Даирә
+27 °С
Облачно

Мырҙа ауылында йәшәүсе Гәүһәр Бикташеваның гөлдәрен яҙғы ҡояш нурҙары иркәләй

Бик уңған һәм тырыш кешеләр генә тәҙрә төптәрендә йыл әйләнәһенә аллы-гөллө, хуш еҫле гөлдәр үҫтерә ала. Мырҙа ауылында йәшәүсе Гәүһәр апайҙың да "Бәйләнеш"тәге битләүенә инеп, төрлө-төрлө гөлдәрҙең сәскә атып ултырған фотоһүрәттәрен күреп, хужабикәнең уларҙы үтҫереүгә ни тиклем көс һәм наҙ һалғанын тойорға була.

Минең әсәйем дә йәш сағынан уҡ тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫтерергә ярата ине. Беҙҙең тәҙрәләрҙе ҡаплап сәскә атып ултырған яран гөлдәрҙе күреп, ботаҡтарын һорап инеүселәр күп була торғайны. Шуға, беҙ өс ҡыҙы ла гөлдәр, сәскәләр күрһәк битараф ҡала алмайбыҙ. Барыбыҙ ҙа уларҙы үҫтерергә яратабыҙ. Әсәйебеҙгә бала сағыбыҙҙан матурлыҡты күреп үҫтерергә өйрәткәне өсөн айырыуса рәхмәт.
Ошо пост аҫтына һеҙ ҙә ҡәҙерле дуҫтар үҙегеҙҙең гөлдәрегеҙҙең фотоларын һалығыҙ. Бергәләп һоҡланайыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас