Даирә
+17 °С
Облачно

Мөғжизә юҡ тиһегеҙме?..

Яңыраҡ Өфөләге бер йорттоң 12-се ҡатынан биш йәшлек малайҙың ҡолап төшкәне тураһында яҙғайныҡ. Әле хәбәр итеүҙәренсә...

Яңыраҡ Өфөләге Энтузиастар урамындағы йорттоң 12-се ҡатынан биш йәшлек малайҙың ҡолап төшкәне тураһында хәбәр иткәйнек. Был ваҡиға бар республика халҡын тетрәндерҙе.
Асыҡланыуынса, әсәһе бүлмәлә баланың бер үҙен ҡалдырған. Малай ни өсөндөр тәҙрәне асырға булған һәм... түбәнгә ҡолаған. Ҡар өйөмө уның бәрелеүен бер аҙ йомшартһа ла, бала ҡаты йәрәхәтләнгән. Малайҙың иҫән ҡалыуы - үҙе бер мөғжизә! Уны бик ауыр хәлдә 17-се дауаханаға оҙаталар.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, малайҙың һауығыуына өмөт уянған. Табиптар әйтеүенсә, уның сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә – үҙ аңында, үҙаллы ашай башлаған, һөйләшә, шулай ҙа реанимацияла тотола. Мәскәү белгестәре менән телемедицина үткәреү планлаштырыла, кескәй пациентты дауалау дауам итә. Барыһы ла яҡшы булһын тип теләйек.
Фото: M.bk55.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас