32 °С
Ясно

Күренекле әҙип, ялҡынлы журналист

Үтә бәрәкәтле, уғата йомарт Ҡырмыҫҡалы ере. Ағиҙел буйҙары, һыубаҫар туғайҙары (элегерәк бигерәк тә), Зәңгәркүле, районыбыҙға бик күп атама-исемдәр биргән Ҡарлыманыбыҙ ни тора! Ер-һыу байлығына арҙаҡлы шәхестәрен, изге яуҙа һәм тыныс хеҙмәттә дан яулаған батырҙарын, ғалимдар, шағир-яҙыусыларын һанай китһәң, ғорурлыҡ тойғолары кисермәй сараң юҡ.

Тыуған ер ҡото
Һоҡланабыҙ, һәр даим һағынабыҙ тыуған төйәгебеҙҙе. Ана бит, йөҙ утыҙ йыл әүәл мәшһүр остазыбыҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, алыҫ Симферополь тараф­тары­нан һағыныулы мәктүб-хатына ҡушып, “Йомран иле” шиғырын тыуған еренә юллай:
«Беҙҙе Йомран иле, тиерҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тиерҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән.
Ғәжәп хозурлы ерҙәрҙән,
Ҡыҙылғыны ишет, берҙән
Күренер ине күп ерҙән...».
Тыуған еребеҙ матурлығы, халҡының маһирлығы һуңғараҡ осорҙа Шәриф Биҡ­ҡол, Ирек Кинйәбулатов, Фәнил Әсә­нов, Рәсих Ханнанов, Дилә Булгакова, Рәм­зәнә Әбүталипова, Рәмил Сурағол, Фи­рүзә Абдуллина шиғырҙарында, әҙә­биәтсе-ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Ро­берт Байымов, Тимерғәле Кил­мөхә­мәтов, прозаиктар Фәрит Иҫәнғолов, Рәлис Ураҙғолов, Риф Йөҙлөкбай әҫәрҙәрендә данланды. Арҙаҡлы һүҙ оҫтабыҙ һәм ғалимыбыҙ, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов бер парсаһында былай ти: «Кешегә иң ғәзизе – туған әсә, иң ҡәҙер­леһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йы­лытҡан өй усағы, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең. Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләгән ке­ше бүтән әсәләрҙең ғәзизлеген, оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнар­лығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер ».
Ошо парса юлдарындағы матурлыҡҡа, бәрәкәткә иш булырҙай, кешеләрҙең кү­ңел ҡотона тиңләшер бер гүзәл төбәгебеҙ бар. Ул - аҡ ҡайындар ҡосағына һыйын­ған, беҙҙең ялан тарафтарында һирәгерәк осрар ап-аҡ ташлы бейек ҡаяны үҙ иткән Яңы Бишауыл, ә халыҡса, боронғоса әйтһәк – Ташбаш ауылы. Моғайын, ул Хоҙайҙың үҙе өсөн генә һайланмыш бер йәннәт баҡсаһылыр. Баш әйләндерер ҡаяһы тиһеңме, ҡайындары, сәскәле яландары тиһеңме – үҙе бер күңел ҡото инде!
1937 йылдың 8 апрелендә, ҡайнар ҡояш нурҙары аҡ ҡаяны, һылыу ҡайын­дарҙы иркәләгән мәлдә киләсәктә шағир, тыуған яҡ йырсыһы булып танылыр Борис атлы сабый донъяға һөрән һала. Ил күген ҡара болот ҡаплар көндәр әле алда, тыныс, яңы тормош, яңы өмөттәр кешеләрҙе дәртләндерә. Ишле ғаиләһенә йәнә бер улы өҫтәлеүгә Миңлеғәлим Ноғоманов, колхоз рәйесе, сикһеҙ шатланғандыр. Улына яратып, Борис, тип өндәшеүендә лә ниндәйҙер хиҡмәт, яңылыҡ, совет рухы һиҙелгәндәй. Борис, барс, юлбарыҫ кеүек төшөнсәләр ята ул исемдә. Шағирҙарҙың донъяға килеүе үҙенсәрәктер ул, бул­мыш­тары ла уларҙың башҡасараҡтыр. Уларға, минеңсә, Хоҙай алдан уҡ ниндәйҙер ҡөҙ­рәт өҫтәй, изге бурыс йөкмәтәлер, һынау­ҙарҙы ла мул бирәлер. Шағир яҙмышы – ҡая-таштар яҙмышы ул:
Ағастарҙың әрһеҙлеген әйтәм:
Йәтеш урын һайлап ҡарамай,
Ҡаҡ ҡаяның шыҡһыҙ шәрә ташын
Төйәк иткән ике ҡарағай.
