Йәшәйешебеҙ өсөн иң кәрәкле ҡиммәт - үҙ-ара дөрөҫ мөнәсәбәт. Кешеләр бер-береһенә даими мохтажлыҡ, күңел тартымы тоя башлай икән - иптәшлек, дуҫлыҡ башлана. Иптәш менән дуҫтың айырмаһы ҙур. "Иптәш" һүҙенең нигеҙендә - "ип" һүҙе. Тимәк, ниндәйҙер бер эште ипкә килтереүсе, яйға һалыусы, тип аңларға кәрәк. Ҡайһы берҙә бергә башҡарған эш тамамланыу менән, иптәшлеккә сик ҡуйылыу ҙа мөмкин. Тапҡан малға иш күп, малың барҙа иптәш күп, тип дөрөҫ кенә әйткән бит халҡыбыҙ. Иптәшлек мөнәсәбәттәре туҡталып торған осраҡта ла араларҙы боҙорға, асыуланышырға ярамай, йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға кәрәк. Тормошта иптәшлек дуҫлыҡҡа әүерелгән осраҡтар күп.
Ә дуҫлыҡҡа килгәндә, был төшөнсә донъя көтөү мохтажлығынан ғына килеп сыҡмай. Ул - күңел тартымы, фекер уртаҡлығы, маҡсаттарҙың бер булыуы. Дуҫлыҡты ихласлыҡ менән бер рәткә ҡуйырға мөмкин. Дуҫ - ул һинең шатлығыңды ихлас уртаҡлашыусы, ҡайғы-борсолоуҙарыңды таратыусы. Һинең таянысың, йыуанысың. Бындай дуҫың булыу оло бәхет. Һәм ошондай мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белеү ҙә ҙур бәхет.
Күптәребеҙ үҙ-ара ғаиләләр менән дуҫлашабыҙ. Бындай ғаиләләр араһында уй-фекер ҙә, ынтылыш та, маҡсаттар ҙа уртаҡ, социаль хәл оҡшаш, тәрбиә бер үк йүнәлештә алып барыла. Ғаилә дуҫлығынан башланған ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ йәш ғаилә өсөн ныҡлы таяныс та, терәк тә. Тормошта төрлө хәлдәр була, әгәр берәй ғаилә бәхетһеҙлеккә осрай ҡалһа, икенсеһенең яҡынлығы ҡайғыны ла, артабанғы йәшәүҙе лә күпкә еңеләйтә.
Мине ирҙәр дуҫлығы һоҡландыра. Улар араһындағы дуҫлыҡ ғәжәп ныҡлы. Ҡатын-ҡыҙҙар дуҫлығынан айырмалы, уларҙың мөнәсәбәттәренә тормош ығы-зығыһы, ваҡ-төйәк ҡағылмай, ҡағылһа ла, ҡамасауламай, сөнки ысын ирҙәр донъя ваҡлыҡтарынан һәр саҡ өҫтөн.
Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлай белеү үтә лә яуаплы. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт күңел тартымы, күңел нуры менән бәйләнгән. Халыҡ аҡылы дуҫлыҡты һаҡлауҙың байтаҡ ҡына шарттарын өйрәтеп ҡалдырған. Дуҫҡа баш булмайҙар - иш булалар, тигән халҡыбыҙ. Үҙеңде дуҫыңа ҡарағанда аҡыллыраҡ тип иҫәпләй башланыңмы – мөнәсәбәттәр ҡаҡшай. Бик аҡыллы булғас, кем менән кәңәшләшерһең? Тағын бер шарт - кешене ғәйепләмәү, ғәйепте иң элек үҙеңдән эҙләү, дуҫ ғәйебен һөйләмәү. Был шартты халҡыбыҙ бик юғары баһалаған. Кеше алдында дуҫыңды кәмһетеп, үҙеңде аҡыллы күрһәтергә маташыу дуҫлыҡты боҙа. Кешене күтәргән осраҡта ғына үҙеңде күтәрәһең.
Бәғзе берәүҙәр һәр ваҡыт дуҫынан нимәлер көтә, ә үҙе ярҙам итергә ашыҡмай. Ярҙамлашыу һәр саҡ ике яҡлы булырға тейеш. Матди ярҙам булһынмы ул, ҡул, һүҙ, тел ярҙамымы... Кешенең йомартлығынан, киң күңеллегенән файҙаланыу, уға һалышыу, теңкәһенә тейеү дуҫлыҡ нигеҙен ҡаҡшата. Дуҫҡа дуҫ бул, йөк булма, тип әйткән бит халҡыбыҙ. Һуңғы әйтер шартым - дуҫ хәтерен һаҡлау мөһимлеге. Абайламай әйткән һүҙеңде дуҫыңдың күңеленә төйөн булып төйнәлеүе, намыҫына тейеүе мөмкин. Дуҫлыҡты һайлайыҡ!
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.