...Хәйер... бына уйлап торам да,
Кешеләр ҙә ерҙең бар төбәген
Төйәк итеп, донъя ҡорғандар.
Кеше өсөн барлыҡ тарафта ла,
Үҙ иткәндә тормош ҡото бар.
Тыуған ер тип, яҡын күрһәң әгәр,
Ташта ла бит йәшәү һуты бар.
Ана шулай тип яҙҙы ил-ғәм алдында Шағир булып танылған арҙаҡлы яҡташы­быҙ Барый Ноғоманов үҙенең «Пар ҡа­рағай» шиғырында. Ташбаш ҡаяһы, унда ерегеп үҫкән ҡарағай һәм ҡайындар, тыу­ған ер ҡото тыуҙыра бындай шиғри юлдарҙы.
Барый Ноғоманов бөгөн республик­а­быҙҙа танылған һүҙ оҫтаһы, киң билдәле шағир, прозаик һәм журналист. Ул 1979 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыу­сылар ағзаһы, ике тиҫтәгә яҡын шиғыр һәм проза китаптары авторы. И.Мыр­ҙаҡаев-Балапанов, Фәтих Кәрим премия­лары лауреаты, БР-ҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙ­мәткәре. Башҡортостандың Зәйнәб Би­ише­ва исемендәге «Китап» нәшриә­тендә бер-бер артлы «Йылбабай һәм сәғәт­тәр» (1969), «Аҡ таңдарым» (1978), «Йыл­ба­бай­ҙың дүрт ҡыҙы» (1980), «Етегән йон­доҙ» (1982), «Йөрәгемдә ерем йә­ме» (1985), «Усаҡтар яна» (1986), «Өйөр­мәле елдәр» (1985) һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Һуңғы осорҙа шағир хикәйә һәм повестар жанрҙарында ифрат уңышлы ижад итә.
Рухи биографияһы бай шағир
Мәшһүр әҙәбиәтсебеҙ Ғайса Хөсә­йенов былай ти: «Яҙыусы өсөн бигерәк тә өс нимә мөһим: тормош һәм рухи биог­рафия, характер һәм талант. Биография үҙ яйы менән барлыҡҡа килә, характер бирелә һәм тәрбиә ителә. Ә талант иһә тәбиғәттең үҙенән килә, тыумыштан бирелә. Ҙур шәхес – ижадҡа нигеҙ». Был фекерҙең хаҡлығы Барый Ноғоманов яҙмышында һәм бай ижадында асыҡ кү­ренә. Ни тиклем тормошоң ваҡиғаларға бай, ғүмер юлдары ҡатмары, ижадсының әҫәрҙәрендә сағылған художестволы донъя шул тиклем мауыҡтырғыс һәм фә­һемле. Уҡыусы ундай әҫәрҙе тап тор­мошсан итеп ҡабул итә.
Барый Ноғоманов яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы осоро балалары яҙмы­шы­нан айырылғыһыҙ. Ул ишле ғаиләлә үҫә. Атаһы Миңлеғәлим Ноғоманов - «Са­ла­уат» колхозы рәйесе. Артабан, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем, Ҡырмыҫҡалы МТС-ның тәүге директоры. 1942 йылдың йәйенә тиклем БАССР Наркоматында яуаплы хеҙмәткәр. Ике туған ағаһы Ғә­лимйән Ноғоманов Алайғыр ауылында «Карл Маркс» колхозы рәйесе (халыҡ ар­тисы Флүрә Ноғоманованың атаһы, Бө­йөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була) була. Шул осорҙоң лаҡабы беҙҙең халыҡ хәтерендә әле лә һаҡлана:
- Райком бюроһында Ғәлимйән аға­йыма выговор бирҙеләр, - ти икән ҡаты­нына район үҙәгенән ҡайтып төшкән Миңлеғәлим Ноғоманов.
- Һиңә лә бирерҙәр ине, һорай белә­һеңме ни һин, ней мине, ней балаларҙы уйламай, тик йөрөһөң шунта! – тип әрләп ташлаған, ти, Миңленур инәй.
Миңлеғәлим Шаһивәли улы Ноғо­манов, броне булыуға ҡарамаҫтан, 1942 йылдың йәйендә үҙ теләге менән фронтҡа китә.Тәүҙә Алкинола ике айлыҡ полит­руктар курсында уҡый, кесе лейтенант Дон далаларында барған ҡаты һуғыш эсенә барып инә, Воронеж өлкәһенең Чижово ауылы янындағы бейеклек өсөн ике ай барған яуға ташлана. Плацдармды бирмәҫ өсөн бында меңдәрсә яугир башын һала. Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы, политрук Миңлеғәлим Ноғоманов та батырҙарса һәләк була. Миңленур инәй һигеҙ бала менән яңғыҙ ҡала. Ярай әле аталары, яуға китер алдынан, ғаиләһен Ташбаш ауылына күсереп ҡуя. Ауыл бит, алабута-балтырғаны, көҙөн сәтләүеге лә ризыҡ...
Илаһам, әгәр әсәй имеҙгән,
Ултырған да һоҫлан (көлтә) төбөнә.
Уның тире генә тамғанмы ни, -
Тамған уның күкрәк һөтө лә. («Плацдарм»)
Йәнә «Сәтләүек» шиғырынан уҡыу­сыһын битараф ҡалдырмаҫ шиғри юлдар:
...Илде яҡлай атай алышта,
Йәшәүебеҙ – ауыр яҙмышта.
Аслыҡтарҙы кәрәк еңергә,
Үҙ көнөңдө үҙең күрергә.
Һөткә ултырмаҫтан тиерлек,
Сәтләүегем, һине тиренек.
Әскелт һутың өттө иренде,
Тик туҡлыҡлы һымаҡ һиҙелде.
Хатта һине ҡара көҙҙәрен
Япраҡ аҫтарынан эҙләнем.
Тиңләр булдым, әгәр табылһаң,
Бармаҡ башы хәтлем алтынға...
Шағирҙың ҡустыһы Рәис Ноғоманов «Көйөргәҙе» (№ 37, 8 май, 2020 й.) гәзитендә былай тип яҙҙы: «Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгән 1985 йылдың йәйендә беҙ өс бер туған - Барый, Фәнис һәм мин үҙ машинабыҙҙа Воронеж ҡалаһына сәфәр ҡылдыҡ. Воронеж ҡалаһы пионерҙарынан атайымдың туғандар ҡәберлегендәге исеме табылыуы тураһында хәбәр килгәйне. Волга ярында төн үткәрҙек. Чижово ауылы ҡала эсендә ҡалған икән. 15 мең яугиргә һәйкәл ҡуйылған, тирә-яҡта ал сәскәләр. Һәләк булғандар исемлегендә: “Младший лей­тенант Минигалим Шагивалеевич Нугу­манов” тигәнде тулҡынланып уҡыныҡ, туғандар ҡәберенә сәскә бәйләмдәре һәм Таш­баш ауылының ҡара тупрағын һал­дыҡ.
- Әйҙәгеҙ, Дон йылғаһын да барып күрәйек бер килгәндә, - ти Барый ағайым.
- Ҡайта һалайыҡ, юл оҙон бит, - тим.
- Эх, һеҙ, шағир йөрәген аңламай­һығыҙ! Донды күрмәй буламы ни?! Ул бит бәйеттәрҙә йырланған даръя!..
Барҙыҡ, күрҙек Донды. Ҡайтышлай йәнә Тамбовты күреп китәйек тип һал­маһынмы: “Был бит Һаҙый Таҡташ шә­һәре, нисек күрмәй ҡайтаһын, ти, шағир кеше!..” Эйе, шағирға рухи биография кәрәк, тетрәнеүҙәр кәрәк, шунһыҙ кеше йөрәктәрен елкендерер шиғыр юлдары тыумай. Баяғы сәфәрҙән һуң Барый Ноғоманов атаҡлы «Плацдарм» поэмаһын ижад итә. Ул яугирлыҡ традицияларын, илһөйәрлек тойғоларын данлай, заманы­быҙҙа аҡһай төшкән намыҫ, бурыс кеүек рухи төшөнсәләр проблемаһын күтәрә:
Минең дә бар үҙ плацдармым,
Алҡымынан алам алдаҡтың.
Көрәш майҙанында һәр саҡ йылым,-
Мин был ерҙә, гүйә, һалдатмын! (“Плацдарм”)
Рухи биографияһын Барый Ноғо­ма­нов Иҫке Бәпес урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙа уҡ яҙа башлай. Алдынғы уҡыу­сының шиғырҙары һәм мәҡәләләре «Баш­ҡортостан пионеры», райондың «Хеҙ­мәт даны» гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә. Мәктәпте тамамлау менән, комсомол юл­ламаһы алып, Шкапово нефть идара­лы­ғын­да ташсы-арматурсы булып хеҙмәт юлын башлай. Нефть ро­мантикаһы, энтузиазм йөрәген елкендерә йәш шағирҙың. Әҫәрҙә­рендәге ауыл кү­ренештәре быраулаусылар, нефть фон­тан­­дары, производство карти­налары ме­нән үрелә бара. Әрме хеҙмәте – үҙе бер фәһемле оло ваҡиғалар. Барый Ноғо­ма­нов Амур өлкәһендә броня-танк ғәскәр­ҙәрендә хеҙмәт итә. Урта белемле, хеҙмәт сынығыуы алған егетте командование Благовещенск танк училищеһына уҡырға йүнәлтә. Һынатмай Башҡортостан егете. Әммә курсант төндәрен әҙәби ижадтан айы­рылмай, хатта тәүге поэмаһын яҙып ташлай. Шиғырҙары «Ленинсы»ла донъя күреп тора.
- Казармаға ҡайтып инһәм, минең исемгә ҙур ғына конверт ята, - тип хәтер­ләй шағир. - Республика йәштәр гәзитен­дә минең бер шәлкем шиғырҙарым ташҡа баҫылған икән. Исемемде “Барый Ноғо­манов” тип ҡуйғандар. Фәрит Иҫәнғолов ағайҙан хат та бар: «Башҡорт булғас, исемеңә есемең тура килһен инде. Бынан ары Барый тип йөрөтөрһөң үҙеңде, юғиһә, крәшин малайымы ул, тип һорайҙар». Яҡташ ағайҙың йылы һүҙҙәре йөрәгендә осҡондар дөрләтеп ебәрә. Училище на­чаль­нигына ҡат-ҡат рапорт яҙа, демо­билизациялауҙарын үтенә шағир-курсант. Хәрби уҡыу йортон тамамлаһа, һис тә юғалып ҡалмаҫ ине, моғайын, полк ко­мандиры дәрәжәһенә ирешер ине. Әҙә­биәт фронты көслөрәк булып сыға.
Фәнзил Саньяров, филология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы.
(Дауамы бар)
Фото Даирә
Читайте нас